— Һин Аллаһ Тәғәләнең яратҡан балаһы. Аллаһ Тәғәлә яратҡан кешеһенә һынау бирә. Һынауҙы нисек үткәреүен күҙәтә — сабырмы, әллә сабырһыҙмы уның был бәндәһе... Ә һынауҙар мең-мең төрлө — һәр әҙәм уны төрлөсә ҡабул итә, төрлөсә үткәрә: кемдер иңенә һалынғанды күтәрә алмай — һына; ә кемдер бирешмәй — сабыр итә, ауырлыҡтарҙы еңә. Хоҙай Тәғәлә һынауҙа һынатмағандарҙы ярата. Хоҙай ғүмер биргән икән — изге ғәмәлдәр генә ҡылып, кешеләрҙең рәхмәтен генә алып йәшәргә кәрәк. Тормош юлыңда кәмһетергә теләгән әтрәгәләмдәр ҙә осрар. Кәмһенмә. Хатта уларға асыуланма — күңеле зәғифтәр генә әҙәм кәмһетеп ләззәтләнә, шатлыҡ таба. Гөлнәфисәм, һине мин дә, әтейең дә яратабыҙ. Зиннәтулла менән Хисмәтулла абзыйҙарың да, барса туған-тыумаса, күрше-күлән өҙөлөп тора. Был — ифрат ҙур бәхет, балам.
...Бишенсе класта уҡығанда Нәфисә йәнә, бик көйөнөп, инәһенә сер систе:
— Мине бейеү түңәрәгенә алманылар. "Эшкинмәйһең!" тинеләр. Ә минең һәләк бейегем килә.
— Һин былай ит, ҡыҙым, аулаҡта, кеше юҡта, бейе. Патефон уйната беләһең, бейеү көйҙәре яҙылған пластинкалар бар — әйҙә, рәхәтләнеп бейе лә бейе. Аҙаҡ әтейең менән миңә бейеп күрһәтерһең, йәме.
— Ярар, — тигән булды ҡыҙыҡай, бер үҙе бейеп йөрөрөн күҙ алдына килтерә алмаһа ла.
Инәһенең нәсихәттәрен күңеленә һеңдергән Нәфисә шулай ҙа һирәк-һаяҡ бейей башланы. Тәүҙә иҫенә төшкәндә генә бейеһә, һуңғараҡ ифрат мауыҡты — хатта үҙенә ҡулай төрлө хәрәкәттәр уйлап тапты, көйҙәр ҙә сығарҙы. Сәхнәлә сығыш яһаған Нәфисәне хуплап, клубтағы халыҡ "Афарин!" ҡысҡырып, ҡул саба тип күҙ алдына килтерә лә күңеле булғансы, танһығы ҡанғансы, аяҡтары талғансы бейей. "Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, бейей-бейей оҫтара" тигәндәре дөрөҫ — ошо ҡәҙәре төрлө-төрлө хәрәкәттәрҙең файҙаһы тейҙе: ул һынын тура тотоп атланы, һылтыҡлауы кәмене. Бейеү үҙенсәлекле күнегеүҙәргә, физкультураға тиң булды.
Оло абзыйы Зиннәтулла бер мәл:
— Китап уҡы. Китап кәңәшсең дә, серҙәшең дә булыр, — тине.
Нәфисә китапты күп уҡыны. Уҡыған әҫәрҙәре уны яҡты хыялға батырҙы, хис-тойғоһон байытты, маҡсатҡа ынтылдырҙы. Үҫмер ҡорона еткән ҡыҙ сатанлығын да онотто.
Әммә... ғүмер ағышы гел аллы-гөллө генә үтмәй шул. Унынсы класта уҡыған сағында ул йәнә ауыр, ифрат ғазаплы һынауға тарыны...
Ҡарамалы ауылына, "Алға" колхозына яңы хужа ҡуйғайнылар. Ситтән килгән колхоз рәйесе оһолло ойоштороусы, егәрле етәксе икән: С. районының артта һөйрәлеүсе хужалығын тиҙ арала алға сығарған, тип маҡтанылар.
Ошо рәйестең Данияс исемле улы ла унынсы класс уҡыусыһы ине. Нәфисә уның сибәрлегенә, ыҫпайлығына, кеше менән ипле һөйләшеүенә тиҙүк иғтибар итте. Класта берҙән-бер отличница Нәфисә Байғужина ине, хәҙер икәү булдылар: Данияс Даянов та гел "бишле"гә уҡыны.
Даниясҡа күп ҡыҙҙар башкөллө ғашиҡ булды. Улар араһында Нәфисә лә бар. Әммә мөхәббәт уға шатлыҡ килтермәне. Күптәр тәүге һөйөүҙән күктең етенсе ҡатында йөрөһә, Нәфисә ҡара ҡайғыға ҡалды. Хәсрәте бигерәк тәрән ине — үҙенең сатанлығын иҫенә төшөрҙө. Даниястың күҙенә салынмаҫҡа, иғтибарын йәлеп итмәҫкә бөтөн тырышлығын һалды.
Даниясҡа ла ҡара күҙле, аҡыллы ҡарашлы, һапалы ҡараҡай ифрат оҡшай ине. Мөхәббәтте кеше күҙенән йәшереү мөмкин түгел: класташтар, бигерәк тә ҡыҙҙар, үҙ-ара бышылдаша, мәғәнәле ҡараша... Ә бер көндө таҡтаға таҡмаҡ яҙылғайны:
Гөлнәфисә... Нәфисә...
Нәфисә — минең бисә...
Тәнәфестән кергән ҡыҙ, яҙыуҙы күргәс, шаңҡыны. Тынһыҙ ҡалып, бер аҙ ҡарап торҙо ла түгелеп илап ебәрҙе. Ул арала Данияс, уҡытыусылары Зәлифә Зариповна килеп керҙе. Класс тып-тын. Нәфисәнең әсенеп илауы асығыраҡ ишетелде.
Уҡытыусы яҙыуҙы уҡыны ла:
— Кем дежур? Таҡтаны һөртөгөҙ, — тине тыныс, хатта битараф ҡиәфәттә. Шунан өҫтәп ҡуйҙы, — минең хәтеремдә шундай мәғлүмәт һаҡлана: "бисә" һүҙен ғәрәптәр "биче" ти. Боронғо ғәрәптәр бай ҡатламдың ифрат абруйлы, дәрәжәле ҡатын-ҡыҙ затын "биче", йәғни "бисә" тип хөрмәтләгән.
...Нәфисә, яҙыуынан танып, кемдең этлеге икәнен тиҙ төшөндө: Дәғлиәнең эше. Һылыулығына маһая: оҙон ботло, буй-һыны һомғол тәкәббер ҡыҙ ҙа Даниясҡа ғашиҡ. Әммә Данияс ниңәлер уға иғтибар итмәй. Дәғлиә шуға шашына. Егеттең күңеле Нәфисәлә икәнен һәйбәт һиҙә. Дәғлиәнең аҫтыртын алышын Нәфисә генә түгел, бөтөн класташтар аңлап, күреп йөрөй. "Аҡһаҡ ҡарға" тигән ҡушамат тағыуына ла Нәфисә өндәшмәне, түҙҙе, кәмһетеүҙе үткәреп ебәрҙе. "Аҡһаҡ ҡарға" тип Дәғлиәнән башҡа бүтән берәү ҙә әйтмәне — ҡушамат тиҙ онотолдо.
...Сығарылыш кисәһендә Данияс ҡыйыуланды — Нәфисәнең эргәһенән китмәне. Сикәләре алһыуланған, ҡара күҙҙәре нурланған ҡыҙ ҙа унан ситләшмәне — хатта тансаға төштө. Тик әлеге Дәғлиәнең күҙәтеүен, аҫтан ҡарап, ирендәрен ҡыйшайтыуын күргәс, кәйефе китте. Күңеле кителгән Нәфисә, яйын тура килтереп, әкрен генә ишеккә йүнәлде. Әммә Данияс уның сығып киткәнен күреп өлгөрҙө, урамға уҡтай атылды. Нәфисәне ҡыуып еткәс, ҡабаланып һүҙ башланы:
— Мин иртәгә Мәскәүгә китәм. МГУ-ла уҡырға теләйем. Барып төшкәс, морон төртөргә туғаным бар унда. Әтейемдең бер туған һеңлеһе йәшәй. Ә һинең пландарың ниндәй? — тип һораны.
— Мин Башҡорт дәүләт университетына барам.
— Тимәк, икебеҙ ике тарафҡа юлланабыҙ икән... Нәфисә, әйҙә, Мәскәүгә бергә китәйек. Яҡшы уҡының — күңелең тартҡан факультетҡа уҡырға керерһең.
— Үҙең әйтмешләй, минең дә Өфөлә морон төртөргә бер туған Хисмәтулла абзыйым менән Зөлфирә еңгәм йәшәй. "Ятаҡта түгел, үҙебеҙҙә торорһоң" тип көтәләр. Ярай, Данияс, һиңә уңыштар теләйем, — Нәфисә ҡапҡаға табан атланы.
— Туҡта, Нәфисә! Әйт әле, ниңә шул ҡәҙәре ҡырыҫһың? Мин һине бик яратам — тәүләп күргәс тә йөрәгемде яуланың. Ә һин минән екһенәһең, үҙең менән һөйләшеп тә булмай бит. Исмаһам, хәҙер иркенләп һөйләшәйек. Мәскәү менән Өфө араһы алыҫ түгел дә — самолеттар оса, поездар йөрөп тора. Хатлашырбыҙ, осрашырбыҙ. — Егет, ҡыҙҙың ҡулдарынан тотоп, үҙенә тартты. — Бигерәк оялсанһың! Үҙеңде кәмһетмә...
Данияс аңғармай ҙа ҡалды, Нәфисә ҡулдарын ҡапыл тартып алды ла уның күкрәгенә төртөп ебәрҙе. Егет сайҡалды, саҡ йығылманы. Ни әйтергә лә белмәне: ауыртыуҙан түгел, көтөлмәгәнлектән ифрат ҡаушағайны. Иҫенә килгәндә, Нәфисә ҡапҡаны бикләргә өлгөрҙө, өйөнә кереп тә китте.
Ҡыҙҙың бындай ҡылығы "үҙеңде кәмһетмә" тигән һүҙгә ғәрләнеүҙән икәнен Данияс аңламаны. Бер генә уй йөрәгендә уҡ һымаҡ ҡаҙалды: "Мине бер ҙә оҡшатмай икән..." Намыҫланған егет, күкрәген кирә биреп, артабан атланы...
(Дауамы. Башы 136-сы һанда).