Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барған саҡта ҡыҙырып Уралды
Фән өлкәһендәге ҡаҙаныштарыбыҙҙы һанап сығыу мөмкин дә түгел. Йыһан тикшеренеүҙәре өлкәһендә ғорурлығыбыҙ булған академик Альберт Ғәниев, тулҡын технологияһы өлкәһендә уңыштар ҡаҙанған академик һәм институт етәксеһе Ревмир Ғәниев, СССР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты Сәғиҙә Рафиҡова, Ҡазан һәм Екатеринбург ҡалаларының эре фәнни-тикшеренеү институттарын етәкләгән техник фәндәр докторы Роберт Мөхәмәтйәров, донъя күләмендә билдәле вулканолог Ғарун Тизиев, шулай уҡ донъя күләмендә билдәле ғалимдар — этнограф Раил Кузеев һәм телсе Жәлил Кейекбаев, археолог Нияз Мәжитов. Дөрөҫөн әйткәндә, Төркиә дәүләтенең тарих һәм лингвистика фәндәренә лә бит нигеҙҙе башҡорттар, атап әйткәндә, Әхмәтзәки Вәлиди һәм Ғәлимйән Таған, йәнә Абдулҡадир Инан һала.
Әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә оло ҡаҙаныштарға өлгәшкән ҡан ҡәрҙәшебеҙ ҙә докладта сағылыш тапты. Башҡортостандың үҙендә йәшәгән һәм килеп тыуған тарихи-сәйәси сәбәптәр арҡаһында хәҙер инде сит өлкә булып ҡалған төбәктәрҙәге тоҡомдаштарыбыҙҙың роле сәнғәт һәм әҙәбиәт өлкәһендә ысынлап та баһалап бөткөһөҙ. Мин мәҡәләлә был йондоҙҙарҙың исемен һанап китеүҙе кәрәк тапманым — һәр башҡорт кешеһе үҙ йөрәгендә улар менән ғорурлыҡ тойғоһо йөрөтә. Шуныһы аяныс: халҡыбыҙҙың һоҡланғыс шәхестәре исемен йөрөткән урамдар күп түгел Өфөлә. Уның ҡарауы, биографиялары күпселеккә билдәле булмаған кеше исемдәрен йөрөткән урамдар быуа быуырлыҡ.
Башҡорт дәүләт университеты доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаевтың доклады "Башҡортостан территориаль автономияһының барлыҡҡа килеүе һәм уның Рәсәй Федерацияһын формалаштырыуға булышлығы" тип аталды. Уның доклады Н.М. Ҡолбахтин сығышында сағылыш тапҡан Башҡорт автономияһы һәм Рәсәй федерализмы мәсьәләләрен, докладтың темаһы талап иткәнсә, тәрәнерәк асыуға нигеҙләнгән булды. Эйе, Башҡортостан хәҙер Рәсәйҙең иң үҫешкән төбәге, иҡтисад, белем, мәҙәниәт өлкәләрендә уңыштар ҡыуандыра. 96 йыл элек, атап әйткәндә, 1917 йылдың 15 ноябрендә, Ырымбурҙағы Каруанһарайҙа Башҡортостандың автономиялы республика итеп иғлан ителеүе шул саҡтағы башҡорт сәйәсмәндәре менән иҫ киткес ғорурлыҡ тойғоһо уята. Дошманын еңеп, мәңгелек дан алған батырҙарҙан тыуған вариҫтарҙың үтә ҡыйыу аҙымы булғандыр инде был ваҡиға.
Бөтә сығышҡа туҡталыу мөмкин түгел, әммә шуны әйтә алам: һәр доклад конференцияла ҡатнашыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Свердловск өлкәһенең Башҡорт үҙәге президенты Фәимә Фәхретдин ҡыҙы Йосопова, Силәбе дәүләт университеты доценты, филология фәндәре кандидаты Ғәҙел Камил улы Вәлиев, Каменск-Уральск ҡалаһының башҡорт йәмәғәт ойошмаһы вәкиле Мөжәүир Сәғәҙи улы Буранбаев, "Изгелеккә — изгелек" аграр кооператив советы рәйесе Әнүәр Мансур улы Йомағолов — барыһы ла үҙҙәренең йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәрен халҡына еткерергә тырышты.
Конференция тамамланыу менән ошо уҡ залда урта Урал халыҡтарының IХ милли мәҙәниәтенең IХ башҡорт төбәк фестивале башланды. Унда Башҡортостандан "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле лә саҡырылған икән. Оло зал халыҡ менән шығырым тулы — туған моңдарын ишетергә һыуһаған йәштәр һәр сығышты алҡыштарға күмде. Тойғо аша аҡылға үтеп инеү көсөнә эйә шул сәнғәт. Афарин!

Мин — башҡорт. Һәм шуның менән ғорурланам!

Конференция алты сәғәт дауамында барҙы. Ул тағы шул саҡлы булһа ла ҡатнашыусыларҙы ялҡытмаҫ ине, моғайын. Тәнәфес ваҡытында халыҡ менән әңгәмәләшеп алырға ла форсат тейҙе. Ҡулымдағы китаптарымды күреп, бер нисә ҡатын һатып биреүемде үтенде.
— Юҡ, ҡыҙҙар, мин уларҙы китапханаларға бүләк итергә килтерҙем, — тинем. Үҙем эстән генә башҡорт китаптарына ҡыҙыҡһыныу ҙур булғанға һөйөндөм, икенсе яҡтан, үҙебеҙ менән китап сауҙаһы алып килмәүгә көйөндөм. Машинала бит урын етерлек ине! Минән эш ҡалманы — әйткәйнем, тик ниңәлер ишетеүсе булманы. Ана бит, Гөлфиә исемле ханым: "Күпмегә бирһәгеҙ ҙә алам, зинһар, һатығыҙ!" — тип инәлә хатта. "Их, туғанҡайым, — тим, — исмаһам, икешәр дана килтерһәм, бүләк кенә итер инем, ниндәй һатыу ти ул". Ул арала Нязепетровск ҡалаһының китапханасыһы (ул Зөһрә Абдуллина булып сыҡты) ҡаршыма йылмайып килде, журнал һәм гәзиттәр бирҙе. "Нязепетровские вести" гәзитенең 1912 йылдың 26 декабре һаны булып сыҡты был гәзит. Ошо гәзиттә "Тыуған яҡ" башы аҫтында башҡортса бит сығарыла. Шуныһы мөһим: уның өҫкө яғына "Башҡорт телендә уҡырға теләгең булһа, мөмкинлек һәр саҡ табыла" тип эре хәрефтәр менән яҙылған. Ошонда уҡ "Белянка" һәм "Нязепетровск" китапханасыларының китапхана эше тураһында мәҡәләләр баҫтырылған. Күҙ йөрөткән арала "Мостай Кәримдең, Зәйнәб Биишеваның, Таңсулпан Ғарипованың, Рәми Ғариповтың китаптарына һорау күп. Уҡыусылар араһында иң популяр китап "Бөйрәкәй", тигән юлдар сағылды. Үҙемдең исемде нәфис һүҙ оҫталары исемлегендә күреүҙән тулҡынланып киттем һәм күңелгә Рәми Ғариповтың:
"Мин бит, илем, һинең менән бергө
Һаҡлап саптым, телем, һине лә", —
тигән юлдары килде. Әле миндә Нязепетровск (Наза+Петровск) ҡалаһында нәшер ителгән "Нязюшка" журналының ике һаны бар. Тоҡомдаштарыбыҙ тик ятмай, уҡыйҙар, ижад итәләр.
Һәр эш ахыры менән баһалана. Әле бына минең алда 2013 йылдың 24 апрелендә сыҡҡан "Нязепетровские вести" гәзитенең бер бите ята. (Уны миңә "Юлдаш-Ҡатай, Нязепетровск и известные башкиры" китабының авторы, крайҙы өйрәнеүсе Әсләм ағай Арыҫланов килтереп китте). Баҫмала Зөһрә Абдуллинаның "Мин башҡортмон һәм шуның менән ғорурмын" исемле мәҡәләһе баҫылған. Зөһрә Абдуллина "Нязюшка" журналының мөхәррире лә. Ул үҙе Кәтринбург (Екатеринбургты урындағы башҡорттар шулай тип атап йөрөтә икән) ҡалаһында рус мөхитендә үҫһә лә, йөрәгендә үҙ халҡының ғәмдәрен йөрөткән ҡатын. Ошо мәҡәләнән бер-ике генә өҙөк килтерһәм, был фәнни-ғәмәли конференцияның алыҫта йәшәгән тоҡомдаштарыбыҙ өсөн ниндәй роль уйнағаны асығыраҡ аңлашылыр төҫлө. "Конференцияла яңғыраған сығыштарҙан һәр кем үҙенә әллә күпме яңылыҡ асты, фәһем алды. Был минуттарҙа һәр кем үҙен бөйөк халыҡтың бер өлөшө итеп тойҙо. Күптәребеҙ ҙур мәҙәни үҙәктәрҙән ситтә йәшәй, бындай сараларҙа ҡатнаша алмай, баҡһаң, аҡыллы кешеләрҙе тыңлау үҙе бер ғүмер икән!" "Конференция ҡалдырған тәьҫораттар иҫ китмәле ҙур! Хәҙер мин һис икеләнеүһеҙ: "Беҙ — халыҡ, беҙҙең маһайырлыҡ та, ғорурланырлыҡ та рәтебеҙ бар!" — тип әйтә алам. Свердловск өлкәһенең Башҡорт үҙәге президенты Фәимә Йосопова Екатеринбург ҡалаһында бындай сара үткәреп, милләттәштәренең күңеленә үҙ халҡы менән ғорурлыҡ, ватансылыҡ тойғолары тәрбиәләүҙе, һүнеп барған намыҫтарҙы уятырға теләгән булһа, ул, иншалла, теләгенә иреште".

"Борон Каруанһарай һалған башҡорттар!"

Екатеринбургта үткән был конференциянан сығып, халҡым һәм бөгөнгө көнитмешебеҙ хаҡында уйланыуҙар теҙмәһе кеүегерәк яҙылған был мәҡәләмде үрҙә килтерелгән Зөһрә Абдуллина ҡәрҙәшебеҙҙең һүҙҙәре менән тамамлап ҡуйырға ла булыр ине. Тик эстә, ҡайҙалыр төптә, Урал һырты аша һуҙылған болаңғырт Ҡуңыр буға юлы кеүек, бер уй тынғы бирмәй. Ҡуңыр буға юлы континенттарҙы ғына түгел, быуаттарҙы быуатҡа, үткән заманды бөгөнгөгә ялғай. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, ти мәҡәл. Ваҡыты-ваҡыты менән бот-сат тороп ҡалған ҡәрҙәштәр янына беҙ барып сығабыҙ, ваҡыты менән улар килә. Улар, билдәле, үҙ илендә тулы хоҡуҡлы хужа булып йәшәгән, шул тулылыҡты башҡалар менән мул өләшә алған "баш йорт" халҡын күргеләре килә. Ҙур йортҡа ни кәрәк булһа, бәләкәйенә лә шул кәрәк. Тимәк, ҙур йорттоң көслө, ҡеүәтле булыуы мөһим. Баш йорт, асылда, аккумулятор. Тирә-яҡҡа көс-ҡеүәт, энергия шунан тарала. Тағы тәүге, юлдағы, уйҙарыма әйләнеп ҡайтам: әгәр баш йортта ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 700-гә яҡын мәктәп ябылған икән, был һис тә көсәйеү түгел. Ә китапханалар, фельдшер пункттары? Һанай китһәң, йоҡо ҡасырлыҡ, ҡотоң осорлоҡ! Әлбиттә, һәр яңылыҡҡа, үҙгәрешкә заманса яңғырашлы исем ҡушыла. Ләкин бөгөнгө яңғырауыҡлы "оптимизация" һүҙе халыҡ ҡолағына В.И. Ленин иғлан иткән "ГОЭЛРО планы" ла, З. Вәлиди һәм уның арҡаҙаштары иғлан иткән автономия кеүек майҙай яғылмай. Халыҡ ҡара һарыҡ түгел, яҡшыны ямандан, аҡты ҡаранан, шөкөр, айыра.
Эйе, заманаларҙың төрлөһөн күрҙе һәм күрә халҡыбыҙ, сәйәси өйөрмәләрҙең ҡап уртаһында ҡалған сағы ла күп. Өйөрмәләргә күп һанлы халыҡтар бик бирешмәй, ә бына аҙ һанлы милләттәр... Хәйер, 1812 йылғы Ватан һуғышында 28 полк менән ҡатнашҡан һәм Парижға беренсе булып барып ингән саҡта ла башҡорттоң иҡтисади хәле шәптән булмаған. Бала саҡтан ололарҙың бер ҙур эшкә тотонор алдынан:
“Тәүәккәлләр кәрәк, тәүәккәлләгән — таш йотҡан. Борон Каруанһарай һалған бит әле башҡорттар”, — тигәне хәтерҙә ҡалған. Халыҡ башына, бигерәк тә һуғыш йылдарында миктәгән халыҡҡа, Ырымбурҙа ундайын ҙур сығымдар талап иткән төҙөлөшкә тотоноу еңел булмағандыр. Ә, икенсе яҡтан, шул төҙөлөш, шул мәркәз йорт башҡорттарҙы берләштергән дә бит! Үҙҙәрен оло бер ҡеүәт, оло бер көс итеп тойорға мөмкинлек биргән. Үҙебеҙ һуң: заманында коммунистик йәмғиәт төҙөйбөҙ тип ҡайһылай дәррәү тотонғайныҡ! Әле Екатеринбург яҡтарындағы тоҡомдаштарҙы күреп, уларҙың оло милли-мәҙәни тормоштоң бер өлөшө булып йәшәргә ынтылыштарын күреп (ә башҡорттар Пермь крайында, Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар өлкәләрендә лә, Татарстанда ла, Сорғот, Юғра, Төмән ҡалаларында ла күпләп йәшәй), беҙгә йәнә оло маҡсат менән оло проектҡа тотонор мәл етте, күрәһең, тигән фекергә килдем. Хоҙай, ҙур эштәр башҡарғандар яғында булырмын, тигән. Ул ҙур эш Урал батыр мемориаль-һәйкәл-ҡаласыҡ булып күҙаллана. Урал батырға һәйкәл дә, ундағы образдар һынланышы ла, милли аш-һыу учреждениелары ла, "Халыҡ китабы йорто"ла, рәссамдарыбыҙҙың эштәренән күргәҙмә залдары ла, яҙыусы, тарихсылар, журналистар өсөн лекторий ҙа, концерт залы ла, асыҡ һауала бөтә тулылығында башҡорт халҡының үткәнен кәүҙәләндергән музей ҙа, Арҡайым ҡаласығы, Торахан мавзолейы макеттары ла — ҡыҫҡаһы, башҡорт халҡының милли үҙаңын, мәҙәниәтен, данлы үткәнен һәм бөгөнгөһөн кәүҙәләндергән милли үҙәк. Юғиһә "Урал батыр" һынлы шедеврыбыҙ була тороп, уға һәйкәл юҡ. 2012 йылдың 12-се һанында сыҡҡан "Ватандаш" журналында был фекеремде ҡыялатыбыраҡ яҙып сыҡҡайным. Әле лә ҡабатлайым: татарҙар өс битлек "Шүрәле"гә лә һәйкәл һалған.
1840–1846 йылдарҙа Ырымбурҙағы Каруанһарай губернатор В.А. Перовский инициативаһы менән төҙөлә башлай (тимәк, Хөкүмәт аҡсаһына). Аҙаҡ уға бөтә башҡорт иле ҡушыла, ҡаҙаҡ ханы Йыһангир үҙе генә 9512 һум 30 тин бирә, ҡаҙаҡ ырыуҙары 8703 һум, губернатор үҙе 808 һум 90 тин шәхси аҡсаһын сарыф итә. Әлбиттә, иң ҙур сумманы башҡорт халҡы йыя. Хәҙер, эш башланһа, иншалла, бер кем дә ситтә ҡалмаҫ. Эш хаҡын миллионлап алғандар ҙа бар хәҙер — әйҙә, ул байлыҡ изге эш өсөн сарыф ителһен! Ер алып, иҫәп асҡанда, эш китәсәк. "Утта ла янмаҫ яҡшылыҡ, һыуҙа ла батмаҫ яҡшылыҡ", — тигән Урал бабабыҙ. "Ситтә ятып ҡалғанбыҙ", — тип һыҡтауҙан файҙа юҡ: берләшәйек! Изге эш менән рухи берҙәмлекте тойоп йәшәйек. Үлемһеҙ эпостары һәм данлы үткәне булған халыҡтың бәләкәй, бахыр булырға хаҡы юҡ.
(Аҙағы. Башы 157, 158-се һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779