Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙ килтергән шағир
Яҙ килтергән шағирЯҙ килә лә китә,
Йөрәк көтә, көтә,
Йәшлек үтә, үтә яҙ һымаҡ.
Һин былбылым минең,
Йырланмаған йырым,
Балҡып кил һин атҡан таң һымаҡ...

Яҡуп Ҡолмой, үҙенең “Былбылым” йырындағыса, башҡорт әҙәбиәтендә мөхәббәт йырсыһы булараҡ урын алды. Әммә егет менән ҡыҙ мөхәббәте генә түгел был. Донъяға сабыйҙарса һоҡланып баҡҡан лирик шағир ғүмер буйы тыуған иленә, халҡына, яҡташтарына, һәйбәт күңелле кешеләргә булған ихтирам-һөйөү хисен шиғри юлдарға һалып йәшәне. Асылда күңеле менән ул сабый ине, ижадында ла сабый сафлығы, эскерһеҙлеге, ихласлығы асыҡ сағылды. Хатта урамда ла берәй баланы күрһә, туҡтап, уға ҡул биреп, ҡосағына алып, арҡаһынан һөйөп үтер ине... Ә бит ошо нескә күңелле, миһырбанлы кешегә заманында ниндәй генә ҡыйынлыҡтар кисерергә тура килмәгән!

1939 йылда Яҡуп Ҡолмой Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм тыуған илебеҙҙең көньяҡ сигендә – Әрмәнстанда атлылар дивизияһында хеҙмәт итә. Ярлы крәѕтиән ғаиләһендә тыуып үѕкән алсаҡ ауыл егете, атын үҙ иткән кеүек, шиғырҙарын да онотмай, һалдат уяулығын данлап йырлай. Шиғырҙар туп-ланған тәүге китабы – “Аҙым” — һуғыш алдынан баѕылып сыға.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул, кавалерист булараҡ, полкташтары менән Көнбайыш фронтында, баш ҡалабыҙ Мәскәүҙе һаҡлап ҡалыуҙа ҡатнаша. Яу тынып торған арала, эйәренә ҡағыҙ һалып, шиғырҙар яҙа, уларҙы өс мөйөшлө хат итеп Өфөгә, Яҙыусылар союзына һәм гәзит-журналдарға оҙата. 1941 йылдың көҙөндә ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ул ауыр яралана.
Яҡуп Ҡолмой ут яуғанда ла, ер тетрәгәндә лә: “Шиғыр һәм ат яҡын иптәшем”, – тип ҡурҡыу белмәѕ көр тауыш менән йырлай. 1942 йылда инде уның Мәскәү өсөн барған дәһшәтле бәрелештәрҙә яҙған шиғырҙары тупланған “Фронтовик уйҙары” тигән китабы сыға. Йәнә бер баҫмаһы Рәшит Ниғмәти мөхәррирлегендә 1944 йылда донъя күрә. Шул уҡ йылда уны СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алалар. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн яугир-шағир орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Яҡты күгебеҙҙе ҡара һөрөмгә ҡаплап, гөлгә күмелер еребеҙҙе көлгә күмеп, тыуған илебеҙгә ябырылған дошман менән алышта сыныҡты шағир. Һуғыш һөрөмө һеңгән һорғолт ҡағыҙҙарҙағы яҙмалар Башҡортостан матбуғаты биттәрендә әленән-әле баѕыла торҙо.
Илебеҙгә Еңеү яулашҡан шағир тыныс тормошта ла үҙен яугир-һалдат итеп тойҙо. Тәжрибәле журналист булараҡ, көндәлек матбуғатта хеҙмәт батырҙары хаҡында мауыҡтырғыс очерктар һәм һүрәтләмәләр менән йыш ҡына сығыш яһаны, әленән-әле гражданлыҡ тойғоһо менән һуғарылған шиғырҙар ижад итте.
Яҡуп Ҡолмой шиғриәттең бөтә жанрында ла уңышлы ижад иткән оѕталарҙың береһе ине. Ике тиѕтәнән ашыу китабында күңел йыуатырлыҡ лирик шиғырҙарын табыу ҡыйын түгел. Улар еңел уҡыла, аңлашыла, техник яҡтан эшләнеше лә, музыкаль яңғырашы ла килешеп тора. Бындай шиғырҙарҙы бигерәк тә йәштәр яратып уҡыусан.
Башҡорт шиғриәтендә сонеттар ул ҡәҙәр киң таралған жанр түгел. Был ауыр һәм мауыҡтырғыс жанрҙа ике-өс шағир ғына, шул иѕәптән Яҡуп Ҡолмой ҙа арыу уҡ уңыштарға өлгәште. Әйтергә кәрәк, өс тиѕтә йылдан ашыу ваҡытлы матбуғат биттәрендә, үҙенең китаптарында баѕылып сыҡҡан күп төрлө сонеттар әҙиптең тынғыһыҙ ижадын йәнә бер яҡлап биҙәй. Бигерәк тә “Тик мин тыныс түгел”, “Мөхәббәт”, “Әлдә һин бар”, “Бер ҡыҙға һин оҡшаш түгел” һәм башҡа күп кенә сонеттар шәлкеме уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты.
“Һәнәк” журналы менән хеҙмәттәшлек иткән сатира һәм юмор оѕталары байтаҡ булһа ла, мәѕәл яҙыусыларҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Улар араһында Яҡуп Ҡолмойҙо ла йыш осратабыҙ. Йәмғиәттең өѕтө-аѕҡа килгән, буталсыҡ йылдар заманында ул “Һәнәк”тә генә лә утыҙҙан ашыу үткер сюжетҡа ҡоролған, хәтерҙә һаҡланырлыҡ образдар тыуҙырылған мәѕәлдәрен баѕтырҙы. Был иһә шағирҙың тормош менән бергә атлауын, ил, йәмғиәт яҙмышына битараф булмауын раѕлаусы күренеш.
Йыр жанры Яҡуп Ҡолмой ижадында шаҡтай ҙур урын биләй. Ул үҙе лә сонеттарының береһендә:
“Шиғыр һәм йыр – ике ҡанатым,
Елдәй елә ярһыу пар атым”, –
ти. Яу яландарында уҡ йыр менән дуѕлашҡан шағир йәшәүгә йәм, илһам биргән йыр менән сәстәренә сал ҡунғансы айырылмай йәнәшә атланы.
Башҡортостандың бөтә билдәле композиторҙары ла тиерлек уның һүҙҙәренә көй яҙған. Киң таралған йырҙарының һаны йөҙ илленән артып китә. “Уралым”, “Былбылым”, “Тыуған илем”, “Томбойоҡ бүләк итмә”, “Бәхет йыры” кеүек һәм башҡа бик күп йырҙары айырыуса халыҡлашып китте, ҡайһы берҙәре һаман моң һөйөүселәрҙе һөйөндөрә.
Ҙур күләмле шиғри әѕәрҙәрҙе лә үҙ итте шағир. Бигерәк тә ул яуҙаш дуѕтарының батырлығы хаҡында хисләнеп яҙҙы. “Яуҙа сыныҡҡан йәшлек” тигән әѕәре танк экипажының ҡаҡшамаѕ дуѕлығын күрһәтһә, “Яҡташ” тигән героик поэмаһында Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың үлемһеҙ батырлығын күҙ алдына баѕтыра. “Хаттар һөйләй” тигән трагик әѕәр ҙә тәрән кисерешле. Унда ҡыйыу лейтенант Ғәйфүштең аты менән бергә һәләк булыуы һүрәтләнә. “Яҡты эҙ” поэмаһында иһә санитарка ҡыҙ образы күңелде яулап ала.
Шиғриәтле ғүмер... Икенсе төрлөрәк әйтһәк, йылдарҙан ҡалған шиғри юлдар... Уларҙы йөрәгенән һурып ҡағыҙға төшөргән шағирға – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына был көндәрҙә 95 йыл тулған булыр ине. Шиғриәтте юлдаш итеп оҙон юл үткән, күпте күргән, күпте кисергән был уҙаманды күңелдәргә яҙ килтергән шағир тип атағым килә. Вафатынан һуң уға атап яҙылған шиғырым да тап шул хаҡта.

Һандуғастар яҙын килгән кеүек,
Шағир килә ергә яҙ алып.
Балҡып килә атҡан таңдар кеүек,
Күңелдәргә яҡты наҙ яғып.

Һандуғасһыҙ яҙҙар – яҙ түгел,
Наҙлы һүҙһеҙ наҙҙар – наҙ түгел.

Һандуғастар таңда һайрағандай,
Йырлай шағир таңға ҡалдырып.
Яҡты сәсә шағир, үҙ йөрәген
Яҙ ҡояшы кеүек яндырып.

Ғүмер үтә, үтә яҙ һымаҡ,
Шағир ғүмере һәр саҡ аҙ һымаҡ.

Һандуғастар көҙөн киткән кеүек,
Килеп етә ғүмер көҙҙәре.
Яҙҙар алып килгән шағир китә,
Тороп ҡала наҙлы һүҙҙәре.

Тормош кеүек һаман аға һыу...
Һандуғастар киткәс – яманһыу...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567