Стәрлетамаҡ ҡалаһы таланттарға бай. Улар араһында төрлө һөнәр кешеләре бар. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, мәҙәниәт донъяһына башкөллө сумған, хатта үҙ тамашасыһын булдырырға өлгөргән кешеләрҙең арабыҙҙа йәшәүе ҡыуандыра.
Ҡала мәҙәниәт һарайында "Шишмә" халыҡ вокаль-йыр ансамбле барлыҡҡа килеүгә ун йыл тулды. "Шишмә"ләрҙең кемеһен генә алып ҡарама, йырһыҙ йәшәй алмаусы, сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ, тормошто яратыусы апай һәм ағайҙар. Араларында хаҡлы ялға сыҡҡандары ла, эшләп йөрөгәндәре лә бар. Улар татыу ғаиләне хәтерләтә, йырға һөйөү һәммәһен яҡынайтҡан, берләштергән. Етәксенең ойоштороу һәләтен, үҙ эшенә яуаплы ҡарауын да баһаларға кәрәк. Моң алиһәһе Сәлимә Ғиззәтуллина утыҙ йылдан ашыу мәҙәниәт һарайында хужалыҡты алып барыусы бүлек мөдире урынбаҫары булып эшләгәндән һуң хаҡлы ялға сыға. Йырһыҙ-моңһоҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаған ханым, оҙаҡ уйлап тормай, ҡала мәҙәниәт һарайы директоры Павел Барановтың тәҡдиме буйынса, һәүәҫкәрҙәрҙе туплап, йыр ансамбле ойоштора. 1975 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһын тамамлағандан алып сәнғәттә ҡайнап йәшәгән кеше өсөн ауырлыҡтар кәртә түгел. Һынауҙарҙан Сәлимә Ғилем ҡыҙы артҡа сигенмәй, киреһенсә, сәмләнеп тотона.
Башланған эш — бөткән эш. Етәксе ҡалала башҡорт йыр ансамблен булдырыу маҡсатына өлгәшә. Әлеге көндә бында 15 кеше шөғөлләнә. Ансамблдең репертуары яңырып тора. Ҡала, республика кимәлендә уҙғарылған йыр бәйгеләрендә һәүәҫкәрҙәр еңеү яулай. Сәхнәлә ун йыл ижад итеү осоронда улар ниндәй генә конкурста ҡатнашманы! Бихисап диплом, рәхмәт хаттары — уларҙың сәмле, егәрле хеҙмәтенә оло баһа. Шулай ҙа иң ҙур бүләк — тамашасы һөйөүе. Был яҡтан улар бәхетле.
Халыҡ араһынан сыҡҡан, йыр-моң һөйөүсе апайҙарға һәм ағайҙарға ижади уңыштар, күңел күтәренкелеге, бөтмәҫ көс-дәрт теләйбеҙ.