Серҙәр иле Шүлгәнташ18.09.2013
Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә "Шүлгәнташ мәмерйәһенең һүрәттәре һәм тамғалары" тигән баҫма донъя күрҙе.

Ю.С. Ляхницкий, О.А. Минников, А.А. Юшко палеолит дәүерендә Евразияның көнсығышында сағыштырмаса яҡшы һаҡланып ҡалған берҙән-бер үҙенсәлекле мәҙәниәт ҡомартҡыһы менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
1999 йылдан алып Шүлгәнташтағы һүрәттәрҙе өйрәнгән А.П. Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй геологик ғилми-тикшеренеү институтының бер төркөм хеҙмәткәрҙәре 195 рәсем тапҡан, шуларҙың 140-ы тәүге тапҡыр асыҡланған. Ғалимдар уларҙы төркөмдәргә бүлгән. Мәмерйәлә боронғо хайуандарҙың һүрәттәренән тыш, төрлө геометрик тамғалар һәм таптар бар. Уларҙың күптәре компьютер ярҙамында тикшерелә. Алынған мәғлүмәттәр үҙенсәлекле ҡомартҡының өр-яңы йөҙөн аса һәм шул дәүерҙә Көньяҡ Уралда үҙаллы боронғо мәҙәниәт үҙәге булыуы хаҡында һөйләй.


Вернуться назад