Киләсәкте уйлай ул27.09.2013
Фәниә Арыҫланова Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәй. Күптәр уны сәсән телле, милли рухлы ағинәй булараҡ белә. Ауылында үткәрелгән барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай: шиғыр һөйләһенме йә үҙе сығарған ҡобайырын әйтһенме... Республика сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Бөгөн гәзит уҡыусыларға Фәниә Арыҫланованың яратҡан баҫмабыҙ хаҡындағы мәҙхиәһен тәҡдим итәбеҙ.
К. ИШБУЛДИНА.

Башҡортостан — илгенәм
Беҙҙең ғәзиз ер генә!
"Башҡортостан" гәзите лә
Беҙҙең өсөн бер генә!

Бала саҡтан таныш миңә
"Башҡортостан" гәзите,
Яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа
Әйҙәй уның һәр бите.

Уның маҡсаты тик берәү —
Һәр кемде шәхес итеү,
Һәр яҡлап камиллаштырып,
Был донъяла йәшәтеү.

Балалыҡты яҡлай ул,
Әсәлекте данлай ул.
Милләтенең киләсәген
Әүлиәләй аңлай ул.

Ғаиләләр — ил терәге,
Яҙмыштарын уйлай ул.
Өлгө булыр ғаиләләрҙе
Табып, яҙып ҙурлай ул!

Тарихтарҙы байҡай ул,
Үткәндәрен барлай ул.
Киләсәкте уйлай ул,
Бөгөнгөһөн данлай ул.

Ауыл хужалығын айҡап
Тырышты эҙләп таба,
Уҡыһындар, өйрәнһендәр.
Тигән өмөттә ҡала.

Саҡыра ул йәнтөйәкте
Һаҡларға һәм яҡларға.
Эшҡыуарлыҡты күтәреп,
Яңы үрҙәр яуларға.

Бәйгеләр һәм конкурстар,
Кешеләрҙе үҫтерә.
Был турала "Башҡортостан"
Тулы мәғлүмәт бирә.

Балалар ҙа "Тубырсыҡ"ты
Уҡыйҙар ҡыҙыҡһынып,
Матур төҫлө һүрәттәрҙе
Ҡарай улар ҡыуанып.

Хеҙмәт байрағын күтәреп,
Ҙур еңеүҙәргә әйҙәй
Яңы тормошҡа саҡырып,
Тик яҡшылыҡҡа өндәй.

Уңған хәбәрселәрҙең
Аяҡтары талмаһын!
Эҙләп, табып һәм яҙып –
Яҡшылары ҡалмаһын!

Гәзиттә эшләгәндәргә
Теләйбеҙ ныҡлы һаулыҡ!
Уңышлы эш һөҙөмтәһен
Көтөп ала бар халыҡ!

Яҙҙырып, алдырып уҡып,
Һинән күпте алабыҙ!
Йәшәһен "Башҡортостан", тип
Теләп, көтөп ҡалабыҙ!


Вернуться назад