Янырға икән – янырға24.09.2013
Янырға икән – янырғаДонъяға яңы китап пәйҙә булды. “Янырға икән – янырға...” тип атала ул. Авторы – Рәдис Ноғоманов. Билдәле журналистың төрлө йылдарҙа ижад иткән һәм республикабыҙ матбуғатында баҫылып сыҡҡан яҙмалары – фельетондар, һүрәтләмәләр, публицистик мәҡәләләр, юлъяҙмалар һәм матбуғат өлкәһендәге хәл ителмәгән мәсьәләләргә, журналислыҡ этикаһын боҙоу осраҡтарына ҡағылышлы уйланыуҙар, фекерҙәр, тәҡдимдәр — тупланған унда.

Рәдис Ноғоманов, шәхес һәм мөхәррир булараҡ, республикала, ысынлап та, киң билдәле. Оҙаҡ йылдар дауамында ул етәкселек иткән “Өмет” гәзите – республикалағы дәүләт баҫмалары араһында иң күп таралғаны. Был осраҡта Рәдис Ноғомановтың ойоштора белеү һәләтен, журналислыҡ тәжрибәһен әүҙем ҡулланыуын, булдыҡлы ҡәләм эйәләрен туплап, уларға тейешле йүнәлеш бирә белеүен иҫкә алмау мөмкин түгел. Быға тиклем ул “Кызыл таң”да баш мөхәррир урынбаҫары, “Тулпар” журналында баш мөхәррир вазифаларын башҡарғайны. Был баҫмаларҙа ла ул үҙенең әле иҫкә алған матур сифаттары менән айырылып торҙо.
Етәкселек иткәндә лә журналист ҡәләмен ҡулдан төшөрмәгән мөхәррирҙәр бик һирәк. Рәдис Ноғманов – шундайҙарҙың береһе. Ана бит, уның яҙмалары бер ҡалын китаплыҡ йыйылған. Үҙенең әйтеүенсә, бында әле бөтә яҙмалары ла тупланмаған, әммә булғандары ла Рәдис Ноғомановты принципиаль, кешеләр һәм ил яҙмышы өсөн борсолоусы, тынғыһыҙ, ябай кешеләр һәм дәрәжәле ағайҙар менән аралашыусы, тормоштағы сетерекле проблемаларҙы хәл итергә ынтылыусы журналист итеп күҙ алдына баҫтыра. Башта уҡ шуны әйтергә кәрәк: байтаҡ йыл элек донъя күрһәләр ҙә, был яҙмалар һаман көнүҙәклеген юғалтмаған, китап ҡыҙыҡһынып уҡыла, унда күтәрелгән проблемалар һаман хәл итеүҙе көтә, бер генә яҙма ла уҡыусыны битараф ҡалдырмай. Автор ваҡиғаларҙы нисек бар шулай сағылдырып ҡына ҡалмай, уларҙан һығымта яһай, уҡыусыны уйланыуҙарға этәрә, күтәрелгән проблемаларҙы хәл итергә бурыслы төрлө инстанция вәкилдәренә аныҡ сара күреү бурысын ҡуя.
Үҙенең фекере булған, шуларҙы оҫта итеп уҡыусыларға еткерә белгән, йәшәйешебеҙҙең бөтә тармаҡтарына ла (көнкүреш, ауыл тормошо, иҡтисад, сәйәсәт, әхлаҡ, кешеләр яҙмышы һ.б.) байҡау яһаған, уларға үҙенең баһаһын биргән журналистарҙың береһе ул Рәдис Ғилуан улы. Йыш ҡына райондарға сығып, ябай халыҡ менән аралашыу, кешеләрҙең хәленә инә белеү, уларҙың аһ-зарына ҡолаҡ һалыу уның яҙмаларын уҡымлы ла, фәһемле лә, тәьҫирле лә итә торғандыр. Күп кенә мәҡәләләрендә рухи сафлыҡ өсөн көрәшеү, йәмғиәтебеҙҙе шул ысул менән матурларға тырышыу ярылып ята. Миңә Рәдис Ғилуан улы менән ике урында – “Һәнәк” журналында һәм “Өмет” гәзитендә — байтаҡ бергә эшләү бәхете тейҙе. Итәғәтле, ярҙамсыл, үҙ һөнәрен төплө белгән, кеселекле һәм кешелекле шәхес итеп беләм мин уны. Был сифаттары мотлаҡ китаптағы яҙмаларында ла сағылыш таба. Бына бер генә миҫал.
Илдең аҫты-өҫкә килгән 90-сы йылдар. Бөтә донъяға киң билдәле яҡташыбыҙ, химия фәндәре докторы, профессор Вил Мирзаянов Мәскәү гәзиттәренең береһендә, Рәсәйҙең, халыҡ-ара килешеүҙе һанға һуҡмай, йәшерен рәүештә яңы төр химик ҡорал етештереүен фашлап сыға. Уны, дәүләт серен асыуҙа ғәйепләп, ҡулға алалар. Йәмәғәтселек баҫымына сыҙамай, уны Лефортово төрмәһенән сығарып, үҙ йортонда күҙәтеү аҫтында тоталар, әммә әле эш ябылмаған, “илен һатҡан” ғалимға һаман төрмә янай... Бына ошо ауыр миҙгелдә Рәдис Ноғоманов, Мәскәүгә шылтыратып, уның хәлен белә, “Кызыл таң”да ғалимға әхлаҡи ярҙам күрһәтеү, йәмәғәтселеккә яҡташыбыҙҙың ғәйебе юҡлығын аңлатыу маҡсатында мәҡәлә менән сығыш яһай. Һуңынан ул гәзит уҡыусыларға атаҡлы ғалим менән әңгәмә тәҡдим итә, республика етәкселеген яҡташыбыҙҙы яҡлап һүҙ әйтергә өндәй. Ә бит был осорҙа әле Вил Мирзаяновтың исеме аҡланмаған, суд ҡарар сығармаған булған. Шуға ҡарамаҫтан, яҡташыбыҙҙы яҡлап сығып, был хәлде киң йәмәғәтселеккә еткереп, ҡыйыулыҡ һәм кешелеклелек күрһәтә Рәдис Ғилуан улы. Ошо рухта яҙылған, йәғни бәләгә тарыған ғаиләләрҙе, айырым кешеләрҙе ҡурсаларға ынтылған яҙмалар байтаҡ был китапта.
Китап юҡҡа ғына “Янырға икән – янырға...” тип исемләнмәгән. Ил, йәмғиәт, кешеләр хәстәре менән яныу – китаптың йөҙөн тап бына ошо сифат билдәләй. “Кешеләр, баштарыбыҙҙы ғорур тотайыҡ, күтәрелеп йондоҙҙарға бер ҡарайыҡсы. Нисек яҡты яна, сағыу нурҙары менән бер-береһенең йөҙөн балҡыта улар. Беҙ ҙә уларҙан ғибрәт алайыҡ”, – тип тамамлай Рәдис Ноғоманов бер яҙмаһын. Әйтергә кәрәк, уның үҙенең китабы ла кешеләр ғибрәт алырлыҡ яҙмаларҙан ғибәрәт. Талантлы журналистың был ижад емеше, һис шикһеҙ, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ, тип иҫәпләйем.


Вернуться назад