Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изге эштәргә юл ярыусы
Изге эштәргә юл ярыусыУйлап ҡараһаң, сирек быуат ғүмер әҙ ҙә, күп тә түгел, ә күпме көрәш һәм ауырлыҡтарҙан, ҡаршылыҡтарҙан торған бер осор булып тарих биттәрендә урын алды.

Ябай халыҡҡа үҙгәртеп ҡороуҙың асылын төшөндөрөү, үҙ еребеҙҙе, булмышыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыу юлдарын күрһәтеү, аңлатыу бурысын үҙ ҡулына алыу маҡсатында башҡорт зыялылары берләшеп, кәңәш ҡорҙо, фекер уртаҡлашты. Һөҙөмтәлә халыҡты йыйыу урыны итеп "Аҡ тирмә" милли ойошмаһын төҙөнөк. Тәүҙә ойошмаға М. Аҡмулла исемен биреү ҡаралғайны, әммә был башҡорттоң алдынғы мәғрифәтсеһен — бер генә шәхесте күҙ уңында тотоу булыр ине. "Аҡ тирмә" иһә борондан башҡорт халҡының яҙмышын хәл итеүгә ҡоролған етди мәсьәләләрҙе ҡарау, мөһим ҡарарҙар ҡылыу урыны булараҡ та бик ҡиммәт, һәм был исем мәғәнәһе менән халҡыбыҙ тарихының тәрән тамырҙарына барып тоташа. Хөкүмәт етәкселәре менән уртаҡ фекергә килеп, халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған эшлекле ҡарарҙар ҡабул итеү маҡсаты менән ойошторолдо ул. Халыҡ яҙмышына, ил киләсәгенә битараф булмаған алдынғы ҡарашлы Мөхәмәтғәле Исҡужин, Дамир Вәлиев, Зөфәр Йәнәкәев, Марат Ҡолшәрипов, Мәрйәм Бураҡаева, Әкрәм Бейешев, Рәшит Шәкүр, Сәфәрғәле Йәнтүрин, Тәлғәт Исҡужин, Таңһылыу Ҡарамышева, Дияс Йәнтүрин, Әлтәф Ғәйфуллин, Ғәлим Хисамов, Ринат Байымов, Артур Иҙелбаев, Рауил Ниғмәтуллин һәм башҡа бик күп шәхестәр тотондо был эшкә. Рәшиҙә Солтанова ла, ул ваҡытта райком секретары вазифаһын үтәүенә ҡарамаҫтан, ошо заман талабынан сығып ойошторолған йәмәғәт үҙәген яҡлап ярҙам ҡулы һуҙҙы, уның уртаһында ҡайнаны. Ошондай ойошманы күптән көтөп торғандай, халыҡ "Аҡ тирмә"гә яҡынлашты, үҙҙәрен борсоған сәйәси, мәғариф, социаль, юридик, һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса килде, йәберһетелгән, ҡыйырһытылғандар ҙа ошо үҙәккә һыйынды. Кеше бында үҙенә яҡлау эҙләне, ярҙам көттө. Ул йылдарҙағы ауыр көрсөктән сығыу юлдарын "Аҡ тирмә" генә күрһәтә алырына өмөт итте халыҡ.
Бындай ҡатмарлы, күп яҡлы, бик тә яуаплы, мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе "Аҡ тирмә" иңенә генә йөкмәтеү мөмкин булманы, әлбиттә. Етмәһә, уның айырым ғына тәғәйенләнгән йәки һайланған етәксеһе лә юҡ ине әле. Ғәмәлдә уға йәмәғәтселек идара итте. Әммә ысынбарлыҡ һәр төрлө донъяуи мәсьәләләрҙе, йәғни буталсыҡ осорҙа килеп тыуған милли проблемаларҙы власть органдары менән килешеп юлға һалыу, дөрөҫ хәл итеү өсөн яңы үҙәктәр булдырыуҙы талап итте.
Шулай итеп, 1988 йылдың яҙында "Аҡ тирмә" башҡорт милли-мәҙәни үҙәге" айырым бер йәмәғәт ойошмаһы булараҡ теркәлде. Уның үҙенә генә хас уставы ҡабул ителде, идараһы булдырылды.
"Аҡ тирмә"нең беренсе рәйесе Сәфәрғәле Йәнтүрин булһа, Розалия Солтангәрәева ярҙамсыһы итеп һайланды. Устав буйынса "Аҡ тирмә"гә башҡорт халҡының мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәтен, милли аш-һыуын, кейем-һалымын, онотолоп бөтөп барған байрамдарын тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү кеүек мөһим бурыс йөкмәтелгәйне. Шул уҡ ваҡытта телебеҙҙе яҡлауға, һаҡлауға, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләүгә арналған осрашыуҙар үткәреү ҙә "Аҡ тирмә"гә тапшырылды. Телде һаҡлауҙы буш һүҙ менән генә түгел, фәһемле ғәмәли саралар нигеҙендә лә аңлатыу эштәре алып барылды.
Төрлө юҫыҡта эш алып барыу өсөн өр-яңы йәмәғәт ойошмалары булдырыу талабы тыуҙы. Шулай итеп, 1994 йылда "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге (БХҮ) теркәлеп, уның беренсе рәйесе итеп Рәшит Шәкүр һайланды. "Урал" үҙәге күберәк сәйәси мәсьәләләр менән шөғөлләнде. Мөхәмәтғәле Исҡужин "Аҡ тамыр" ойошмаһын етәкләүҙе үҙ өҫтөнә алып, милли мәғариф, йәғни балалар баҡсаларының, мәктәптәрҙең артабанғы яҙмышы өсөн яуаплы булһа, йәштәрҙән "Башҡорт йәштәре иттифағы" төҙөлөп, үҙ эшен башланы. Уның рәйесе итеп Ринат Байымов тәғәйенләнде. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының эшенә Нәжибә Мәҡсүтова яуаплы ине. Ошо осорҙа яңы "Башҡорт халыҡ партияһы" ла төҙөлдө. Етәкселәре Рауил Ниғмәтуллин, Ғәлим Хисамов булһа, һуңынан был эш Әлтәф Ғәйфуллинға ташырылды. Партия уставын, положениеһын төҙөүҙе Әкрәм Бейешевҡа йөкмәттеләр. Устав бер тауыштан ҡабул ителде. Һәр йәмәғәт ойошмаһы уртаҡ маҡсат — республикабыҙҙы һаҡлау, телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы яҡлау, ҡурсалау, артабан яңыса үҫеүгә булышлыҡ итеү менән мәшғүл булды. Ойошторолған яңы йәмәғәт үҙәктәренең эшенә етәкселек итеү өсөн төп орган — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барлыҡҡа килде. Башҡарма комитеттың беренсе рәйесе итеп ғалим Нияз Мәжитов һайланды. Үрҙә һаналған барлыҡ йәмәғәт ойошмалары ла иң беренсе "Аҡ тирмә" нигеҙендә төҙөлдө.
Үҙенең 25 йыллыҡ эш дәүерендә "Аҡ тирмә"гә дүрт рәйес етәкселек итте. Сәфәрғәле Йәнтүриндән һуң рәйес итеп Роберт Солтанов һайланды. "Нефтсе" мәҙәниәт һарайы "Аҡ тирмә" өсөн һәр ваҡыт асыҡ булды. Осрашыуға, аралашыуға һыуһаған халыҡ аҙна һайын ошо мәҙәниәт һарайына йыйыла торғайны.
Өсөнсө рәйес булып Мәрйәм Бураҡаева килде. Онотолоп барған милли аш-һыуҙы тергеҙеү, артабан үҫтереү маҡсатында буҙа, ҡурмас, талҡан етештереп, уны халыҡҡа еткереү, йәш быуынға тәмләтеү, әҙерләү ысулдарын өйрәтеү ҙур уңыштарҙың береһе булды ул осорҙа.
2001 йылда "Аҡ тирмә"гә дүртенсе рәйес сифатында миңә килергә насип итте. Халыҡ хәрәкәтенең иң ҡыҙыу һәм әүҙем ваҡыты. "Аҡ тирмә" идараһы ағзалары Яҡуп Шәмсетдинов, Лея Ғүмәрова, Билал Билалов, Сәкинә Билалова, Рәйлә Ишбулдина, Анфиса Шакирова, Рәшит Шәкүр, Рәмзилә Исмәғилева, Мөхәмәтғәле Исҡужин, Ғәлим Хисамов, Альбина Исхаҡова, Нажиә Аллаярова һәм башҡа бик күп милләттәштәр эште башлап ебәреүҙә ярҙам итте. Яңы ғына төҙөлгән Соцстрах бинаһының конференциялар залында башҡорт мәктәптәренең сығарылыш класс уҡыусылары менән төрлө юғары уҡыу йорто профессорҙары өсөн профессиональ йүнәлеш биреү кисәһе бик уңышлы булды.
Халыҡтар дуҫлығы йортоноң бәләкәй залын да ҡулландыҡ. Эшҡыуарлыҡ башланып ҡына торған осор булғанлыҡтан, башҡорт ҡыҙ һәм егеттәрен яңы тормош юлын һайлауға ылыҡтырыу, юл күрһәтеү маҡсатында инде танылып өлгөргән эшҡыуарҙар Рәүеф Әлмөхәмәтов һәм Гүзәл Яубаҫарова менән осраштырып, шәхси шөғөлдөң асылын, уның кәрәклеген аңлатыу ҙа бик фәһемле булды. Шул уҡ залда сит илдә уҡып, күп телдәрҙе яҡшы белгән профессор Илдус Илешев менән "Милли ғорурлыҡ һәм әхлаҡи тәртип" темаһына кисә үткәреү ҙә эҙһеҙ ҡалмағандыр. Илдус Ғөбәйҙулла улы: "Ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә, башҡорт балаһы икәнегеҙҙе онотмағыҙ, милләтегеҙ, телегеҙ, илегеҙ менән ғорурлана белегеҙ. Һәр ерҙә үҙегеҙҙе тотошоғоҙға етди, хатта кейемегеҙгә лә иғтибарлы, талапсан булығыҙ, бөхтә йөрөгөҙ", — тигән һүҙҙәре үҫеп килгән йәштәр өсөн бик тә урынлы һәм ҙур тәрбиәүи көскә эйә булды.
Башҡорт дәүләт филармонияһында ла бик күп сара ойошторҙоҡ. Унда башлыса студенттарҙы йәлеп иттек.
Инвалидтар йортон, Матбуғат йортон да буш ҡуйманыҡ. Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында "Аҡ тирмә"нең бүлексәһен төҙөгәйнек, уның рәйесе Марат Кәримов "Заһиҙә" ансамблен алып килеп, сығыштарын Өфө тамашасыһына күрһәтте.
Ғөмүмән, "Аҡ тирмә", халыҡты йыйырға урын юҡ тип, ҡул ҡаушырып ултырманы, йыш ҡына райондарға ла сыҡты. 2002 йылда Бүздәк районындағы Ҡаңны-Төркәйҙә "Аҡ тирмә" бүлексәһе менән берлектә бөтә ауыл халҡы ҡатнашлығында "Ҡаҙ өмәһе" үткәрҙек. Бүлексәнең етәксеһе Марат Кәримов әленән-әле күп төрлө йыйындар ойоштора. 2003 йылда "Аҡ тирмә" планы менән Ҡаңны-Төркәйҙә инде халыҡ араһында онотолоп барған "Һағыҙ байрамы"н үткәрҙек. Ҡайын туҙынан ҡаймаҡта ҡайнатылған һағыҙҙың файҙаһын был эштең оҫтаһы Асия ханым килеүселәргә һөйләп аңлатты, әле генә яһалған һағыҙҙарҙы бүләккә таратты. Был сара ла халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн тергеҙеүҙең ҡиммәтле аҙымы ине.
2002 йылда, ниһайәт, "Нефтсе" мәҙәниәт һарайының ҙур залын айына бер тапҡыр бушлай ҡуртымға алып, сара үткәреүгә рөхсәт бирелде, һәм ысын мәғәнәһендә халыҡ менән тығыҙ эшләүгә юл асылды. Тәү сиратта "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында әбйәлилдәр һәм өфөләр менән осрашыу ойошторҙоҡ.
Иң төп маҡсатының береһе булараҡ, "Аҡ тирмә" телебеҙҙе үҫтереү, һаҡлау буйынса ла ҙур эш башҡарып килә. 2002 йылдан "Нефтсе" һарайында "Теле барҙың — иле бар" кисәһен даими үткәреү йолаға әйләнде.
Онотолоп барған башҡорт туйы йолаһын йәштәргә күрһәтеүҙе оло бурысыбыҙ һанап, ысын башҡорт туйын да уҙғарҙыҡ, театрлаштырылған "Бәпес ҡайтты" тамашаһы аша яңы тыуған балаға исем ҡушыу йолаһын да күрһәтә алдыҡ.
"Аҡ тирмә" милли батырыбыҙ Салауат көндәренән дә ситтә ҡалмай, әүҙем ҡатнаша, халыҡ менән бергә була. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын республика менән бергә киң билдәләнек. Шул уҡ ваҡытта "Аҡ тирмә" "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә эшләне.
Аҫаба башҡорттар йәшәгән Силәбе, Ырымбур, Екатеринбург өлкәләре, Пермь крайы менән дә даими бәйләнештә "Аҡ тирмә".
Шәжәрә йыйындарын иһә 2006 йылда сыҡҡан ҡарарҙан алда уҡ, 2004 йылда Күгәрсен районының Туйөмбәт ауылында башлап ебәрҙек, һәм байтаҡ районда ул үҙ сценарийы буйынса үткәрелеп килә. Беҙҙең "Аҡ тирмә" Башҡортостандың Яҙыусылар союзы менән дә бәйләнеште өҙмәй. Һәр йыл ижад кисәләре, әҙиптәрҙең юбилейҙары уҙғарыла.
Матбуғатты ла күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Гәзит-журналға яҙылыуҙы ойоштороу һәм редакцияларҙың юбилей кисәләрен "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында үткәреү йолаға инде. "Һәнәк" журналы менән "Көлә-көлә "Һәнәк" килә" тигән кисәләр ойошторола. Был саралар дәррәү алҡыш менән үтә, әммә улар көлкө өсөн түгел, ә теге йәки был донъяуи етешһеҙлекте тәнҡитләү, чиновниктарҙың ғәмһеҙлегенә халыҡтың иғтибарын йүнәлтеү һәм ундай осраҡтарҙа үҙ һүҙеңде әйтә белеүгә ишара итеү маҡсатына ҡоролған.
2003 йылда "Аҡ тирмә" ҡарамағында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү маҡсатында "Өләсәйҙәр ҡоро"н асып ебәрҙек, һәм бөгөн дә Альбина Исхаҡова етәкселегендә ҡор уңышлы эшләп килә. Ошо уҡ йылда баш ҡаланың Дим биҫтәһендә "Дим моңдары" бүлексәһен астыҡ, уның етәксеһе Рәйлә Ишбулдина башҡорт балаларын милли рухта тәрбиәләүҙә йыр, бейеү, ҡурай, ҡумыҙ аша күп көс һала.
Һуңғы йылдарҙа республика өсөн халыҡты берләштереү, йәштәр араһында яңыса тәрбиәүи эш алып барыуҙа "Аҡ тирмә"нең әһәмиәтен аңлап, уға бөткөһөҙ саралар үткәреүҙә эскерһеҙ ярҙам итеүсе Мәҙәниәт, Мәғариф министрлыҡтарына, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы етәкселегенә, "Башҡортостан", "Йәшлек", "Киске Өфө" гәзите мөхәрририәттәренә, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистарына, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективына һәм бик күп башҡа ойошма, "Нефтсе" мәҙәниәт һарайы етәкселәренә, хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде белдерәм.
"Күмәкләгән яу ҡайтарған" ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, шулай.
2012 йылдың көҙөндә "Аҡ тирмә"гә бишенсе рәйес итеп Фәниә Сафуллина һайланды. Уға уңыштар теләйем, "Аҡ тирмә"нең тағы әүҙемерәк эшләйәсәгенә ышанам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 688

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 068

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 589

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 788

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 614

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 467

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 519

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 425

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 684

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 419

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 582