Башҡортостанда —Рәсәй моңо17.09.2013
27—29 сентябрҙә Өфөлә ХХIII халыҡ-ара Аксаков көндәре була. Ошо байрам барышында Рәсәй Яҙыусылар союзының күсмә пленумын үткәреү ҡаралған. Ул "Башҡортостан: Евразия төйөнө. Күп милләтле Рәсәй әҙәбиәтенең бурыстары һәм Евразия традициялары" темаһына арналған. С.Т. Аксаков исемендәге сираттағы премияны тапшырыу тантанаһы ла байрамдың матур биҙәге буласаҡ.
Башҡортостанға Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, тарих фәндәре докторы, профессор, С.Т. Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы лауреаты Валерий Ганичев етәкселегендә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән — Татарстандан, Силәбенән, Сыуашстандан, Екатеринбургтан, Һамарҙан, Ырымбурҙан, Белгородтан егерме яҙыусы киләсәк. Улар араһында Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы секретары, күренекле шағир Николай Переяслов та бар. Гәзит уҡыусыларға уның шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.
Яҙҙың килеүе
Бара уҙып апрель урталары —
Үтте үтмәҫ кеүек оҙон ҡыш.
Күҙ эйәрмәҫ ҡанаттарын ҡаға,
Оса ҡайһы тарафҡа ул аҡҡош?..
Бүрек осҡан баштан, иҙеү асыҡ,
Яҡтылыҡтан сағыла күҙ бер аҙ.
Ҡала үҙе һуҙа асҡыстарын —
Һуғыштарһыҙ алды уны яҙ.
Алсаҡ килен һымаҡ, ҡояшлы көн
Хужа һәр бер ҡала-ауылға.
Әй, шат шаулап, бала-саға һымаҡ
Ағастар япраҡ яра.
Әллә күңел тула, әллә донъя
Япраҡ шауы, ҡоштар моңона.
Мин ҡабаттан ғашиҡ яҙ ҡыҙының
Үтә күренмәле һынына.
Тойғоларым һыймай күкрәгемә —
Лайыҡ йырға ҡайһы ғынаһы? —
Ни өсөндөр килә кешеләргә
Яҡшылыҡтар ғына ҡылаһы.
Июль сонеты
Ван Гог картинаһына оҡшаған йәй —
Өлгөрә йөҙөм емештәре...
Ҡояш-шарҙың
Ҡайнарлығы — алғыһыҙ тын,
Көйҙөрә бар нәмәне,
Шәфҡәте йә нәфрәтеләй Алланың.
Бындай йәйҙәр, ғәҙәтенсә, һирәк була:
Асыҡ яҡты, ерән төҫтә, Пьер Ришар кеүек.
Ҡайнар еле, урамдарҙы иңләп йөрөп
Хөрмәт менән һарыла, тупһама килеп.
Тупһа артында — еләҫ, һалҡынса.
Мин яратҡан ҡатыным менән унда,
Оялмайса шағир булыуымдан,
Данда ҡойонғандай,
Ҡойонам ҡояшта,
Килә ҡалһа сентябрь һағыш тейәп,
Июль сонеты йәмләр йәнде ул саҡта.
Ағастар
Ағастар алтынсы ҡатҡа етте инде.
Был йәшел шау юғарыға аша һаман.
Ҡаршыларға әҙер тора ҡыйыҡ сите —
Ер менән күк араһында ыҙан һымаҡ.
Әйтерһең дә, йыр башҡара был ағастар
Ҡыҫҡа ғүмерле һәм матур йәй хаҡында.
Сельпо һатыусыһылай тупаҫ ҡатын —
Нурһыҙ көс көтә сиратын йәй артында.
Тик уны ла сыбыҡтарһыҙ ҡыуыр һыуыҡ,
Йоҡоға талыр йәйгәсә ағас йәне.
Тәҙрәнән төшөр һирәк өй нурҙары,
Йылытмаҡсы булып туңған ағастарҙы.
Бер кем ҡулы яҙмағандыр ул көндө,
Ә бирелгән беҙгә ғүмер никтер һанап.
Ҡартайырмын, ахры, мин дә тәҙрәмдән
Ҡартайған шул ағасыма ҡарап-ҡарап.
Тик шулай ҙа, шәфҡәтле йәй ҡосағында
Балҡып ҡояш тыуып килгән иртәләрҙә,
Бәхеттер ул күреү ағастарҙың ысыҡта
Япраҡтарын йыуа-йыуа иркәләнһә...
Янып торған бер шаҡмағы ҡапыл һүнә
Баш осонда, һанһыҙ түбәләрҙән өҫтә
Йондоҙло күк. Сикһеҙ уның тарафтары.
Хәйерле төн, тәмле төштәр беҙгә теләп
Талпынғандай мәңгелектең ҡанаттары.
Күҙ алдымда тауыш-тынһыҙ һүнә бара
Балҡып торған тәҙрәләре һанһыҙ йорттоң.
Әйтерһең дә, ала бара ҡосағына
Берәм-берәм һәммәбеҙҙе татлы тулҡын.
Йота тынлыҡ геүләүен моторҙарҙың,
Ғүмерҙең бер көнө ҡала тороп үткәндә.
Кемдер минең шулай һуңлап ҡайтҡанды ла
Кроссворд ситенә яҙа булыр был мәлдә.
Йоҡола мин. Тик атылған йондоҙҙарҙың
Емелдәйҙер керфегемдә йыраҡ нуры.
Кроссворд кеүек, әҙерләгән ниҙәр яҙмыш,
Белһәм икән, төштәремдә күреп шуны.