Юрийҙың "тәүбә"һе01.10.2013
Юрийҙың "тәүбә"һеҒүмерен журналистика менән бәйләгән Юрий Шугановтың урыҫ телендәге "Две исповеди" китабы донъя күрҙе.

"1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин — Йыһанға, ә мин "Ленинец" гәзитенең күгенә остом", — тип шаярта Юрий. Шунан алып уға республикабыҙҙың төрлө баҫмаларында, радио һәм телевидениеһында эшләргә насип булды.
Юрий Шуганов Белорет ҡалаһында тыуған, Башҡорт дәүләт университетының филология бүлеген тамамлаған. Тормош еле Нефтеюганск, Когалым, Нижневартовск яҡтарына ла ташлай. Юлдарҙа йырҙар тыуа тигәндәй, байтаҡ шиғыр, хикәйәләр яҙа. 1996 йылда Мәскәүҙә "Дорога на Когалым" исемле китабы донъя күрә. Һуңғараҡ "Солнце между строк", "Белые лучи" тигән йыйынтыҡтары баҫыла.
Юрий Шугановтың "Две исповеди" китабын автобиографик тупланма тип атарға була. Үҙе күргән-кисергән ваҡиғаларҙы мауыҡтырғыс итеп һүрәтләй автор.


Вернуться назад