Таш ҡалала йәшәһәм дә, түгел бит таш бәғерем!..24.09.2013
Таш ҡалала йәшәһәм дә, түгел бит таш бәғерем!..Күңел һөрәне

Һөрәнләп йырлағым килә
Күкрәктәремде йыртып!
Яҙһамсы мин
тултырғансы
Күк дәфтәремдең һыртын!

Сәғәтем, аҙғын юрғалай,
Сабып сыға ла китә.
Уны эҙләп, ыҙа сигеү
Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ итә.

Һөрәнләү түгел, шыбырлау
Өсөн көсөм саҡ етә.
Ҡасан ғына дәфтәр тетер,
Ҡәләм туҙыр саҡ етә?

Ҡолау

Ташҡа ҡолау бигерәк насар:
Ҡыйрала ҡул-аяғың.
Ә ер
йәйелә түшәктәй,
Йығылһа –
аяп улын.

Ер йомшаҡ ул, миһырбанлы.
Ташта юҡ йәлләү хисе.
Ҡала гөрләй
борон беҙҙә
Гөрләгән йәйләү нисек.

Таш ҡалала йәшәһәм дә,
Түгел бит таш бәғерем!
Таш урамда абынғанда
Беләм ерем ҡәҙерен.

Һайлағаным ҡала булғас,
Ташта йәнем туңалыр.
…Ҡолап алған яраларым
Ер ҡуйынында уңалыр.

* * *
Эй, иҫәркәй,
Эй, йүләркәй!
Булғанмын мин
Бер ҡатлы!
Ихласлығым
Хаслыҡтарҙан
Бер ҡаңғырҙы,
Бер ҡатты.

Ихласлығым
Боҙҙай ҡатты
Хәйлә-мәкер
Тынынан.
Дошман ҡыйратыр
Ҡылысым
Саҡ-саҡ сыҡмай
Ҡынынан!

Хәҙер инде
Мин аҡыллы.
Анһат түгел
Ҡаҡшатыу.
Эргәмдән
Бер ҡайҙа китмәй
Шағир тигән
Яҡш(ы)атым!

Йылғаға

– Йылға, мине ал үҙеңә,
Киләсәккә юл күрһәт!
Сигенеүҙәрҙән арыным,
Ағымың менән үрләт!

Йылға, һин көслө, мөһабәт!
Усыңда боҙ ватаһың.
Тулҡын-ялды арыҫландай
Ялбыратып ятаһың!

Йылға, ҡаяны кимерә
Һинең үткер тештәрең.
Минең бер нигә теш үтмәй,
Ҡырылып ята эштәрем…

Ваҡ-төйәк, ығы-зығыға
Иҫең китмәй ағаһың.
Түбәндәһең, тик беләһең
Бөйөклөктөң баһаһын.

– Эй, ҡыҙым, миңә рәхәтме
Донъяла йылға булыу?
Боҙҙан ярымды иҙҙереү,
Ямғырға сарсап һулыу?

Эй, ҡыҙым… Эйе, мин көслө!
Ташҡан саҡта – ҡурҡыныс!
Һин дә яула бәхетеңде,
Һин дә ҡындан һур ҡылыс!

Анһат түгел нескә ептән
Әүерелеү арҡанға.
Һине лә гел ҡағып тормаҫ
Әҙер еңеү арҡаңдан.

Эйе, мин ҡыйрата алам
Ҡаялай ҡаршылыҡты.
Ғүмеремдә бик күптәрҙе
Аямай, шаршым йыҡты.

Тик, ҡыҙым, йәнде әсеткән
Һыу ағыулаған үт бар –
Ул һеҙ түккән йыуынтылар,
Ул – һеҙ ырғытҡан сүп-сар.

Шулай тигәс йылға, әрнеп,
Оялыштан тын ҡалдым.
Аяҡ аҫтыма тулҡындар
Быяла һирпеп һалды…

Йылға менән һөйләшеү

– Йылға, ҡайҙа бараһың?
– Диңгеҙҙәргә барамын.
Мин берсә бер ҡатлы, пак,
саф,
Берсә яһил, ҡарамын.

– Йылға, нисек үтәһең
Шишмә, диңгеҙ араһын?
– Тамсынан даръя булмай,
тип
Берәү әйтеп ҡараһын.

– Йылға, нисек өҫтөңдән
Боҙҙарҙы аҡтараһың?
– Ғәйрәт килә
белгәс кенә
Донъяның аҡ-ҡараһын.

Балыҡсы

Һин бөгөн ғашиҡ булмаһаң –
Ғашиҡ булырһың иртән.
Мин – балыҡсы. Яр буйында
Шым ғына балыҡ сиртәм.

Һин – сос балыҡ. Ялтлап,
ҡарпып,
Ымһындырып, уйнайһың!
Донъяға һыймай, йылғаны
Уңлы-һуллы буйлайһың!

Һин бөгөн ғашиҡ булмаһаң,
Бер мәл ғашиҡ булырһың –
Ул саҡта балыҡсы түгел,
Ашҡа ҡашыҡ булырмын!

Ас һәм туҡ

Астың хәлен туҡ белмәй шул,
Туҡтың хәлен ас белмәй.
Туҡ ас алдына мул итеп,
“Аша”, — тип ҡалас элмәй.

Астың хәле – эшһеҙлектән
Шабашкала тилмереү.
Туҡтың хәле – тонна-тонна
Алтын-көмөш кимереү.

Был Рәсәйҙә кем бәхетле,
Кем бәхетһеҙ – билдәһеҙ.
Тик шул ғына билдәлелер –
Аслы-туҡлы илдә беҙ!

Ленинград урмандары

Ҡараңғы бында урмандар,
Ерҙә мүк ята юрғандай.
Шомло тыны менән шырлыҡ
Үҙенә табан һурғандай...

Ҡараңғы бында урмандар,
Баш юғалыр кеүек унда.
Осор төҫлө ҡош эргәңдән,
Ашар кеүек кейек ҡулдан.

Мәскәй әбей ҡулы булып
Сибек шыршы арҡа ҡаға.
Туп асалар тубырсыҡтар,
Сигендереп артҡа табан.

Мин ят кеше был урманда,
Беҙҙә урман яҡты, алсаҡ.
Ҡайтһам, унда Шүрәле лә
Мине ҡосаҡлап аласаҡ!


Вернуться назад