Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана27.09.2013
"Науруз байрамы — Яҙ башы, йыл башы"
Науруз байрамы көн менән төн тиңләшкән мәлдә (21-25 мартта) башлана ла ай ахырына тиклем һуҙыла. Уны халыҡта Яңы йыл башы, Яңы йыл байрамы тип тә йөрөтәләр.
Наурузға алдан әҙерләнеп ҡуялар. Һәр кем, һәр ауыл хәленән килгәнсә йыйына, уйын төрҙәрен уйлай, ҡайһы ерҙә ҡайһыныһын ойоштороу тураһында һүҙ беркетелә.
Науруз тыуған көндө һәр өйҙә һый әҙерләнә. Айырыуса бешкән итте табаҡҡа турап, шуның өҫтөнә килелә төйөп быҡтырылған бойҙай һалынған ашҡа өҫтөнлөк бирелә. Бойҙай туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе ул. Унан аш әҙерләнә:
Науруз йылға баш булыр,
Бойҙай ашҡа баш булыр,
Бойҙай уңһа, аш булыр,
Уңмаһа, аш таш булыр,
Йылдың башы уң булһын!
Ризығы мул булһын!
Игендәр шашып уңһын!
Ҡаҙандар ташып торһон!
Бир көндәрҙең һилен —
Илдәр булһын имен! —
тип һамаҡлайҙар. Шулай әйтә-әйтә, тәүҙә бойҙайҙы ауыҙ итәләр, сөнки ул — аштың иң өлкәне.
Науруз байрамы башланғас та, иртә менән бөтә бала-саға, йәштәр, үҫмерҙәр ауыл ҡарттарын күреп сығырға тейеш. Һәр өйгә инеп "Әссәләмәғәләйкүм!" тип сәләм биреп, ике ҡуллап оло кешеләр менән күрешәләр, уларҙан фатиха алалар. Ситтә булған оло ҡәрҙәштәргә барып, улар менән күрешеп, фатиха алыу ҙа изге эш һанала.
Науруз байрамында бөтәһе лә милли кейем кейә. Урам тулып йөрөйҙәр. Эске булмай ине, тип хәтерләй ололар.
"Күкүк саҡыра яҙын,
Кеше күрә күңелен"...
"Кәкүк сәйен элек май айында, кәкүк килгәс үткәрәләр ине. Тәбиғәткә сыҡмаҫтан алда малайҙар йә һыбай, йә йәйәү өй һайын йөрөп ашамлыҡ йыя. "Илгә бәлә килмәһен", — тип кәкүк булып ҡыланып бейейҙәр. Кемдер һөт, май, ҡорот бирә, кемдер талҡан тарта; йомортҡа, майлы икмәк йыйып алалар. Шунан ҡыҙ-ҡырҡын, ҡарт-ҡоро, бисә-сәсә матур итеп кейенешеп, бала-сағаһы менән ҡырға сыға.
Ауылдың ғөрөф-ғәҙәтен белгән ағинәй нимә ҡуша, шуны эшләй торғайнылар.
Кәкүк үҙе матур итеп ҡысҡырһа ла, кеше уға шомланып, шикләнеп ҡарай торғайны бит. "Өй башына ултырып ҡысҡырһа — килешмәй: йортҡа ҡайғы килә. Ауылға осоп килһә, аслыҡ була", — ти халыҡ. Шуға ҡырға сыҡҡан ыңғайы тирәк төбөнә аҡ ризыҡ — һөт, ҡатыҡ — ҡоя торғайнылар. Малайҙар йомортҡа ла алып барып һала. Илгә именлек һорап, кәкүктән гел яҡшылыҡ теләп, тирәк башына ҡарап ялбара торғайнылар.
Ҡыҙҙар "һылыу егеткә сыҡмаҫмынмы икән" тип кәкүктең күпме саҡырғанын һанай. Бер туҡтауһыҙ оҙаҡ саҡырһа — һылыу кейәүгә, әҙ генә саҡырһа, яманға була инде. Әбейҙәр кәкүктән нисә йыл ғүмере барлығын һораған була торғайны. Күберәк саҡырһа, оҙағыраҡ йыл вәғәҙә итә. Шуға рәхмәт йөҙөнән тирәк төбөнә һөтмө, ҡатыҡмы алып барып ҡоя торғайнылар. Ундай саҡта "Наза", "Аҡ тирәк, күк тирәк", "Күмер йөҙөк" кеүек уйындар уйнайҙар. Талпына-талпына кәкүккә оҡшатып бейей торғайнылар. Йырҙарҙы ла кәкүккә арнайҙар ине".
(Дауамы. Башы 180-181-се, 185-186-сы һандарҙа).