Тырышлыҡ. Талант. Танылыу20.09.2013
Тырышлыҡ. Талант. ТанылыуЗөлфиә... Эске мәғәнәһен төпсөнөүҙән әйтмәйем мин был исемде. Юҡ. Әҙәмде әҙәм иткән нәмә ат түгел, ә зат. Һәм хеҙмәт. Бар булмышыңды һалып, Хоҙай биргән рухты ҡанат итеп, йәнеңде лә, тәнеңде лә көсөргәндереп эшләү.

"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы эфирға сығара килгән тапшырыуҙарҙы ҡарай һәм тыңлай барғас, журналистиканың ошо тармағының эшмәкәрлегенә үҙем дә яҡын уҡ мөнәсәбәттә булғас, унда хеҙмәт итеүсе ижади көстәрҙең һәләттәре һәм мөмкинлектәре тураһында объектив фекер йөрөтә аламдыр, тип уйлайым. Ғөмүмән, беҙҙең телевидение ла, радио ла — аныҡ эске идеологиялы һәм эшлекле йүнәлештәге мәғлүмәт сығанаҡтары. Хәҙер ошо оло коллективта һөнәри йәһәттән юғары әҙерлекле һәм маһир бик күп журналистар эшләй. Тимәк, оҫталар тулы оҫтаханала үҙ оҫталығыңды күрһәтә алыу өсөн үлсәүҙәргә һыймаҫ тырышлыҡ та, тәбиғәт биреп, тормошта үҫтерелгән талант та ифрат кәрәк. Зөлфиә Рәхмәтуллина кеүек тырыш ҡыҙҙар халыҡта танылыуға ана шулар аша килә.
Телевидение студияһының ижтимағи тапшырыуҙар ижад берекмәһендә бүлек етәксеһе булып эшләүсе Зөлфиә Мохтар ҡыҙын йәш яғынан олпаттар рәтенә индереүгә әлегә бик алыҫ булһа ла, башҡарған эштәре уны республиканың иң көслө һәм әҙерлекле телерадиожурналистарының береһе тип иҫәпләргә форсат бирә. Зөлфиә ысын мәғәнәһендә профессионал: Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлеген, ситтән тороп Мәскәү телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәре институтын отличие менән тамамлаған. Күп яҡлы теоретик әҙерлеккә Рәхмәтуллина ғәжәп тырышлыҡ менән хәҙерге заманда һирәгерәк күренә торған яуаплылыҡты ла тәбиғи рәүештә үрә белә. Ун бер йыл эсендә Зөлфиә телевидениела ла, радио каналдарында ла халыҡтың йөрәгенә ҡағырлыҡ, рухи уртаҡ байлығыбыҙ булырлыҡ циклдар, тапшырыуҙар шәлкемдәре эшләне. Башҡортостан радиоһындағы һәм "Юлдаш" мәғлүмәт һәм моң каналындағы "Йылы усаҡ" тапшырыуҙары онотолорлоҡмо ни?! Улар әсә, ғаилә, бала һымаҡ иң аҫыл ҡиммәттәргә арналғайны. Ә һуң "Еңеү һалдаттары" циклы? Әйткәндәй, әлеге радиоочерктар материалына таянып, Зөлфиә шул исемдәге китап та баҫтырҙы. Афарин! Яугир батырлығын һәм хеҙмәт ҡаһарманлығын хөрмәт итә белеүең өсөн рәхмәт, журналист. Ҡулына ҡәләм, микрофон йә камера алған һәр кем ҙур йөрәкле, киң ҡарашлы булырға тейеш.
Һәм күрәбеҙ, йыл самаһы инде Зөлфиә Рәхмәтуллина телеэкран хужабикәһе булып алды. Тәүҙәрәк "Яҡшы кәйеф" менән "Ысынлап та..." тапшырыуҙарын алып барһа, "Телеүҙәк" киске каналы асылғас, ошонда күсте. Әлбиттә, оло һәр программаны эфирға сығарыуҙа хәтһеҙ халыҡ ҡатнаша, ләкин уның йөҙө барыбер — алып барыусы. Рәхмәтуллина был йәһәттән, журналистар әйтмешләй, иң юғары пилотаж күрһәтә. "Телеүҙәк" күтәргән темалар күмәк аҡыл емеше булһа ла, алып барыусы тамашасы алдында ла, студиялағы әңгәмәләштәре менән дә күҙгә-күҙ ҡала. Зөлфиә һис ҡасан да әңгәмә барышын ҡулдан ысҡындырмай. Бик күптәрҙән айырмалы рәүештә, ул һорауҙарын аныҡ, тел закондарын боҙмай еткерә белә. Һәр темала журналистың хәбәрҙарлығы шик уятмай. Минең ҡарашҡа, журналист Зөлфиә Рәхмәтуллинаның "Телеүҙәк"те алып барыуы программаның уңышына, популярлығына һис шикһеҙ йоғонто яһай. Шуныһы ҡыуаныслы: Зөлфиә радио тапшырыуҙарынан да ситләшмәй. Хәйер, "тырышҡандың даны сыға" тигән һүҙ хаҡ бит инде.
Улай тиһәң, был донъяла дан мәңгелек түгел. Уға һан да өҫтәлһә, хеҙмәт ғәҙел баһалана. Талантлы журналисыбыҙ Зөлфиә Мохтар ҡыҙы Рәхмәтуллинаға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия бирелһә, ғәҙеллектең тантанаһы шул булыр ине.


Вернуться назад