Аҡҡош күле18.09.2013
Хикәйә
Беҙ поездан төшөп сумаҙандарыбыҙҙы ла ҡуйып өлгөрмәнек, ерҙән үҫеп сыҡҡандай, Ғәбделкәрим бабай килеп етте.
— Улым! Фәһим!
— Ғәбделкәрим бабай!
— Йә, нисек, юлдар уңдымы һуң?
— Уңды, бабай. Курсты тамамланым.
— Һәйбәт, һәйбәт, йәш умартасы! Йәш белгес! Яҡшы! Ана беҙҙең ат. Йә, ә был кем?
— Иптәшем.
— Шулаймы? Таныш булайыҡ. «Еңеү» колхозының ат ҡараусыһы.
— Ғариф. Ҡаланан.
— Эйе, ҡаланан ул. Беҙҙең ауыл аша ялға бара, бер туған апаһына. Поезда таныштыҡ.
— Ҡунаҡ икән.
— Эйе, ҡунаҡ.
Ғәбделкәрим бабай, һин кем, тигәндәй, үҙенең киҫкен ҡарашы менән Ғарифты баштан-аяҡ үлсәп алғас:
— Яҡшы, — тип ҡуйҙы.
Бер нисә минуттан беҙ, ағым һыу кеүек борғоланып һуҙылған тигеҙ юлға төшөп, еңел кырандаста һалмаҡ ҡына сайҡала инек. Ғәбделкәрим бабай, үҙенең ерән һаҡалын һыйпаштырып, минең уҡыу хәлдәремде һорашып барҙы. Унан Ғарифҡа табан боролдо. Ғарифтың һөйләшергә бер ҙә теләге юҡ ине. Ул әленән-әле галстугын төҙәтә, кәпәсенән бөҙрәләнеп сығып торған сөм-ҡара сәсен һыпыра. Юл буйындағы ал, ҡыҙыл, зәңгәр сәскәләргә ҡарап бара, ҡулындағы сәскәләр гөлләмәһен танауына уҡ тейҙереп еҫкәй ине.
Ләкин Ғәбделкәрим бабай ауыҙын йомоп тора торған кешеләрҙән түгел. Бигерәк тә эргәһендә әле уға үҙ булып етмәгән сит кеше булғанда, һүҙһеҙ барамы һуң? Юҡ. Ул төпсөнөргә, ҡунаҡ менән ентекләп танышырға тотондо. Был танышыуҙан Ғарифтың өйләнгән булыуы, ләкин уның ҡатынын ташлап китеүе асыҡланды. Таллыҡ буйындағы ағас күперҙе сыҡҡас, Ғәбделкәрим бабай ерән ҡашҡаны ауылға табан тартты. Ул, атты үҙ ыңғайына ҡуйып, беҙгә табан борола төштө лә:
— Шулай тиһең, ә? Ташланым тиһең? Улай икән! — тип киң ерән ҡаштарын йыйырып ҡуйҙы. Кырандасҡа арҡаһын терәп ултырған Ғариф, башын артҡа ташлай биреп, йыуан папиросын ирендәренә ҡыҫҡан көйөнсә:
— Эйе, шулай тура килде,— тине.
— Холҡо оҡшамағандыр, күрәһең?
— Холҡо оҡшай ине.
— Мөхәббәте булманымы әллә? Һм. Ашыға төшкәнһең шул.
— Улай түгел. Беҙ уның менән бик яҡындан танышҡайныҡ.
— Шулаймы? Йә, йә!
— Геология техникумында уҡый инек беҙ,— тип һөйләп китте Ғариф.— Хәтерҙә, мин бер дәрестә физиканан насар билдәһе алдым. Эйе. Ғүмерҙә бер тапҡыр, ләкин алдым. Ҡала клубында оҙаҡ ҡына тансала булып, әҙерләнмәй барғайным шикелле. Егет саҡ ине шул, булғандыр инде. Хе-хе-хе... Шунан мине йыйылышҡа ҡуйҙылар. Бер аҙ эләкте малайға. Мин, тирләп-бешеп, бүлмәнән атылып килеп сыҡтым да, кеше-ҡара күрмәһен тигәндәй, шәп-шәп атлап киттем. Шул саҡ:
— Ғариф, һин башҡаса унда йөрөмә. Беҙгә бар. Бергә әҙерләнербеҙ. Бараһыңмы? — тигән йомшаҡ ҡына тауыш ишеттем.
Минең йәнәшәмдә түңәрәк алһыу йөҙлө, ҡыйылып торған ҡара ҡашлы класташ ҡыҙ Зәйтүнә тора. Ул миңә табан тағы бер аҙым атлап:
— Бараһыңмы? Әйт, Ғариф, бараһыңмы?
— Ярар, барырмын! — тим мин, ни әйтергә белмәйенсә. Ул, оялсан йылмайып, минең беләгемдән тота.
— Бар, Ғариф, бар, йәме? Мин көтөп торормон.
Беҙ занятиеларға бергә әҙерләнә башланыҡ. Ул математиканы бик тиҙ аңлап ала һәм миңә һөйләй. Ул төшөнөп етмәгәндәрен мин өйрәтәм... Йыйылыштарҙа өлгәшмәүселәрҙе тикшергәндә, президиум өҫтәле артында мин үҙем ултыра инем инде... Йәшермәйем, яғымлы ине ул. Уның ҙур зәңгәр күҙҙәрендә үҙенә бер йылылыҡ, һөйкөмлөлөк бар. Мин уны ярата инем. Беҙ икебеҙ ҙә техникумды юғары билдәләр менән тамамланыҡ, һаубуллашыу көнөндә уҡыуҙы бөтөрөп сығыусылар күмәкләшеп һыу буйына, ҡайынлыҡҡа сыҡтыҡ. Шунда мин, Зәйтүнәнең оялсан күҙҙәренә ҡарап, үҙемдең йөрәк тойғоларымды асып һалдым. Ул минең ҡулымды, үҙенең йылы усына алып, күкрәгенә ҡыҫты.
Беҙ ике йылдан һуң ҡушылдыҡ һәм бергә тора башланыҡ.
Мин, яҡшы китап уҡып сыҡҡандай, эске тулҡынланыу менән көлөп үк ебәрҙем. Ғәбделкәрим бабай тәрән ғәжәпләнеү менән:
— Ниңә айырылдығыҙ һуң? — тине.
— Яҙмыш.
— Нисек инде яҙмыш?
— Эйе, яҙмыш. Ул, Урал тауҙарында разведкала йөрөгәндә, аяғын имгәтте. Хәҙер уң аяғына аҡһап йөрөй.
— Шул ғынамы?
— Нисек инде — шул ғынамы?
— Тағы нәмә тим?
— Шул. Мин йәш кеше. Күҙ алдыңа килтер: беҙ ҡала урамынан ҡултыҡлашып барабыҙ, беҙгә йөҙләгән кеше ҡарап уҙа, ул... аҡһай. Эйе, мин йәш кеше, миңә общество эсендә йәшәргә кәрәк. Театр, кино, танса! Ә уның менән... Ғүмер кешегә тик бер генә тапҡыр бирелә...
Тәрән тынлыҡ урынлашты. Ғәбделкәрим бабай беҙгә табан боролоп ултырҙы, ул бер аҙ бөкөрәйә төшкән. Мин уны бындай күңелһеҙ хәлдә бер ҡасан да күргәнем юҡ ине, шикелле. Беҙ әкрен генә үргә күтәрелә башланыҡ. Мин тәрән уйҙар эсендәмен. Тормош һәм мөхәббәт мәсьәләләре мине көндән-көн нығыраҡ биләй. Мөхәббәтте мин мәңге нурланып, саф булып тора торған нәфис сәскә итеп күҙ алдына килтерәм.
Бына һиңә кәрәк булһа...
Тау өҫтөнә менгәс, алда киң иген ҡырҙары, йәшел көтөүлектәр йәйелеп китте. Тыуған ерҙәр! Мин иркен һулыш алдым һәм һоҡланып колхозымдың бик йыраҡҡа йәйелеп киткән баҫыуҙарына текәлдем. Киткәнгә бер йыл да тулмаған, ә ни тиклем һағындырған!
Бына юлдан уңда ғына, урман буйында, Аҡҡош күле. Уның ситендә йәшел ҡамыштар талғын ғына сайҡала, һыу ситендә үҫкән талдар эргәһенән генә бер көтөү өйрәк йөҙә.
— Аҡҡош күле! — тинем мин, тулҡынланыуымды йәшерә алмайынса.
Ғәбделкәрим бабай шунда табан боролған. Уның йөҙө хәҙер ни өсөндөр яҡтыраҡ ине.
— Матур күл,— тине Ғариф, сәскәләр гөлләмәһен еҫкәп.— Ҡарағыҙ, ниндәй зифа ҡамыштар урап алған үҙен.
— Беләһеңме,— тине Ғәбделкәрим бабай,— ошо күл менән бәйләнгән яҡты бер иҫтәлек хәтеремә төштө әле.— Уның ирендәре ҡалтырай ине. Беҙ икебеҙ ҙә һораулы ҡарап торғас, ул тиҙ генә эшләпәһен һалып ҡуйҙы, тамағын ҡырып алды һәм һүҙгә кереште.
— ...Эйе, көҙ ине. Беҙ ике егет, мин һәм юғары ос Ғәлимйән малайы Ғатаулла, күл буйындағы ана теге туғайлыҡта малдар ашатабыҙ.
Көн матур. Шулай. Игендәр урылып алынған баҫыуҙар өҫтөндә аҡ нескә ептәр һалмаҡ ҡына сайҡала, ҡоштар китә. Көтөүсе өсөн ҡоштарҙың ни тиклем ҡәҙерле, ғәзиз булыуын һөйләп тороуы артыҡ булыр ине. Шулай. Ә төш ауышыуға беҙ аҡҡоштар тауышын ишеттек.
— Ғәбделкәрим, күр, аҡҡоштар, аҡҡоштар, — тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе иптәшем. Беҙ, ҡулыбыҙҙы маңлайыбыҙға ҡуйып, урман өҫтөнә ҡараныҡ. Күрәбеҙ: теҙелешеп күлгә табан аҡҡоштар осоп килә. Ләкин... береһе төркөмдән шаҡтай түбән.
— Ғәбделкәрим, — ти иптәшем, миңә һыйынып, — береһе имгәнгән бит. Күрәһеңме, бер ҡанатын ниндәй ауыр йөрөтә...
Был аҡҡош әкренләп-әкренләп кенә түбәнәйә бара, ә башҡалары уҙып китте. Яңғыҙ аҡҡош һуҙып бер ҡысҡырып ҡуйҙы. Бөтә көсөн йыйып, өҫкә күтәрелергә, иптәштәрен ҡыуып етергә тырышып ҡараны. Тик хәле етмәне. Әйләнгеләп күлгә килеп төштө.
— Ҡалды, яңғыҙ ҡалды, — тине иптәшем, илай яҙып. Ҡыҙҙар кеүек бик тә нескә күңелле ине шул ул. Бәлки, илаған да булыр ине. Шул саҡ баш өҫтөндә һауаны ярып аҡҡош ҡаңғылдап ебәрҙе. Ул, үҙ төркөмөнән айырылып, күлгә табан оса ине. Төркөм, кесерәйгәндән-кесерәйә барып, офоҡ зәңгәрлегендә күҙҙән дә юғалды. Ә ике аҡҡош ошо күлдә тороп ҡалды. Беҙ уларҙы һәр көндө күҙәттек. Улар осоп китмәне. Ата һәм инә аҡҡош һәр килгән һайын күлдә ине. Ҡара көҙ етте. Киң ҡырҙар өҫтөнә аҡ ҡарҙар түшәлде. Ағас ботаҡтарын бәҫ һырып алды. Һыуыҡтар башланды. Бер килгәндә инде күл өҫтөн быяла кеүек ҡаты боҙ ҡаплаған. Ә ҡамыштар буйында, һалҡын боҙҙо иретеп, элеккесә пар аҡҡош йөҙә! Шул, бына шул, йәштәр. Эйе, Аҡҡош күле ул. Аҡҡош күле...
Ғәбделкәрим бабай һүҙен тамамлауы булды, Ғариф күҙҙәрен ҙур асып:
— Береһе сәләмәт булған бит, ниңә осоп китмәгән, ә? Ниңә осоп китмәгән? — тине, үҙе, ҡаты ярға килеп бәрелгән ярһыу тулҡындай, етди төҫ алып, уйға ҡалды.
— Дөрөҫ, — тине Ғәбделкәрим бабай, үҙ алдына фекер йөрөткәндәй, — уларҙың аңы ла, аҡылы ла юҡ инде.
Ғариф байтаҡ ара билдәһеҙ бер нөктәгә текәлеп килгәндән һуң:
— Аҡҡош... ташлап китмәгән... Бына нисек... — тип һөйләнде. Уның йөҙө бер ағара, бер, көслө ялҡын бешереп алғандай, ҡыҙара ине. Бына ул артына боролдо. Күҙҙәрен Аҡҡош күленән алмайынса:
— Зәйтүнә... — тип бышылданы.