Амфитеатр яҙмышы – халыҡ ҡулында25.09.2013
“102.жж.рф” беренсе дөйөм республика берләшмәһендә Конгресс-холл артындағы тау битләүен төҙөкләндереү юлдары тикшерелә.

Өфө хакимиәтенең ер ресурстары идаралығы вәкиле, блогер Владимир Барабаш майҙансыҡты үҫтереү буйынса иң яҡшы проектҡа конкурс үткәрергә тәҡдим итте. Әле бында “Өфө амфитеатры”н ойоштороу, стадион төҙөү һәм парк булдырыу кеүек башланғыстар өҫтөнлөк итә.
— Тәҡдимдәр исемлеге сикләнмәгән, халыҡтың күңеленә хуш килерлек яңы үҫеш юлы бар икән, ул тауышҡа ҡуйылырға тейеш, — тине Владимир Барабаш.
Блогерҙың фекеренсә, “оҡшай-оҡшамай” тип тауыш биреү генә етмәй, ойоштороусы төркөм төҙөргә, проектты һүрәтләргә, нигеҙләргә һәм халыҡ хөкөмөнә сығарырға кәрәк. Майҙансыҡтың яҙмышы ошо рәүешле асыҡ конкурста хәл ителер ине. Әлегә тау битләүендә йәйәүлеләр өсөн баҫҡыс һалыу күҙаллана.


Вернуться назад