Нимә генә булып бөтмәне был төндә! Әйтһәм, ышанмай торорһоғоҙ әле. Яратҡан актерыбыҙ Фидан Ғафаровты “гаишник” туҡтатты. Имеш, ул картуф тейәп ҡайтып килгән йөк машинаһы һауаны бысрата. Ә Нурия Ирсаева һуң?! “Белмәй ҡалдым, һиҙмәй ҡалдым йәшлегемдең уҙғанын...” тип йырлап йөрөнө урам буйлап. Был төндә Светлана Хәкимова Себер һынлы Себерҙән гастролен өҙөп, болан егеп ҡайтып төштө...
Ана шундай мажараларға бай булды Өфөлә тәүге тапҡыр үткәрелгән “Театрҙар төнө” акцияһы. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры тамашасылар өсөн бай программа әҙерләгәйне. Йәйге ялдан һуң халыҡтың театрға сарсағаны күренеп тора: залда алма төшөрлөк тә урын юҡ!
Бында кескәйҙәр ҙә, ололар ҙа рәхәтләнеп күңел асты. Балалар “Юл ҡағиҙәләре — беҙҙең дуҫтар!”, “Ут уйынсыҡ түгел!” кеүек әкиәттәрҙе ҡарап ҡына ҡалманы, үҙҙәре лә шул тамашала ҡатнашты.
Танылған артистар менән бергә сығыш яһарға күптәр хыяллана. Нәҡ ошо төндә театрға килгәндәр үҙенең актерлыҡ һәләтен дә күрһәтте. Кемдер “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһында Рәүис Заһитов менән ҡосаҡлашып байрам итте, икенсе егеткә “Шәүрәкәй” драмаһында Хөрмәтулла Үтәшев менән өшкөрөү йолаһын күрһәтергә насип булды. Теләгәндәр гримм бүлмәһенә, костюм цехына инеп, театр тормошо менән яҡындан таныша алды.
Нисек сәхнә әҫәре әҙерләнгәнен дә күреү бәхете тейҙе. Әлфис Ғаязовтың “Яңғыҙҙар ташы” пьесаһы буйынса артистарҙың асыҡ репетицияһын да күҙәттек. Ә инде төп залда ойошторолған театрлаштырылған тамаша халыҡтың кәйефен бермә-бер күтәрҙе.
Иң мөһиме, Өфөнөң театрҙарына инеү бушлай булды. Киләһе йылда ла “Театрҙар төнө”н халыҡ көтөп аласағына шик юҡ.