Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор Суфиян Поварисовтың өйөндә булғанда, тиҫтәләгән китап кәштәләрендә урын алған йөҙәрләгән томдар араһынан бәләкәй генә бер китапҡа күҙем төштө. Алдым. Суфиян Поварисовтың "Бәхет тураһында легенда" исемле китабы. Тәүге битен астым. "1982 йылдың сентябрь айы. Эҫелек урыны менән 33–35 градусҡа етә. Илешкә был юлы нәҡ шундай эҫе көндәрҙә ҡайтып төштөм. Яҙырға. Материал йыйырға. Был юлы районды йәйәүләп үтергә булдым..." Мин оҙаҡ ҡына китаптан айырыла алманым. Ул үҙенең ихлас интонацияһы, ябайлығы, тормошсанлығы, минең, тимәк, уҡыусының күңелендәге тойғоларға ауаздаш булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Бер ниндәй уйлап сығарылған хәл-ваҡиға юҡ, барыһы ла тормоштағы кеүек тәбиғи, киң, оло йылға һымаҡ тыныс ҡына аға, әммә нимәһе менәндер үҙенә йәлеп итә, уны уҡығы килеп тора. Был китапта йөҙәрләгән кеше телгә алына — уларҙың һөнәрҙәре төрлө-төрлө: һауынсы, агроном, механизатор, колхоз рәйесе, партком секретары, иҡтисадсы, ат ҡараусы, уҡытыусы һәм башҡалар. Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, ниндәй һөнәр кешеләре булһалар ҙа, уларҙың ауыр эшендә йөрәктәре һыуынмағанын, күңелдәре ҡатмағанын, үҙ эштәрен һәм төбәктәрен бар булмышы менән һөйөүен күрһәтә алған Суфиян ағай Поварисов. Һәм ошо көндәрҙә күренекле әҙиптең "И, ғәзиз илем — иманлы Илешем" тигән йәнә бер китабы донъя күрҙе. Әгәр "Бәхет тураһында легенда"ла ваҡиғалар 1982 йылда барһа, һуңғы китапта колхоздарҙың 1988 йылдағы хәле һүрәтләнә. Барлығы алты йыл үткән. Ауыл кешеләре тормошонда ниндәй үҙгәрештәр булған ул арала? Ниндәй сәбәп яҙыусыны шул бер үк район кешеләре хаҡында тағы бер китап яҙырға мәжбүр иткән? 1986 йылда илебеҙгә яңы етәксе булып килгән Горбачев иҡтисадта ла, сәнәғәттә лә, ауыл хужалығында ла үҙгәртеп ҡороу сәйәсәте үткәрә башланы. Яңы сәйәсәт ауылдар, колхоздар үҫешенә ниндәй йоғонто яһар? Бына ошо һорау яҙыусыны ҡулына ҡәләм алырға мәжбүр иткән дә инде. Мин Илеш районы ауылдарына бағышланған йыйынтыҡҡа ингән "Ауыл яҙмышы кем ҡулында?" бүлеген ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым. Әгәр "Бәхет тураһында легенда"ла әҙип колхоздар тормошон сағылдырһа, быныһында иһә бер колхоз менән сикләнә. Уның исеме — "Сөн". Ниңә был хужалыҡҡа туҡталған автор? Ул үҙе былай тип аңлата: "Районда аренда подрядына бар колхоздар алынған, әммә шуларҙың береһе генә — "Сөн" колхозы — тулыһынса күскән, унда 42 аренда подразделениеһы төҙөлгән". Нимә ул аренда подряды, ниңә гөрләп эшләгән колхозды бүлгеләп, яңыса эшләү рәүешенә күсергәндәр, ул формала ниндәй өҫтөнлөк бар? Яҙыусы был һорауҙы ауыл хужалығы белгестәренә бирә. Улар төрлөсә яуаплай, әммә, дөйөм алғанда, был аҙымдың ауылды "артталыҡтан сығарыу өсөн" булыуы аңлашыла. Китапта мине, тәү сиратта, Суфиян Поварисовтың яҙыу оҫталығы, "күңелһеҙ тема"ны ла уҡыусыға мауыҡтырғыс итеп бирә алыуы һоҡландырҙы. "Ауыл яҙмышы кем ҡулында?" әҫәрендә ваҡиғалар етеҙ бара, ошо сәбәпле бүлектәр ҙә ҡыҫҡа-ҡыҫҡа. Автор бер факт килтерә лә икенсеһен бәйән итә. Бүлектәрҙең исемдәрендә лә күренә был. Әгәр "Бәхет тураһында легенда"ла бүлектәр исеме тыныс һәм лирик йүнәлештә булһа ("Ил намыҫы", "Матурлыҡ", "Аҡ тамсылар", "Күңел йылыһы", "Ер-әсә күңеле" һәм башҡалар), "Ауыл яҙмышы кем ҡулында?" китабында улар аныҡ һәм конфликтлы, энергиялы һәм эмоциональ ("377 кешенең 305-е — "артыҡ ҡалаҡ", "Ул кем елкәһендә йәшәр?", "Һандар ни һөйләй?", "Быға тиклем ни ҡарағандар?", "Кемдеке дөрөҫ?" һәм башҡалар). Суфиян Поварисов бер үк ерлектәге ике төрлө материал тураһында яҙа, ергә, хужалыҡ итеүгә ике төрлө ҡараш ташлай. Был китаптарҙы уҡып, үткән быуаттың 80-се йылдарында тормоштоң нисек тиҙ үҙгәрә барыуын күрәбеҙ, "аренда подряды" йүнәлешендә капитализм осҡондары сәсрәй башлауын аңлайбыҙ. Эйе, Суфиян Поварисовтың китаптары илебеҙҙең боролош мәлендәге проблемаларҙы йәшереп тормайынса асыҡтан-асыҡ күрһәткән тарихи документтар булып тора. Уларҙан илебеҙҙә булған үҙгәрештәрҙең сәбәбен аңларға, тикшерергә һәм һөҙөмтә яһарға мөмкин. Йомғаҡлап шуны әйтке килә: Илештең республикала иң алдынғы райондарҙың береһе булыуы һәр кемгә мәғлүм. Был әҫәрҙәр — районға һәм уның кешеләренә мәҙхиә ул. Әле бер район хаҡында ла, уның халҡы, кешеләрҙең ауыр, ләкин һоҡландырғыс эштәре тураһында айырым йыйынтыҡ нәшер ителгәне юҡ ине. Суфиян Поварисов халыҡсан тел менән, бар йөрәген биреп, яҙҙы был китапты. Йыйынтыҡты һоҡланмай уҡыу мөмкин түгел. Хатта көнләшеү ҡатыш үкенес тә тыуа күңелдә — мин бөтә йөрәктән йылымды, мөхәббәтемде биреп, үҙ районым хаҡында китап яҙа алыр инемме? Юҡтыр, тигән уй күңелде әрнетә. Минең генә түгел, күп яҙыусыларҙың ҡулынан килмәҫ ине был тиклем күләмле хеҙмәт. Был китап — Илеш районы халҡына рухи һәйкәл һәм, әлбиттә, Суфиян Поварисовтың үҙенә, ижадына, иң мөһиме — тыуған төйәгенә, районына, уның кешеләренә булған ихтирамына, мөхәббәтенә һәйкәл.