Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғырҙа типһә йөрәк
Шиғырҙа типһә йөрәкИнаныс

"Беҙ иң бәхетле!" тип үҫтек илдә,
Белмәгәстен бүтән тормошто.
Ҡотҡосолар еңде. Инаныстар
Бөтһөн тигән сиктә тырышты.

Бүлгеләнеп бөттө бөйөк Ватан,
Имгәтелә милли аң, аһәң.
Аумаҡайҙар арта. Телмәребеҙ
Баҙарсылай бары, уйлаһаң.

Әммә иҫтә тәүге инаныстар,
Рухта улар — тәрән тамырҙар.
Фашистарҙан йолоп алған илгә
Рәхмәтле тип беҙҙе танырҙар.

Кемдәргәлер "Бәхет — беҙҙә!" тиеп
Әйткәндә лә бөгөн мал-мөлкәт,
Үҙгәрһә лә тормош, уй үҙгәрмәй:
Имен булһын, берүк, мәмләкәт!

Тыуған илем! Ниҙәр кисерһәк тә,
Булдың өмөт, булдың ҡыуаныс.
Йөрәктәрҙе үҙгәртепме була?!
Йөрәктәрҙә беҙҙең инаныс.

Йәшәй белеү

Йәшәй белеү... Һәр кем йәшәй.
Ғүмер юлынан үтә.
Хеҙмәт итә, донъя көтә,
Бәхеткә өмөт итә.

"Йәшәй белә!" тип ҡуябыҙ
Кемделер ҡайһы саҡта.
Әйтелә берсә ҡул һелтәп,
Нәфрәт уята хатта.

Терһәкле менән ярамһаҡ,
Әлбиттә, "йәшәй белә".
Эскерһеҙҙән, бер ҡатлынан,
"Ул һәтәү", тиеп көлә.

Дан өсөн йә урын өсөн,
Хәрәм мал өсөн хатта,
Ҡалҡыныр өсөн йән ата,
Ул дуҫын хатта һата.

Ә һуң юғарыла?! Хәҙер
Мөмкинме аптыратыу —
Үрсей ҡаҙна ҡараҡтары,
Ҡалтырау, ҡалтыратыу...

Шулай бара был тормоштар,
Ҡаҙалып китмәгере.
Ҡаламы ҡаралтмай аҡты
Донъяның бөтмәҫ кере.

Йәшәй белеү... Бәйле уға
Йә намыҫ, йә битһеҙлек.
Әҙәм иңендә айҡаша
Бәхет һәм бәхетһеҙлек.

Алтын

Алтын... Ул ниндәй һуң ялҡын?
Яҙмаҡ булып уҡталам.
Аһ, быны Ғафури күптән
Әйткән бит тип туҡталам.

Өҙгөләнгән йәне әрнеп,
Хайран-вайран был эшкә —
Бар касафат бәйлеме, тип,
Ерҙә алтын-көмөшкә.

Алтын — ялҡын. Йылытамы,
Яндырамы? Аптыраҡ.
Белмәктә уны Туҡайҙан
Китеп булмаҫ шул йыраҡ.

И, Тәғәлә, ер йөҙөнән
Алсы алтынды, тигән.
Изге ерҙе яндырыусы
Утты-ялҡынды, тигән.

Донъя — ҡуласа икән шул,
Әйләнә лә бер баҫа.
Алтынлылар алғырлана,
Алтынһыҙ уртын ҡыҫа.

Осон осҡа ялғап илдә
Көн күрә ябай ғәләм.
Ғафури менән Туҡайға
Ауаздаш һаман ҡәләм.

Бәрәкәт тә, һәләкәт тә
Бәйлеме шул алтынға?
Түргә лә илтә, гүргә лә —
Эләгә ниндәй ҡулға.

Алтын донъя! Быуын-быуын
Ҡабатлана барыһы.
Ахры, ғәҙеллек, тиңлектең
Уңалмай һис яраһы.

Алтын... Мең һораулы был һүҙ
Өҙлөгөп ҡалмаҫ миндә.
...Һүҙ алтыны — әрнеп, йәндә
Үҙең тапҡан мәғдәндә.

Ашҡаҙар

Ашҡаҙар! Ағаһың гүйә
Ваҡытты һанап, һынап.
Һин бит халыҡ бәғеренән
Һарҡылып сыҡҡан һымаҡ.

Ағаһың, уйсан Ашҡаҙар,
Иҫләпме үткәнеңде —
Тетрәткес яҙмыш йырына
Сәбәпсе икәнеңде.

Сыҡҡан саҡта сәфәрҙәргә,
Ярҙарыңда туҡталып,
Аҙмы һинән алдым сихәт,
Ҡолас ташлап, уҡталып.

Талғын ғына аға һыуҙар,
Моң бар ағыштарында.
Әллә ниндәй алғыһыуҙар
Тулҡын ҡағыштарында.

Тулҡын... Эфир тулҡындары...
Һөйләй, көйләй "Ашҡаҙар".
Аҙаштырмаҫ аҙашлыҡтан
Яҡтырып китә уйҙар.

Һин йәнгә танһыҡ нисек тә —
Ерҙә, йырҙа, эфирҙа.
Затыбыҙ, рухыбыҙ менән,
Һин, Ашҡаҙар, бер ҡорҙа.

Әҙәм шундай

Кейек тиһәң, кейектәр ҙә,
Бөркөт тиһәң, бөркөт тә
Кешегә хас ҡай сифаттан
Айырылмай бөртөк тә.

Ҡуянмы ул, төлкөмө ул,
Бүреме ул, балыҡ та
Тереклектә ҡай бер яҡлап
Әҙәмгә хас ҡылыҡта.

Тик бер сифат, тик бер ҡылыҡ —
Ул бары тик бәндәлә.
Аҙмы-күпме бар ул өҫтөн
Йәки меҫкен йәндә лә.

Был булыр ике йөҙлөлөк,
Ә тағы күпме битлек!
Фашлап бөтмәҫ һис бер китап,
Булһа ла меңәр битлек.

Ул отош көҫәй. Аҫтыртын.
Һатлыҡ йән — иң хәтәре.
Яһалмалыҡтан өҫтөнмө
Хатта тарих хәтере?!

Кисәге ата атеист
Мәсеттә бөгөн диндар.
Кисә — татар, бөгөн — башҡорт,
Үрләтһә әгәр юлдар.

Табыла һыныҡҡа һылтау:
"Юҡ, һин һаплама ҡырын —
Кем арбаһына ултырһаң,
Йырламаҡ шуның йырын".

Әҙәм шундай. Ҡаршылашма,
Атаңды тиҙ танытыр.
Әйләнеп ҡайтһа Сталин,
Тәүбәләрен яңыртыр.

Сәйәсәттә — гүйә суртан,
Бол йыймай ул тиндәрҙән.
Йәтешерәк, килешлерәк
Уның өсөн мөнбәрҙәр.

Күпмеләр шулай күпсейҙәр!
Өндәшһәң — харап! — Һиҙәм.
Халыҡтан өҫтөн бер кем юҡ,
Халыҡ түҙә бит. Түҙәм.

Әҙәм шундай. Донъя ҡыуып,
Нәфсегә биреп кәрен,
Китә ожмахтарҙы юллап,
Ҡалдырып битлектәрен.

Рухыбыҙ шоңҡарҙары

Бабичтан Рәмигә ҡәҙәр
Бер аҙым — етһә йөрьәт.
Ә ниндәй аҙым! Үтергә
Рәми булырға кәрәк.

Остаздарым! Һүҙегеҙгә
Ауаздаш минең йөрәк.
Ҡанымда — һеҙҙең аманат,
Әйтәмен, етә йөрьәт.

Төңөлтмәк булыпмы, тормош
Утҡа, һыуға ла һалды.
Тик йөрәк һәр саҡ Бабичлы,
Рәмиле юлда ҡалды.

Остаздарым! Ҡай бер исем
Әйтелһә лә тәүҙәрәк,
Милли фиҙалыҡта әммә
Һеҙ миңә ҡәҙерлерәк.

Һүҙ ҡеүәһе генә түгел,
Һүҙҙең ҡеүәте һеҙҙә.
Рухыбыҙ шоңҡарҙары һеҙ
Мәңгелек күгебеҙҙә.

Бабичтан Рәмигә ҡәҙәр
Бер аҙым — етһә йөрьәт.
Ә ниндәй аҙым! Үтелә
Шиғырҙа типһә йөрәк.

Булһын

Мәхрүмлек юҡ. Барҙыр йән дуҫтарым.
Барҙыр хаҡ һүҙемдең дошмандары —
Улар инде кеҫәрткенән йылғыр,
Дуҫтарымдың улар ҡуштандары.

Ул ҡуштандар берсә — тоҙ һәм борос,
Тоҙ-боросһоҙ аштар ҙа аш түгел.
Булһын дуҫтар, булһын дошмандар ҙа,
Уларһыҙ бит ҡорғаҡһыр буш күңел.


Автор: Хәсән НАЗАР


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 857

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780