Заман “сирҙәре”н аныҡ билдәләй24.09.2013
Заман “сирҙәре”н аныҡ билдәләйБөгөн кем генә ҡулына ҡәләм алмай ҙа кем генә мәҡәлә яҙмай. Бер яҡтан был — һәйбәт күренеш: һәр кем үҙ оҫталығын күрһәтә, донъяға ҡарашын белдерә. Әммә барлыҡҡа килгән һүҙ бутҡаһында уҡыусыға үҙ авторын табыуы еңел түгел, бигерәк тә кешегә фекер әйтеү азатлығы бирелгән бөгөнгө заманда. Кемгә ышанырға, ҡайһы инаныстарға таянырға белмәй кителә.

Әгәр майҙанға сыҡҡан ҡәләм оҫтаһының халыҡҡа әйтер һүҙе бар һәм ул замандаштарының йөрәк ауазына тап килә, килеп тыуған проблеманан сығыу юлын уҡыусылары менән бергә эҙләй икән, бындай автор күңелдәргә юлды туранан-тура һала, ҡатып ҡалған фразалар, ҡалыптар менән эш итмәй, киреһенсә, журналистикаға яңы һулыш булып килеп ингән һүҙен сәпкә осора. Ана шундай журналистарҙың береһе бит ул Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова (З. Әйле). Уның менән апаруҡ йылдар республика йәштәренең “Йәшлек” гәзитендә бергә эшләнек. Ҡәләмдәшем аяҡ баҫмаған бер башҡорт ауылы ла ҡалмағандыр, тиһәм, моғайын, хата булмаҫ. Үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағында йәштәр баҫмаһында ойошторолған “Ҡоролтай” махсус битендә милләттәштәребеҙҙең һәр төрлө проблемалары яҡтыртылды, ҡыуаныстары хаҡында һөйләнелде, аяныстары тураһында яҙылды. Ул ниндәйҙер эске ҡаһарманлыҡ менән, тоғро һалдат кеүек, башҡорт милләтен борсоған мәсьәләләрҙе күтәреп сығырға баҙнат итте. Сит өлкәләрҙә, республикаларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙ уның ҡәләменә ышанды, уға таянды. Башҡаларҙы тәнҡитләп утлы табала бейеткәндән һуң, уның үҙен дә утҡа тотоусылар аҙ булманы, әммә Зәйтүнә тетрәнеп мәҡәләләр яҙыуын барыбер ташламаны. “Йәшлек” гәзитендә алып барған эшен ул шундай уҡ тырышлыҡ менән “Киске Өфө”лә дауам итә.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителеүселәр араһында З. Әйленең дә исемен күреп ҡыуандым. Беренсенән, ниһайәт, Зәйтүнә яҙғандарының бер өлөшөн генә булһа ла китап итеп сығарыуға өлгәшкән, икенсенән, бәлки, бөгөн рухиәт һағында торған “Киске Өфө” баҫмаһы замана проблемаларына аныҡ диагноз ҡуя белгән журналисты лайыҡлы баһалауға үҙ өлөшөн индерер?! Гәзит эше шул тиклем тынғыһыҙ, Рәми Ғарипов ағай әйтмешләй, електе һура торған хеҙмәт. Унда айға бер генә мәҡәлә яҙыу хас түгел, ә конвейерға деталь ырғытҡан кеүек, даими рәүештә күңел емештәреңде һалып торорға кәрәк. Зәйтүнәнең мәҡәләләре, очерктары, юлъяҙмалары, яуҙа ауған батыр кеүек, гәзит биттәрендә күп ятып ҡалды. Иҫәбе-һаны юҡ. Ул күптән лайыҡ журналистарҙың иң ҙур бүләгенә, әммә әллә китабы юҡ тип ҡаралды — бер нисә тапҡыр, уҡыусыларын шаңҡытып, билдәләмәнеләр хеҙмәтен. Бына, ниһайәт, китап та сыҡҡан! “Теле булһа икән таштарҙың” тип атаған автор йыйынтығын. Бында ниндәйҙер символик мәғәнә лә бар төҫлө: таштар телен тойоп, тарихыбыҙ, үткәнебеҙ, батырҙарыбыҙ бөгөнгөбөҙгә, киләсәгебеҙгә әйтергә теләгән һүҙҙе еткерә һымаҡ журналист!
Йыйынтыҡҡа баш һүҙҙе журналист Сибәғәт Рахманғолов яҙған. “Сәфәр сыға йөрәге һыҙланыуҙан” тип атала мәҡәлә. Эйе, уныһы шулай. Әммә ысын ҡәләм оҫтаһы йөрәге һыҙланғанын ғына көтөп тормай, хәйер, уның өсөн күңелен тетрәтер хәлдәр аҙым һайын, сәфәр һайын. Зәйтүнә һәр командировкаһынан проблемалы мәҡәләләр алып ҡайтты, уларҙы йөрәге менән генә түгел, аҡылына нигеҙләнеп яҙҙы. Хис-тойғолар ҡай саҡ журналистарға ҡамасаулап та ҡуя, артыҡ эмоция тәрән фекерләүҙән ситләтә. Зәйтүнә бер ҡасан да бер манаранан ғына тороп уйҙарға бирелмәне, ул яҙғандарына төрлө яҡлап ҡараш ташланы, нигеҙле дәлилдәр эҙләне. Әгәр ул башҡорт халҡының милли мәсьәләләрен күтәреп яҙа икән, был проблеманың ерле халыҡҡа ғына зыян килтереп ҡалмауын, башҡаларҙы ла урап үтмәйәсәген иҫбатлай алды. Шул рәүешле башҡорт мәсьәләләре дәүләт кимәленә күтәрелде, рухи маяҡтар нығынды, милләтте милләт иткән тел, ер, иман хаҡында юғары даирәләрҙә лә фекер йөрөтөүселәр табылды. Бына ошо булалыр, күрәһең, журналист ҡәләменең ҡөҙрәте. Бөгөнгө уҡыусыны тәнҡитләп йәки матур яҙып ҡына һиҫкәндереп булмай, улар ҡәләм оҫталарынан дәлилле, ерлекле фекер, хәҡиҡәттең үҙен көтә. Зәйтүнә, алда әйткәнемсә, замана “сирҙәре”нә аныҡ диагноз ҡуя белә, төртөп күрһәтеп әйтә – бына ошо еребеҙ ауырта, бына ошо еребеҙ һыҙлай, бына ошо еребеҙ дауалауҙы талап итә... Шуның менән уның яҙғандары гәзит уҡыусылар араһында бик популяр булып китте, беҙҙең халыҡ тура әйтеп һөйләшкәнде, яҙғанды тоя ул. Ҡабул итәме, юҡмы — уныһы икенсе эш!
Автор китабын башҡорт матбуғатын алдырып, энәһенән ебенә тиклем өйрәнеп уҡыған һөйөклө атаһы Наримйән ағайҙың яҡты иҫтәлегенә бағышлаған. Зәйтүнәнең башҡорт һүҙ сәнғәтенә булған иғтибары, һөйөүе лә атаһынан килә торғандыр. Тоҙло-боросло ҡыҙым минең, ти торғайны ул З. Әйленең яҙғандарын уҡып. Ысынлап та, ҡайһылай дөрөҫ баһа биргән атай кеше ҡыҙының ижадына. Зәйтүнә бер ҡасан да маҡтаулы, сөсө мәҡәләләр яҙманы, ул һәр саҡ, сатнатып, дөрөҫлөктө яҡтырта. Нисек бар, шулай. Кемгәлер оҡшауы, оҡшамауы ихтимал, әммә автор өсөн уныһы мөһим түгел, уға ғәҙеллекте яҡлау ҡәҙерле! Үҙенең яҙғандарына тоғро ҡала Зәйтүнә – Салауат районы ҡыҙы була тороп, ғәҙелһеҙлек хөкөм итеүгә юл ҡуймай, өндәшмәй ҡала алмай. “Тоҙло-боросло”лор З. Әйленең яҙғандары, әммә бер тапҡыр ғына булһа ла тоҙһоҙ аш, боросһоҙ һурпа эсеп ҡарағандар үҙҙәре аңлар ни тиклем кәрәк икәнлеген ул “тәмләткестәр”ҙең. “Тоҙло-боросло” яҙмалары ла – Башҡортостан журналистикаһының айырылғыһыҙ бер өлөшө, замана һыҙланыуы. Кем белә, бәлки, уларҙы яҙғанда Зәйтүнәнең күҙенән йәштәр ҙә тамғандыр, йәнен икеләнеүҙәр, хафалар баҫып алғанда, күңеле таштай ҡатыр саҡтарға ла еткәндер, әммә ул инаныстарына хыянат итмәгән, һүҙ майҙанынан, уҡыусыларынан йөҙ бормаған. Тамсы тама-тама ташты тишә, ти бит халыҡ мәҡәле. Еребеҙҙә Салауат рухы һүнә барыуға әсенгән журналистың мәҡәлә һайын күңелдәргә һалып сыҡҡан ҡуҙҙары бер мәл дөрлөп ҡабынмаҫ тимә. Һин Салауаттың, Хоҙайбирҙиндың, Ғариповтың изге эштәрен дауам итеүсе, хөрмәтле ҡәләмдәшем!


Вернуться назад