Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Очерктар оҫтаһы
Очерктар оҫтаһыОшо көндәрҙә Рәсәй һәм Башҡортостан журналистары союзы ағзаһы, мәғариф һәм матбуғат ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәйхелислам Айсыуаҡов күркәм юбилейын билдәләй. Тормош һәм хеҙмәт биографияһы бик бай уның. Тәүге һөнәре – уҡытыусы, Хәйбулла, Баймаҡ райондарында завуч, мәктәп директоры булып эшләй. Шул йылдарҙа ул үҙен әүҙем хәбәрсе итеп таныта. Мәктәп тормошон яҡтыртҡан проблемалы мәҡәләләре республиканың матбуғат баҫмаларында донъя күрә.

Шәйхелислам Айсыуаҡовты 1981 йылда “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар. Ул тәүгеләрҙән булып Нефтекама ҡалаһында ойошторолған хәбәрселәр пунктын етәкләй, гәзит уҡыусыларҙы республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары тормошо, алдынғы нефтселәр, машина эшләүселәр менән таныштыра. Тәжрибәле журналист Сибай ҡалаһына эшкә күсерелгәс, ең һыҙғанып республиканың Көньяҡ Урал төбәге тормошон яҡтыртыуға тотона.
— Ҡәләм тирбәтеү, ижади эшкә студент саҡта тотондом, — тип хәтерләй Шәйхелислам Ғәҙелша улы. — Миңдебай Юлмөхәмәтов, Илдус Бүләковтар менән үҙ-ара ярышып, сәмләнешеп республика баҫмаларына яҙышабыҙ, матбуғат биттәрендә исем-фамилияларыбыҙҙы күреү беҙҙе геройҙар эҙләүгә, мәҡәләләр яҙыуға тағы ла илһамландырҙы.
Журналистикаға ул очерктары менән килеп инде тип әйтергә лә мөмкин, сөнки егеттең 1973 йылда уҡ “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Хәйбулла районы “Маҡар” совхозының алдынғы һауынсыһы Люба Сивоплясова хаҡында “Алда — яңы үрҙәр” исемле очеркы донъя күрә. Артабан Баймаҡ районы “Сибай” совхозы эшсеһе Заһретдин Ваһапов хаҡында “Юл башы” очеркы ла гәзит уҡыусыларының ғына түгел, күп кенә тәжрибәле журналистарҙың күңеленә хуш килә. “Был авторҙың ҡәләме бар” тигән һүҙҙәр ул ваҡытта хәбәрсе өсөн иң юғары баһа була. 1973 йылда ҡәләме шаҡтай шымарған Шәйхелислам Ғәҙелша улын "Башҡортостан пионеры” гәзитенә өлкән әҙәби хеҙмәткәр итеп алалар. Бер йыл үтеүгә СССР Фәндәр академияһы Өфө филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһына эшкә күсә. Бындағы хеҙмәтенең төп иҫтәлеге булып Шәйхелислам ағайҙың архивында күптән инде ҡағыҙҙары һарғайған, яҙылып бөтмәгән диссертацияһы һаҡлана.
Яҙмаларында ябай халыҡтың тырышлығы, оҫталығы, күңел матурлығы бар тулылығында сағылдырыла. Шулай уҡ хәбәрсе күтәргән мәсьәләләр, тәнҡит материалдары ҡайһы бер түрәләргә оҡшамаһа ла, мәҡәләләр бер-бер артлы сығып ҡына тора. Был хаҡта хәбәрсенең дуҫы, яҙыусы Эдуард Әғзәми “Кызыл таң” гәзитендәге (15 июль, 2003 йыл) “Ҡәләмең тутыҡмаһын, хеҙмәттәш!” тигән мәҡәләһендә: “Яңауылдың М. Горький исемендәге колхозынан “Комплекста көрәк, һәнәк тотоп” тигән тәнҡит мәҡәләһенең донъя шаулатҡаны бөгөнгөләй хәтеремдә. Район етәкселегенең дә “ҡытығына” ныҡ тейҙе ул яҙғандар. Ә икенсе ваҡыт ул ҡыйырһытылған ветеранды яҡлап сыҡты. Краснокаманың Ҡуян поселогынан бер ветеранға фатир бирәләр. Әммә унда йылғыр милиционер инеп урынлаша. Хат эҙенән йөрөп, башҡарма комитеттың күсмә ултырышын ойоштороп, “Совет Башҡортостаны” хәбәрсеһе әлеге фатирға ветеранды күсерергә иреште”, — тип бер нисә ваҡиғаны телгә ала.
Очерктар оҫтаһыРеспубликаның көньяҡ-көнсығыш төбәге тормошон яҡтыртыуға күскәс, Шәйхелислам Айсыуаҡов тағы ла дәртләнеберәк ижадҡа тотона. Ни тиһәң дә, тыуған яғында насар эшләү килешмәй. Ул яҡташтарын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡәләм көсөн, егәрлелеген ҡуллана, байтаҡ йылдар дауамында йәнгә тейгән проблемаларҙың сиселеүенә булышлыҡ итә.
“Республиканың ҡайһы ғына төбәгендә эшләһәм дә, маҡсатым хеҙмәтте һәм хеҙмәт кешеһен данлау булды”, — ти матбуғат ветераны. Шуға күрә әле лә яҙған геройҙарының барыһын да иҫләй, күптәре менән әле булһа аралашып йәшәй. Был үҙе үк журналистың кешелекле һәм кеселеклелеген, уларҙың яҙмышына битараф булмауын белдерә.
“Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында 28 йыл эшләү дәүерендә Шәйхелислам Айсыуаҡовҡа кемдәр менән генә осрашырға, ниндәй генә мәсьәләләр өҫтөндә уйланырға тура килмәй. Әммә ул бер ваҡытта ла үҙенең тормош принциптарына хыянат итмәй, икейөҙлөләнмәй, түрәләргә ярамһаҡланмай. Тап ошо сифаттары матбуғат ветеранына ихтирам һәм абруй өҫтәй ҙә инде. Райондар буйлап командировкаларҙа йөрөгәндә, "Айсыуаҡ ағайҙың хәле нисек? Сәләм әйтегеҙ!” тип әле булһа уны иҫкә төшөрөп алыуҙары ла хәбәрсе ғүмеренең эҙһеҙ үтмәүен аңлата. Әлбиттә, уның һәр саҡ юлда, командировкаларҙа йыш булыуын, төндәр буйы уй-кисерештәрен ҡағыҙ биттәренә күсереүен аңлаған, хөрмәт иткән тормош иптәше булыуы — үҙе бәхет. Шәйхелислам Ғәҙелша улының ауыр саҡта таяныр кешеһе – ғүмерлек юлдашы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Рәсимә Фитрат ҡыҙы Айсыуаҡова янында. Шәйхелислам ағайҙың шаяртып: “Хәҙер яҙыу-һыҙыуҙы Рәсимәгә тапшырҙым”, — тип әйтеүенең дә үҙ ғилләһе бар. Гәзит биттәрендә Рәсимә Фитрат ҡыҙының да тормош ваҡиғаларын сағылдырған фәһемле мәҡәләләре йыш баҫыла. Әле булһа Айсыуаҡовтар “Башҡортостан”дан айырылмай, уның һәр һанын ҡалдырмай уҡып бара, кәңәштәре менән уртаҡлашырға ла онотмай.
Ете тиҫтә йәште артылһа ла, юбиляр һис тә төҫ ташламаған. Ул һаман да етеҙ хәрәкәтле, теремек, күҙҙәре янып тора. Тик ҡайһы саҡ аяҡтары ғына бер аҙ тыңламай ыҙалата-ыҙалатыуын. Әммә ул һис тә юғалып, зарланып ултыра торғандарҙан түгел! Хаҡлы ялға сыҡҡас, Алтын ҡасабаһынан йорт һатып алып, шуны үҙ ҡулдары менән бынамын тигән күркәм һарайға әйләндергән. Элек ҡәләм генә тоторға күнеккән ҡулдарҙың ниндәй мөғжизәләр тыуҙырыуын күреп хайран ҡалдым. Үҙ ҡулдары менән төҙөгән мунса, йәйге ял итеү урыны, ҡош-ҡорт һарайы! Ә баҡса хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Ҡасандыр хәбәрсе йөгөн тартҡан Шәйхелислам Айсыуаҡов бөгөн һис тә агроном Мичуриндан кәм түгел. Баҡсаһында нимә генә юҡ: сейәләре ҡыҙарып, алмалары балланып, йәшелсәләре ерҙә тубырлашып ята. Беҙҙең төбәктәге ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына ҡарамай, "бына-бына өлгөрәм" тип тулышып ултырған виноградтары – уның сабыйҙай наҙлап, ҡарап үҫтергән иң оло хеҙмәте. Баҡсала үҫкән туғыҙ төрлө болон сәскәләрен дә тәрбиәләп һаҡларға тырыша. Ҡыҙыл буйынан килтереп ултыртҡан баландары быйыл тәүге тапҡыр емешкә бөрөләнгән.
Ергә булған һөйөүе, халҡына түккән фиҙакәр хеҙмәте, яратҡан баҫмаһына мәңгелек тоғролоғо етмеш йәшлек Шәйхелислам Айсыуаҡовҡа артабан йәшәргә көс-дәрт өҫтәй, күңеленә ял бирә, сәләмәтлеген нығыта. Баҡсаларығыҙҙа үҫкән төрлө төҫтөге сағыу сәскәләр кеүек ғүмер иртәләрегеҙ һәм тормошоғоҙ матур булһын. Юбилейығыҙ менән, хөрмәтле остазыбыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779