Мин тыуған ауылым Ҡаранйылғаның килеп сығышы, бында тыуып үҫкән арҙаҡлы шәхестәрҙең тормош юлы менән ҡыҙыҡһынам. Күптән түгел мәшһүр ғалим Жәлил Кейекбаевтың шәжәрәһен өйрәндем.
Жәлил Кейекбаев нәҫеленә минең тамырҙарым да барып тоташа. Кейекбайҙан — Йәноҙаҡ, Йәноҙаҡтан — Сөләймән, Сөләймәндән — Мырҙабай, Мырҙабайҙан — өләсәйем Ғәфифә, унан атайым Ғәли тыуған. Бөгөн ауылда Сибәғәтовтар, Кинйәбаевтар, Йәноҙаҡовтар, Йәрмиевтәр, Фәтҡоловтар, Сөләймәновтар — һәммәһе бер ырыу шәжәрәһен тәшкил итә.
Был нәҫел кешеләре үҙҙәренең эшсәнлеге, ғилемгә ынтылышы менән айырылып тора. Заманында Абдулла Йәноҙаҡов, Миңдулла Фәтҡолов, Сания Йәләлова Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнде. Оҙаҡ йылдар “Йондоҙ” колхозы рәйесе булып эшләгән Аҙнабай Йәноҙаҡов хужалыҡты районда алдынғылар рәтенә сығара. Мөниә Йәноҙаҡова Сибай башҡорт дәүләт драма театрының даланлы артистарының береһе ине.
Мин аҫыл ауылдаштарым менән ғорурланам, тырышып уҡыйым, киләсәктә улар һымаҡ халҡыбыҙ өсөн файҙалы кеше булырға теләйем.
Илназ ӘХМӘТШИН,
Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусыһы.
Ғафури районы.