Бумбарис04.10.2013
(Шаян монолог)

– Әллеү! Әллеү! Рәсмилә! Сәләм! Был мин – Тәкмилә. Эйе, ҡалаға киткән әхирәтең. Нисек унда – ауылда, минһеҙ бик күңелһеҙ түгелме? Хи-хи-хи... Шулаймы? Мин тоже нормалёк. Әле мунсаға китеп барам. Сотовыйҙан шылтыратам. Оҙаҡ һөйләшеп тормайым. Бәтәрәйе бөтә әтеү. Пока-пока! (Телефонын сумкаһына һалып ҡуя).
Рәхәткә сыҡтыҡ бит, әй! Элек бөтә ауылға бер телефон ине. Ул да бригадир йортонда ғына. Ә хәҙер бот буйы малайҙа ла кеҫә телефоны бар.
Миңә кейәүем бүләк итте. Иҫке сотовыйын. Иҫке булһа ла, хорошо пашет. Дальнебойный. Беҙҙең ауылды запросто ала. Ә кейәү мине ҡаланың теләһә ҡайһы еренән таба. Үҙенә кәрәккәндә.
О-о, кейәү – классный егет! Мин уны тәүге тапҡыр туйҙа күреп шаҡ ҡаттым. Ул ваҡытта ауылда йәшәй инем әле. Ҡыҙым, "новый урыҫ"ҡа сыҡтым, тип мине туйға саҡырҙы. У-у, ундай табынды телевизорҙа ла күргәнем юҡ ине. Ул ашамлыҡ, ул эсемлек! Бөтәһе лә "новый урыҫтарса". "Яңы урыҫтарса" бейейҙәр, "яңы урыҫтарса" йырлайҙар. Аҡыралар, ҡоторалар...
Ҡапыл кейәүҙең кеҫәһендә телефон шылтыраны. Ул ҡулын күтәреп:
– Тихо-о-о! – тип ҡысҡырҙы.
Ҡунаҡтар тынып ҡалды. Кейәү кеҫәһенән телефонын сығарҙы ла, рәхәтләнеп, донъяһын онотоп һөйләшә башланы:
– Привет, братан! Минең бында – мероприятие. Туй! Ну да, үҙемдеке. Брось ты, всё путём! Минең өсөн борсолма. Нормалёк! Ә һинең эштәр? Күпмегә һаттың? Нимә-ә? Беләһеңме һин кем после этого? Б...б... болван!!!
Кейәү телефонын атып бәрҙе лә, залды яңғыратып:
– Горько-о-о! – тип аҡырҙы һәм эргәһендә ултырған эсвидитель ҡыҙҙы үбеп алды.
Шундай крутой ул минең кейәү. Беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел. Эсвидитель ҡыҙҙы урынынан ҡыуып ебәрҙем дә кейәү янына күсеп ултырҙым.
– Бынан һуң һинең эсвидителең мин булырмын! – тинем.
Көтмәгәйне быны кейәү.– Круто, әтнәкә! – тип ыржайҙы.
– Ә кәкже! Крутой кейәүҙең ҡәйнәһе лә крутой булырға тейеш.
– Браво, түщинкә! Ты мне нравишься!
Икенсе көндө ул мине ресторанға алып китте.
– Һинең, түщинкә, ауылда һөйәк кимереп ауыҙың бәлшәйеп бөткән, – тине. – Ҡаласа һыйлайым әле үҙеңде.
Ресторанда уны бөтәһе лә танып тора. Ҡыҫҡа итәкле ҡыҙҙар кейәү янында:
– Чауа надо? – тип бөтөрөлөп йөрөй.
Күп тә үтмәне, алдыбыҙға ҡыҫалаға ла, тәлмәрйенгә лә оҡшаған нәмәкәй килтереп ҡуйҙылар.
– Был нимә?
– Деликатес, – ти кейәү. – Диңгеҙ крабы.
– Юҡ, юҡ, мин быны ашамайым, деликатес яратмайым.
– Нимә хочешь, улайһа?
– Бәрәңге! тим. – Ҡабыҡлы картуф хочу!
Кейәү тәрилкәне этеп ебәрҙе:
– Деликатес – дальше катись! Давай ҡабыҡлы картуф!
Ҡыҫҡа итәктең теҙ быуындары ҡалтыраны.
– Ғ-ғ-әфү итегеҙ, әфәндем, – тине. – Беҙҙә йәнең теләгән нәмә бар, тик ҡабыҡлы картуф юҡ.
– Как так юҡ? Был ни хәл?! – тип ҡыҙып китте кейәү. Сотовыйҙан ресторан директорына шылтыратты:
– Гузелька, привет! Был мин. Түщә менән һинең ресторанда ултырабыҙ. Түщә ҡабыҡлы картуф хочет. Ҡыҙҙарыңа әйт, тиҙ генә әҙерләп бирһендәр. Пока-пока!
Эштең былай ҙурға китерен белһәм, ауыҙымды ла асмаған булыр инем. Инде нисек сығырға был хәлдән?
– Туҡта әле, кейәү, – тим, – ҡабыҡлы картуфты ауылда ашармын. Әйҙә, лутсы театрға барайыҡ. "Ғәлиәбаныу"ҙы ҡарағым килә.
– Ну что ж, ихтыярың, – тип ризалашты кейәү. Һәм беҙ академтеатрға юлландыҡ.
Спектакль башланып, күп тә үтмәне, кейәүҙең телефоны шылтыраны.
– Да, мин! Уйын ҡарап ултырам. Юҡ, Мәскәүҙә түгел, Өфөлә. Филармонияла, кажется. Ну, конечно, большой залда. Ремонт үткәргәндәр. Креслолары иркен, йәйелеп ултырырға можно. Только өҫтәлдәре генә юҡ. Һыра шешәһен ҡуйырға. Остальное всё хорошо. Самое главное, халыҡ аҙ, һауа саф. Ә? Ниндәй концерт, тиһеңме? Концерт түгел – спектакль. Исеме... Ну, как его? "Галина Бланка..." то есть Банка... то есть Баныу. Да-да, "Галина Баныу!" Вот шул "Галина Баныу"ҙы смотреть итәм. Ну, так нормалёк. Только артисткаһы ҡартыраҡ. А всё остальное ничего. Пока-пока!
Бер аҙҙан уң яғымда ла, һул яғымда ла, алда ла, артта ла телефондар шылтырай башланы. Сәхнәләге артистарҙың түгел, залдағы тамашасыларҙың һөйләшкәнен тыңлап ултырырға тура килде миңә. Аһ, был телефондар! Этендә лә, бетендә лә...
Эт тигәндәй, кейәүҙең эте бар. Бумбарис исемле. Шуны ҡарар өсөн ул мине үҙҙәренә алып килде.
– Белеп тор, түщинкә, – тине. – Бумбарис – клёвый пёс. Уның подругаһы бар. Күрше подъездағы "яңы урыҫ"тың инә эте менән любовью занимаются. Прогулкаға сыҡҡанда ла телефондан һөйләшеп кенә торалар.
– Нисек? – тип һораным, иҫем китеп.
– Очень просто, – тине лә кейәү эт муйынына сотовый тағып ҡуйҙы.
Хәҙер беҙҙең Бумбарис һөйгәненә мөхәббәтен телефон аша ғына аңлата – сотовыйға сыйылдай, ырылдай, үҙенсә йырлай... Бына шулай, туғандар, эттәр ҙә телефонһыҙ тора алмай.
Эй, һүҙгә мауығып онотоп ебәргәнмен. Ауылдағы әхирәтемә шылтыратайым әле.
– Әллеү! Әллеү! Рәсмилә! Сәләм! Мин мунсаға килеп еттем. Нормалёк! Сират юҡ. Хәҙер кеше саунаға йөрөй. Ирҙәр – ҡыҙҙар менән. Ҡатындар – егеттәр менән. Ҡалғанын һөйләп тормайым. Бәтәрәй бөтә әтеү. Пока-пока!
(Телефонды сумкаһына һалырға өлгөрмәй – шылтырай).
– Дә-дә! Тыңлайым. Минме? Мунса инәм. Нишләп бер үҙем булайым? Бисәләр менән! Юҡ, шаярмайым. Пожалыста, кил. Общий мунса. Ҡатын-ҡыҙҙар отделениеһы. Ә? Мин Рустик түгел. Мин уның түщәһе – Тәкмилә! Поняла? Вәт тәк! Чао!
Кейәүҙең берәй кәнтәйелер инде. Мунсаға киләйемме, ти. Кил әйҙә! Арҡамды йыуырһың, ха-ха!
(Тәкмилә оҙон итәген сисә лә, сумкаһынан тас менән миндек алып, сабынырға итә. Шул саҡ телефон шылтырай).
– Дә-дә! Тыңлайым. Ә-ә, кейәү, һинме ни? Нимә булды? Бумбарис подругаһын хочет... Урамға алып сығайыммы? Мин бит әле мунсала. Эләүкәлә сабынып ултырам. Бәй, шәрә килеш сығып йүгерәйемме ни? Туҡта! Падажди! Күҙемә һабын керҙе...
(Телефонды тасҡа ырғыта. Күҙҙәрен ыуып һикеренә).
Уф, телефоным һыуға төштө... Эй, бисәләр, йоғонмағыҙ! Ул һеҙгә һабын түгел! Арҡа ышҡырға ярамай. Телефон бит ул! Сотовый! Шуны ла белмәйҙәр, сепрәк баштар. (Телефонды алып һелкә-һелкә) Әллеү! Әллеү!.. Кейәү! Әллеү! Бумбарис! (Эт булып өрә). Һау! Һау!
(Тәкмилә сумкаһына таҫтамал бәйләп, таҫтамалға тас тағып, тасҡа миндек һалып, ярым яланғас көйөнсә телефондан һөйләшә-һөйләшә сығып китә).


Вернуться назад