Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бауыр баҫам балама
4.
Шул ваҡиғанан һуң улар бер мәртәбә лә осрашманы. Данияс Мәскәүгә китте, Нәфисә Өфөгә йүнәлде. Бер нисә йылдан Даниястың әтеһен икенсе райондың артта һөйрәлгән колхозына рәйес итеп күсерҙеләр. "Алға" колхозын һиҙелерлек алға ебәрергә өлгөргәйне ул. Ҡарамалы ауылы халҡы егәрле Даяновты һаман хөрмәтләп хәтерләй.
Нәфисә Башҡорт дәүләт университетында уҡый башланы. Даниястан хат-хәбәр көттө лә, көтмәне лә. Күпмелер ваҡыттан бөтөнләй төңөлдө: үҙ баһаһын төшөрөп, бер аҡһаҡ ҡыҙҙы эҙләмәҫ инде ул. Әллә ниндәй сибәрҙәр сат йәбешкәндер әле. Үкенесе башынан ашҡайны: үҙенең ҡырағайҙарса ҡыланғаны иҫенә төшкән һайын йөрәге әрнене, күҙҙәре йәшләнде.
...Ә шулай ҙа йәшлек үҙенекен итә. Һуңғы курста уҡығанда Филүс исемле егет Нәфисә артынан үтә әүҙем йөрөй башлағайны. Ҡыҙ, күңеле тартмаһа ла, унан ситләшмәне. Нәфисә тәүге хатаһын ҡабатламаҫҡа тырышты. "Ғүмер ҡайһылай тиҙ үтә икән — оҙаҡламай университет та тамамлайым. Миңә лә оя ҡорорға, балалар үҫтерергә кәрәк. Филүсте яратмаһам ни... Өйрәнермен, эҫенермен. Эшкә тыуған ауылыма ҡайтам. Яратыуы ысын булһа, Филүс тә Ҡарамалыны һайлар", — уйланы-уйланы ла шундай һығымта яһаны. Моғайын, ошо арала курсташтарының өйләнеүҙәре, гөрләтеп туй үткәреүҙәре лә ғаилә хаҡындағы хыялға тарытҡандыр.
8-се Мартта Филүс, Нәфисәнең ай-вайына ҡарамай, Ҡарамалы ауылына буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһе менән танышырға килде.
— Етеш йәшәйһегеҙ, — тине Филүс, өйҙө, ҡаралты-маҙарҙы, мал-тыуарҙы ҡарағас. Үҙен иркен, хатта хужаларса тотто.
Байрам да булғас, ҡунаҡ та килгәс, өҫтәл һыйҙан һығылып торҙо. Филүсте ихлас һыйланылар. Ғәзиз ҡарт, Нәфисәнең әтеһе, мөлдөрәмә хәмер тултырылған рүмкәне ҡунаҡтың алдына йыш ҡуйҙы. Филүс менән Хисмәтулла тәмәке тартырға ихатаға сыҡҡан арала, Нәфисә, әтеһен тыйырға тырышып, һүҙ башланы:
— Ниңә ғүмерҙә ҡыланмағаныңды... иҫерттең бит, — тине.
Ғәзиз ҡарт хәйләкәр йылмайҙы:
— "Йәшел йылан"ды яратҡанын яҡшы күрҙек. Хәҙер айныҡ сағында ни уйлағанын да ишетербеҙ... "Айныҡтың уйы башында, иҫеректең — телендә", — тип тиктәҫкә әйтмәйҙәр.
...Нәфисәнең Өфөнән килгән Хисмәтулла ағаһы:
— Аҙаҡҡы тосты ҡунағыбыҙ әйтһен! — тине.
Шул һүҙҙе күптән көткән кеүек егет урынынан һикереп торҙо, күркәләй ҡабарынып, хәбәр һөйләргә тотондо:
— Беҙгә бәхет теләгеҙ! Май байрамына Нәфисәне минекеләр менән таныштырам. Диплом алмаҫ борон, әллә ҡайһы яҡтарға, әллә ниндәй төпкөлгә йүнәлтмә бирмәҫ элек, өйләнешеп, Өфөлә ҡалырға кәрәк. Яҙыу-һыҙыуға маһирлығым бар — мына Хисмәтулла Ғәзизович үҙенең янына, редакцияға урынлаштырыр. Ошонда ултырыусыларҙың барыһын да туйға саҡырырбыҙ. Туй Өфө ресторанында үтер. Шулай бит, Нәфисә? Мин Нәфисәне яратам — ғәрип булһа ла, әбизәтельнә өйләнәм! Уның зәғифлеге миңә ҡулай: самаһыҙ матурҙар уртаҡ була — уныһын яҡшы беләм... Нәфисә миңә тоғролоҡ һаҡлар. Йәгеҙ, тамсыһын да ҡалдырмай эсеп ҡуяйыҡ!
Бер-береһенә мәғәнәле ҡарашҡан табындаштар тиҙ таралышты. Нәфисә иламаны: йөрәгенә мең уҡ ҡаҙалһа ла, һыр бирмәне.
Ә иртәгәһенә йоҡонан төш еткәс кенә уянған егетте буйтым һыйланылар — ҡаҙылыҡтар ашатып, һөҙлөклө һурпа эсереп, автобус туҡталышына оҙатып ҡуйҙылар.
Автобус ҡуҙғалыр алдынан Ғәзиз ҡарт Филүсте ситкәрәк алып китте лә ныҡлы ҡарарын әйтте:
— Биғәйбә, егет, ҡыҙыбыҙҙы күңеле зәғиф бәндәгә бирер өсөн үҫтермәнек! Үҙ тиңеңде табырһың әле. Кем бик тырышып эҙләй — мотлаҡ таба.
Бындай хәбәрҙе һис көтмәгән, үҙен ошо ғаиләнең ағзаһы итеп иҫәпләргә өлгөргән Филүс кинәт еүеш тауыҡ ҡиәфәтенә керҙе, яҡлау эҙләп, мөлдөрәп Нәфисәгә күҙ төшөрҙө.
Ҡыҙ өндәшмәй генә ситкә ҡараны...

5.
...Нәфисә ғүмер буйы тыуған ауылы Ҡарамалы урта мәктәбендә уҡытты. Уҡыу-уҡытыу бүлегенең директор урынбаҫары, унан директор йөгөн иңенә һалды. Яҡшы эшләне — маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Уны уҡыусылар ҙа, ауылдаштары ла хөрмәт итте. Муйындан тынғыһыҙ хеҙмәткә сумған Нәфисә Ғәзиз ҡыҙы Байғужина мәктәптә егерме йылдан ашыу эшләгәнен һиҙмәне лә.
Бер мәл Мәүсилә еңгәһе уйынлы-ысынлы әйтеп һалды:
— Бикәсем, мәктәп уҡыусыларына албырғайһың... Ҡартайғанда таяныс кәрәк. Пенсияға сыҡмаҫ борон берәй ҡыҙ алып үҫтерәһеңме әллә?
— Ҡайһылай итеп? — Нәфисә, аптырап, еңгәһенә текәлде.
— Үҙ ғүмеремдә абзыйың менән биш балаға ғүмер бирҙек. Шөкөр, гонаһҡа батманым — бәпестәремдең береһен дә әрәм итмәнем. Етәү булһа, етеһен дә, унау булһа, уныһын да табыр инем. Хоҙай биште генә бирҙе. Ярай, быларҙы үҙең дә беләһең. Ҡыҫҡаһы: көсөң барҙа, әллә тәүәккәлләйһеңме?
— Пенсияға ҡәҙәр ун йыл эшләргә кәрәк бит әле? Уны нисек үҫтерермен?
— Үҫтерербеҙ! Хаҡлы ялдамын бит — эшкә киткәндә миңә ҡалдырырһың. Беҙҙең балалар үҫеп бөттө — күмәгебеҙ бер бәпесте ҡарарбыҙ әле.
Ошо һөйләшеүҙән һуң Мәүсилә еңгәһенең һүҙен гел иҫкә төшөрҙө. Уйланды, самаланы ла йәйге ялында, июль аҙағында, Өфөгә юлланды.
Зөлфирә еңгәһе балалар йортонда эшләй — быйыл пенсияға сығасаҡ. Тәжрибәле табиптың кәңәше лә арыу булыр.
Әммә Зөлфирә еңгәһе менән Хисмәтулла ағаһы уның был ниәтенә ҡырҡа ҡаршы төштө.
— Донъялар ҡайһылай боларҙы — колхоз-совхоздарҙы талайҙар, тараталар, завод-фабрикалар ябыла, ул дефолт шаңҡытты. Пенсия, эш хаҡы ваҡытында бирелмәй. Ана, ни ҡәҙәре ас эт, бесәй урам ҡыҙыра — хужалары, туйҙыра алмағас, сығарып ебәрә. Тапҡанһың етем бала аҫырар ваҡыт. Ауыр йөк булыр кеше балаһын үҫтереү! — Хисмәтулла ни өсөндөр хәбәрен кинәт өҙҙө.
— Беләһеңме, бикәсем, сабыйҙар йорто ташландыҡтар менән тулды — эшләүе ифрат ҡыйынлашты. Тәрбиәселәр етешмәй — аҙ ғына хеҙмәт хаҡын да ваҡытында алмағас, табиптар эштән китә. Күптәр баҙар юлын тапай: бер урындан алып, икенсе урында ҡиммәтерәк итеп әйбер һаталар.
Беҙ, балалар йортонда эшләүселәр, бахырҡайҙарҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе, әлбиттә, кире бормаҫҡа тырышабыҙ. Әммә һиңә был аҙымды яһамаҫҡа кәңәш итәм. Ҡайһы берәүҙәр, бала ала ла, ҡарарға ҡыйын икәнен аңлағас, кире килтерә. — Зөлфирә ханым Нәфисәнең күҙҙәренә текләне.
— Ә мин килтермәм!
— Эшеңде, мәктәбеңде ташлайһыңмы?
— Юҡ, эшемде ҡалдырһам, баланы нисек ҡарармын. Мәүсилә еңгәм әйтә...
— Ул әйтер... Биш балаһын ҡәйнәм, һинең инәйең, ҡарашты. Тапты ла ҡәйнә ҡулына тотторҙо. Анһат. Хәҙер ҡарттарыбыҙ баҡыйлыҡта. — Зөлфирә, һүҙен дөрөҫләтергә теләп, иренә күҙ төшөрҙө.
— Ҡыҫылмайыҡ әле. Нәфисә үҙе белә. Иртәгә һинең менән барһын, балаларҙы күрһен — үҙе хәл итер. — Хисмәтулла сетерекле хәбәргә кинәт нөктә ҡуйҙы.
Иртәгәһенә Зөлфирә менән Нәфисә балалар йортона йүнәлде. Зөлфирәнең ниндәйҙер йомошо бар ине — тәүҙә имсәк балалар бүлегенә һуғылдылар. Аҡ халат кейеп, аяҡ кейемдәрен алыштырып, күмәк балалар зауылдап илашҡан бүлмәгә керҙеләр. Зөлфирә үҙе кеүек мөләйем ханым менән ни хаҡындалыр һөйләшкән арала Нәфисә унлаған баланы ҡарарға өлгөрҙө. Бына иламай ғына ятҡаны Нәфисәне күргәс, "мине күтәр, ҡулыңа ал!" тигәндәй, ҡалҡынып ҡуйҙы. Сабый шул ҡәҙәре ымһынды — ҡулдарын һоноп алға ынтылды. Нәфисә уға иғтибар менән текәлде: балаҡайҙың күҙ ҡарашында бөткөһөҙ тилмереү, ғазап, һары һағыш мөлдөрәмә тулы. Сабыйҙыҡы түгел, ә күпте күргән, күпте кисергән оло кешенең ҡарашы тиерһең...
— Был балаға нисә ай? — тип һораны.
— Биш ай тулды, — тине Зөлфирәнең әхирәте.
— Биш кенә айлыҡ бәпес шулай ҡайғыра беләме икән?.. — Нәфисәнең тамағына төйөр тығылды. — Еңгә, ошо ҡыҙыҡайҙы алам!
— Аһ-аһ... Ҡабаланма, тәүҙә ҡара. Имсәк бала һиңә нимәгә? Йүгереп йөрөгәндәре лә етерлек. — Биш айлыҡты түгел, биш йәшлекте һайла.
— Миңә ошо сабый кәрәк! Инәкәйе уны тапҡанда үлдеме? — Нәфисә бәпестән күҙҙәрен алманы.
— Үлмәне — шаҡшы ҡатын балаһын ташлап ҡасты! — Зөлфирәнең әхирәте асыуын баҫа алманы, ярһып яуап бирҙе.
— Йөрәккәсеңде нисек ташларға мөмкин?! — Нәфисәнең нәфрәте сиктән ашты, хатта ағарынып китте.
— Бикәсем, был бәхетһеҙ йән сирле бит. Әйҙә, балалар йортона барайыҡ әле. Шалҡандай ныҡ бала һайла! — Зөлфирә Нәфисәне өгөтләүен белде.
— Еңгә, сире ниҙә?
Зөлфирә әхирәтенә ҡараны. Шәфҡәт туташы, Нәфисә һәйбәт төшөнһөн, тинеме, һәлмәк кенә һөйләргә кереште:
— Гипоксия менән тыуҙы. Бала организмында кислород аҙ булыу сәбәпле ошо хәстә хасил була. Гипоксия ике төрлө: береһе — инә ҡарынында саҡта уҡ барлыҡҡа килә. Шәкәр диабеты, биҙҙәрҙең боҙолоуы, аҙ ҡанлылыҡ, тын юлдары ауырыуы менән ыҙаланған ҡатындар ошондай сиргә дусар булған бала таба.
Гипоксияның икенсе төрө — баланы бик ауырлыҡ менән тапҡанда барлыҡҡа килә. Йә баланың муйынына кендеге урала.
Был бахырҡайҙың инәһе ауырлы икәнен һиҙҙермәҫ өсөн көнө-сәғәте еткәнсе билен ҡыҫып быуып йөрөгән. Тулғаҡлай башлағас, табиптар систе. Ошолар ҙа кире йоғонто яһаған: был баланың да кендеге муйынына уралғайны. Бахырҡай тыуғас та күпмелер иламаны. Тын алдырыр өсөн табип күп көс һалды.
Баланың ҡул-аяҡтары ҡалтырай ине, осаһынан биленә тиклем күм-күк. Сабый шарылдап иларға тотондо. Шаңҡыған Нәфисә иҫенә килде:
— Уны һауыҡтырып буламы? — тип һораны.
— Була! Әммә ни ҡәҙәре дауаларға, ни ҡәҙәре тәрбиәләргә кәрәк! — Шәфҡәт туташы, һүҙен йөпләтергә теләп, Зөлфирәгә текәлде.
— Бикәсем, хаҡлы ялға сығырға йәнә ун йыл тир түгергә кәрәк әле һиңә — онотма: иңеңдә мәктәп йөгө.
— Математик егетебеҙ бар — икенсе йыл эшләй. Отҡор ғына ул — урыныма уны ҡуйырбыҙ — үҙем юллармын! — Нәфисә план һыҙырға ла өлгөрҙө.
— И-и-и, бигерәк иркә үҫкән бит — үҙһүҙле. — Зөлфирә үпкәләне.
Фатирға ҡайтып барыһын да һөйләгәс, пландарҙы асып һалғас, Хисмәтулла һис уйламағанда тәүгеһенә ҡапма-ҡаршы булған фекерен әйте:
— Нәфисә, ниәттәрең изге. Бәләгә тарыған бәләкәсте аяҡҡа баҫтыр, бәхетле ит! Иғтибарҙан, ярҙамдан ташламабыҙ. Зөлфирә еңгәң ғүмер буйы балалар йортонда эшләне — тәжрибәһе ҙур. Аҙна һайын Ҡарамалыға ҡайтырбыҙ, шулаймы, кәләш?
(Дауамы. Башы 136, 139-сы һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 580

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 605

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 417

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576