Танылған сәйәси күҙәтеүсе ул24.09.2013
Танылған сәйәси күҙәтеүсе улСамат Ғәлиуллин «Табын» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһынан яҡшы таныш. Баҫманың абруй яулауында уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Самат Мөнәүәр улының республикабыҙ баҫмаларында уҡымлы, күңелдәргә үтеп инеп уйландырырлыҡ мәҡәләләре донъя күреп тора, һәм беҙ уларҙы һоҡланып, ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ.

Донъяла барған хәл-ваҡиғаларҙы сағылдырған «Сәйәси күҙәтеү» рубрикаһын барыбыҙ ҙа көтөп алабыҙ. Халыҡҡа, оло быуын кешеләренә, мәктәп уҡыусыларына ла аңлашылырлыҡ ябай тел менән яҙа яҡташыбыҙ. Яңылыҡтар менән телевизорҙа, Интернет селтәренән танышып барһаk та, ҡарау менән күбеһе онотола, ҡайһы берҙәрен аңламай ҙа ҡалабыҙ. Самат – ошо яңылыҡтарҙы ябай, уҡымлы, үткер ҡәләме менән аңлайышлы итеп тәфсирләү оҫталығына эйә журналист. Рәсәй күләмендәге бөгөнгө хәл-ваҡиғаларҙы төрлө яҡтан баһалап, үҙ фекерен ҡыйыу әйтеүе менән дә күңелгә үтеп инә. Мәҡәләне уҡып сыҡҡас та журналистың тарихты яҡшы белеүе, әйткән һүҙенең тослоғо, аналитик яҡтан төплө уйланылған фекере асыҡ сағыла.
Донъялағы хәл-ваҡиғаларға сәйәси күҙлектән байҡау яһап, кешелектең глобаль проблемалары менән бер рәттән, бөгөнгө замандың йәшәйешен, көнитмешен тәрәндән өйрәнеп, төрлө хәл-ваҡиғаның ҡайҙа, нисек барғанын ғына түгел, ә нилектән шулай килеп сыҡҡанын тәрәндән аңлап алаһың. Донъя киңлектәре буйлап сәйәхәт итеү беҙҙең күңелдәргә журналистың һағышы, күңел зары, әрнеүҙәре лә, сиселеүе ауыр булған проблемаларға яуап эҙләүе лә булып килеп керә.
Әһәмиәтле проблемаларҙы, факттарҙы тотоп алып, сәйәси яҡтан анализлауға ҡоролған был рубрика беҙҙе төптән уйланырға мәжбүр итә. Үҙебеҙҙең Рәсәйҙә тормош артыҡ еңелдән түгел тип зарланһаҡ та, башҡа илдәр менән сағыштырғанда илебеҙ имен, төрлө милләттәр дуҫ-татыу йәшәй, ҡан-ҡойоштар юҡ әле, тип шатланып ҡуяһың. Бигерәк тә урыҫ телендә барған тапшырыуҙарҙы ауыр аңлаған оло быуын вәкилдәренән: «Әлдә Самат улыбыҙ донъя хәлдәре менән таныштырып тора, рәхмәт инде уға», – тигәнде ишетергә тура килә. Был рубрика мәктәп уҡыусылары өсөн дә бик кәрәкле һәм файҙалы: дәреслектән уҡып ҡына түгел, матбуғат аша ла танышып була илдә барған ваҡиғалар менән.
«Сәйәси күҙәтеү» рубрикаһы авторы Самат Ғәлиуллин тотош донъяға байҡау яһап, һәр илдең сәйәси тормошон күҙаллауға, уның йәшәйешендә ҡатнашыуға йәлеп итә. Илдәге хәл-ваҡиғаларҙы уҡығас, үҙебеҙҙең сиселмәҫтәй күренгән проблемалар ҙа онотолоп, көндәлек ығы-зығы ғына булып күренә башлай.
Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап әйткәндә, Самат Мөнәүәр улы районыбыҙ ғына түгел, республикабыҙ күләмендә лә мөһим тема табып, гәзит уҡыусыларҙы уйланырға, эҙләнергә мәжбүр итеүе менән ҙур эш башҡара.
Беҙ, райондаштары, уның үткер ҡәләмле, оҫта журналист икәнлеген яҡшы беләбеҙ. Азат фекерләүсе, һәр ваҡиғаға үҙенсәлекле ҡарашы булған, шуларҙы сәйәси яҡтан баһалап, халыҡҡа еткерергә ашыҡҡан журналист Самат Мөнәүәр улы был премияға, һис шикһеҙ, лайыҡ тип иҫәпләйбеҙ.


Вернуться назад