Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
– Ниңә генә шулай тип әйттем икән? Иҫәр!
Сәлим кисәнән бирле үҙ-үҙен әрләй. Әсәһе янына бөгөндән үк ҡайта һалып килер ине лә, яҡын-ара ер түгел. Ни урынына кеше ҡалдырыр әмәл юҡ – йәй мәле бит, бөтәһе лә ялға таралышҡан. Нисек кенә ауыр булмаһын, аҙна аҙағын көтөргә тура килә инде.
Бер ҡараһаң, уның ғәйебе лә юҡ кеүек. Әсәһе лә ул-был үпкә белдергәндәй тойолмай.
– Ярай, Хоҙай шулай ҡушҡандыр инде, -– тине лә ҡуйҙы. – Булған бәлә-ҡаза шуның менән бөтһөн.
Шулай ҙа күңелде ниндәйҙер тойғо тырнап торған кеүек.
Ҡасандыр алты баланың тауышынан гөрләп торған нигеҙҙә бөгөн әсәһе яңғыҙы ғына ғүмер һөрә. Һәр береһе үҫә торҙо, ситкә китә барҙы. Берәүҙәре – институтҡа, икенселәре техникумға инде. Уҡып бөткәс, барыһы ла ҡалала ҡалды. Сабыйҙарының ситтә төпләнеүенә әсәһе ҡыуанды ғына.
– Ярай, беҙҙең кеүек колхоз эшендә Аллаһы әппәргә һеперелмәҫһегеҙ. Ғүмер буйы ял күрмәһәк тә, йыйған донъя юҡ. Ана, атайығыҙ шул эш тип кенә типһә тимер өҙөрҙәй сағында китеп барҙы, – тип хуплауын белдерҙе.
Әсәһе хәҙер һикһәнде ҡыуалай инде. Шулай ҙа әле һаман баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, һыйырын өҙмәне.
Һүҙ юҡ: һәр береһе аҙна һайын тигәндәй ҡайтып тора, бесәнен сабышып, һарайына уҡ килтереп бирә. Тик һыйыр тотоуҙың мәшәҡәте уның менән генә бөтһә икән шул. Йәйен ҡарап алырға, һөтөн эш итергә кәрәк. Ҡышын аҙбар башынан бесән төшөрөү ҙә оло кешегә еңел эш түгел.
Шуға ла ҡайтҡан береһе:
– Әсәй, ҡасан шул һыйырыңды бөтөрәһең инде, үҙеңә ҡыйын бит. Өйҙән дә сығып китә алмайһың. Исмаһам, врачтарға күренеп, әҙерәк дауаланыр инең, – ти.
Әсәләре һаман үҙ һүҙен тылҡый.
– Ауыл ерендә нисек инде һыйырһыҙ тормаҡ кәрәк. Ҡана, һөт бирегеҙ әле, тип кешеләргә теләнселәп йөрөйөммө. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡайтһа ла һөтө-ҡаймағы кәрәк тигәндәй.
Сәлим ауылға ике аҙна элек кенә ҡайтҡайны. Донъя тирәһен бер аҙ ҡараштырып, сәй эсергә ултырғас, йәнә һыйыр хаҡында һүҙ сыҡты.
– Быйыл һыйырыңды бөтөр инде, йонсойһоң бит.
– Бер өйрәнелгәс, әллә нисек һымаҡ, – тип кенә әйтте әсәһе.
Ә кисә әсәһе шылтыратты:
– Улым, һыйырҙы айыу һуҡҡан.
– Айыу! – Был хәбәрҙе ишеткәс, Сәлим, әллә яңылыш ишетәмме тигәндәй, ҡабатлап һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Эйе, айыу! Ауыл осондағы урманлыҡта ғына йыҡҡан. Ҡалдығын кисә Бәхтиәр ағайыңдар барып тапты.
Сәлим шаңҡып ҡалғандай булды. Әсәһе, гүйә, һыйырҙы тайыш табан түгел, һин ботарланың, тигәндәй тойолдо уға.
Алдыңдан әйткән телең артыңдан килеп тотмаһын, тип юҡҡа әйтмәгәндер боронғолар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779