Рәсәй яҙыусылары — Аксаков көндәрендә01.10.2013
Рәсәй Яҙыусылар союзының Өфөлә үткән күсмә пленумына илебеҙҙең билдәле шағирҙары, яҙыусылары һәм әҙәбиәт белгестәре йыйылды.
Һуңғы ваҡытта әҙәбиәттә әхлаҡи ҡиммәттәр юғала бара, йәш быуын еңел-елпе әҫәрҙәр уҡый. Әҙиптәр әйтеүенсә, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе күтәрергә, тәржемә йүнәлешен яйға һалырға кәрәк.
Пленумда Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡатнашты.
— Беҙ бөгөн телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы үҫтереү юлын эҙләйбеҙ. Был йәһәттән әҙәбиәткә таянырға тейешбеҙ, — тине ул. — Бөйөк урыҫ яҙыусыһы Максим Горький әҙиптәрҙе юҡҡа ғына “кеше күңеленең инженерҙары” тип атамаған. Был ҡанатлы һүҙҙәр бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай.
Лилиә Ғүмәрова республикабыҙҙа байтаҡ ҡына әҙәби премиялар булдырылыуын, китаптар нәшер итеү өсөн 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүленеүен билдәләп үтте. Ул Башҡортостан Республикаһы Президентының пленумда ҡатнашыусыларға ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.
“Рәсәй Яҙыусылар союзы менән беҙҙең республика оҙаҡ йылдар емешле хеҙмәттәшлек итә, — тиелә ҡотлауҙа. — Өфөлә был ижади союз идараһының пленумдары, әҙәби фестивалдәр, әҙәбиәт көндәре үтеп тора. Рәсәйҙең күренекле яҙыусыларына тапшырыла барған Аксаков исемендәге премия ла илебеҙҙә киң билдәле. Башҡортостанда яҙыусыларҙың әҙәби оҫталығын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, шиғриәт, проза, драматургия, балалар әҙәбиәте, әҙәби тәнҡит буйынса ижади секциялар эшләй.
Беҙ һеҙҙән изгелек һәм матурлыҡ, тыуған илгә мөхәббәт менән һуғарылған, бөгөнгө заман кешеһе тураһында әҫәрҙәр көтәбеҙ”.
Лилиә Ғүмәрова Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Валерий Ганичевҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.
Сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев сығыш яһаны.
Пленумда ҡатнашыусылар ХХIII халыҡ-ара Аксаков байрамының түрендә булды. 26 сентябрҙән башлап дүрт көнгә һуҙылды байрам. Свято-Никольский ҡорамында Аксаковтың иҫтәлекле урынына, Аксаков исемендәге баҡсала яҙыусының һәйкәленә сәскәләр һалынды. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Аксаков уҡыуҙары үтте, әҙиптең йорт-музейына экскурсия яһалды. Артабан ҡунаҡтар Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында тантаналы кисәлә ҡатнашты.
Ғөмүмән, был көндәрҙә Өфө, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы райондарында ла Аксаков хөрмәтенә фольклор байрамдары гөрләп торҙо.