Бал ҡорттары ни өсөн кешегә эйәләшкән?19.11.2011
Айыу, ҡойроғо өҙөлөп, теге ваҡытта солоҡто ташлап ҡасҡас, Кеше, солоҡтоң тағараларын ипләп, балауыҙҙарын рәтләп ҡуйып, эсен таҙартып, имгәнгән Бал ҡорттарын солоҡтоң эсенә сүпләп һалып, уның ҡапҡастарын япҡан, шунан ҡайтып киткән.
Ул ҡайтып киткәс, Бал ҡорттары аптырауҙа ҡалған.
Улар бер-береһенән һораған:
— Ни эшләп Кеше, Айыу һымаҡ, беҙ йыйған балды ашап бөтөрмәне икән?
— Ниңә ул беҙҙең оябыҙҙы төҙәтеп китте икән?
— Ни өсөн ул беҙҙең ҡалғандарыбыҙҙы үлтермәне икән?
Улар, был һорауҙарға үҙҙәре яуап бирә алмағас, теге Кеше артынан осоп барып, уның үҙенән һорағандар.
— Мин һеҙҙең ояғыҙҙы туҙҙырып, йыйған балығыҙҙы тотош ҡырып-һепереп алып бөтһәм, һеҙ ҡыш ҡайҙа йәшәрһегеҙ? Нимә менән тамаҡ туйҙырырһығыҙ? Һеҙгә лә йәшәргә кәрәк бит, — тип яуап биргән уларға Кеше.
Бал ҡорттары ҡайтып Кешенең һүҙҙәрен Инә ҡортҡа әйткән.
Кешенең был изгелеген күреп, улар үҙ-ара кәңәш ҡорған. Инә ҡорт шунда Бал ҡорттарына:
— Кеше килеп Айыуҙы ла туҡмап ебәрҙе, оябыҙҙы ла ипләне, беҙҙең ҡышҡылыҡҡа тип йыйған балыбыҙҙы ла үҙебеҙгә ҡалдырҙы. Шулай булғас, беҙ Кеше янына барайыҡ. Юғиһә был Айыу тигән яуыз яҫытабан беҙҙең нәҫел-ырыуыбыҙҙы ҡалдырмаҫ, ҡоротор, — тигән.
Бал ҡорттары барыһы ла, теге Кеше янына кире барып, үҙҙәренең теләген әйткән:
— Һин беҙгә бик ҙур изгелек эшләнең. Шуға күрә беҙ бөтөнләйгә һинең яныңа килдек. Беҙ һинән ашарға бер нәмә лә һорамайбыҙ, бесән дә кәрәкмәй, икмәк тә кәрәкмәй. Тик һин беҙҙе Айыу тигән яуыздан һаҡла. Беҙ ҙә һиңә изгелек эшләрбеҙ, — тигәндәр.
Кеше уларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алған һәм риза булған. Шунан Кеше ҡорттарға бик матур умарталар яһап биргән, уларҙы шунда урынлаштырған. Бал ҡорттары, йыл һайын күс айырып, бик күмәк булып, үрсеп киткән, ти.
Хәҙер ундай умарталар ҡайһы бер хужалыҡтарҙа меңләгән. Ә Бал ҡорттарын бөртөкләп һанаһаң, уларҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел. Йәй көнө, йүкә ағасы сәскә ебәргән саҡта һәм ҡарабойҙай сәскә атҡанда, улар бөтә урманды, баҫыуҙарҙы ҡаплап, геүләп осоп тора.
Шул замандан бирле Бал ҡорттары, Кешегә эйәләшеп, матур-матур умарталар эсендә шатланып, әле булһа донъя көтәләр, ти, һәм кешеләргә йыл һайын йөҙәр ботлап бал йыйып бирәләр, ти.
Жәлил КЕЙЕКБАЕВ


Вернуться назад