Камалсыларҙың гастроле тамамланды01.10.2013
Яңыраҡ ҡына Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡазандарҙы тулҡынланып ҡунаҡҡа көтә ине, хәҙер инде Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры артистары, баш ҡалабыҙ Өфөгә килеп төшөп, бер аҙна дауамында академтеатр сәхнәһен шау гөрләтеп, гастролен түңәрәкләп тә ҡуйҙы.

Республикабыҙҙың баш театры менән камалсылар араһындағы дуҫлыҡҡа тағы бер сағыу иҫтәлек өҫтәлде шулай: беҙҙекеләр яҙ Татарстанда булып ҡайтһа, күршеләр алтын көҙҙә Өфө халҡына ҙур бүләк яһаны. Ҡазандар баш ҡала халҡына ете спектакль тәҡдим итте: «Бабайҙар сыуағы» (авторы – И. Зәйниев, режиссеры – Ф. Бикчәнтәев), «Әрем еҫе» (И. Зәйниев, режиссеры – А. Абушахманов), «Мулла» (Т. Миңнуллин, режиссеры – Ф. Бикчәнтәев), «Ут күршеләр» (С. Юзеев, режиссеры — Р. Барыев), «Хан ҡыҙы Турандот» (Карло Гоцци, режиссеры – Ма Дженьхон), «Үлеп яратты» (Р. Зәйҙулла, режиссеры – И. Зәйниев) һәм «Зәңгәр шәл» (К. Тинчурин, режиссеры – Ф. Бикчәнтәев).
Йыраҡ аранан дәрт-дарман, күтәренке кәйеф менән килгән ҡунаҡтарҙы өфөләр бик йылы ҡабул итте. Әле бер ай алдан спектаклдәргә билеттар йәшен тиҙлегендә һатылып бөтһә, һәр көн театр бинаһы шығырым тулы булыуы йәнә һөйөндөрҙө. Әллә мәҙәниәт усаҡтары йәйге ялда булғанғамы, халыҡтың спектаклгә, тамашаға сарсағаны күренеп торҙо. Ул ғына ла түгел, килгән ҡунаҡтар ҙур кинәнес менән театр бинаһы, музей менән танышты, ижади һәм техник хеҙмәткәрҙәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.
Гастролдә Өфө халҡына Кәрим Тинчурин әҫәре буйынса Фәрит Бикчәнтәев ҡуйған «Зәңгәр шәл» музыкаль комедияһы тәҡдим ителде. Тамашасыларҙың һорауын иҫәпкә алып, камалсылар был спектаклде йәкшәмбе ҡабатлап күрһәтте.
Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театры коллективы менән хушлашыу көнөндә республикабыҙҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләк тапшырғас, Камал театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев йылы ҡабул иткәндәре өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт һүҙен еткереп, шулай уҡ иҫтәлекле бүләк ҡалдырҙы. Ике ҡәрҙәш театр артабан да хеҙмәттәшлек итергә һүҙ ҡуйышып, яҡты йөҙ һәм яғымлы һүҙ менән хушлашты.


Вернуться назад