Сәйәсәтте “сәйнәп ҡаптырыусы”25.09.2013
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүәселәр араһында яҡташыбыҙ, «Табын» гәзитенең бүлек мөдире Самат Менәүәр улы Ғәлиуллиндың да булыуы бик ҡыуандырҙы. Был премияға ул, һис шикһеҙ, лайыҡ.

Уның район гәзитендә генә түгел, республика баҫмаларында ла уҡымлы, уйландырырлыҡ, күңелдәргә үтеп инерлек мәҡәләләре йыш донъя күрә. “Башҡортостан” һәм “Табын” гәзите биттәрендә Самат Менәүәр улы алып барған сәйәси күҙәтеүҙәр донъяла барған хәлдәрҙе аңларға ярҙам итә. Төрлө сетерекле хәл-ваҡиғаларҙы халыҡҡа ябай ғына итеп аңлата белеүе рубриканың уҡымлылығын арттыра. “Сәйәси күҙәтеү”ҙе оло быуын кешеләре лә, йәштәр ҙә ҡыҙыҡһынып уҡыйҙыр тип ышанам, сөнки радио һәм телевизор тыңлап ҡына илдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең, тарихи ваҡиғаларҙың асылына төшөнөп бөтөп булмай. Ә бына дәлилдәр килтереп, сағыштырыуҙар, ҡыҫҡа ғына аңлатмалар ҡулланып яҙылған был рубрика гәзит уҡыусыларҙы йәлеп итеп тора. Самат донъя һәм ил сәйәсәтен беҙгә “сәйнәп ҡаптыра” тиһәк тә ярай.
Донъяға сәйәси күҙлектән байҡау яһап, кешелектең, ғөмүмән, бөгөнгө замандың тын алышын, проблемаларын белеп, булырға тейеш ваҡиғаларҙың ҡайҙа һәм ҡасан барғанлығын ғына түгел, уның нилектән килеп сыҡҡанлығын да аңлағас, уйҙар ирекһеҙҙән ил эсендәге тормошҡа әйләнеп ҡайта. Илдәге именлек, халҡыбыҙҙың йәшәйеше менән башҡа илдәрҙе сағыштырып ҡарайһың да күңелдә ғорурлыҡ тойғоһо уяна. Үҙебеҙҙең илгә етәме ни, тип ҡуяһың. Бына ниндәй әһәмиәткә эйә “Сәйәси күҙәтеү” менән “Аҙна ҡаҙнаһы” рубрикалары.
Самат Менәүәр улы Ғәлиуллин — киң ҡарашлы, төрлө өлкәлә мәғлүмәтле уҙаман. Кешеләр менән аралаша белеүе, ваҡиға һәм факттарҙы теүәл, дөрөҫ яҡтыртыуы уның ысын журналист булыуын иҫбатлай. Ул ҙур әһәмиәткә эйә тема тапҡан һәм уның өҫтөндә арымай-талмай эшләй, көндән-көн күберәк уҡыусыны йәлеп итә.
Саматҡа киләсәктә ижади уңыштар теләйбеҙ һәм рәхмәт белдерәбеҙ: ауыл яҙмышы, уның киләсәге өсөн борсолған, халыҡтың аң-ҡарашын ҡайғыртҡан, уларҙың тормошон яҡтыртҡан кешеләр беҙгә бик кәрәк!


Вернуться назад