Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағасына күрә емеше
Ағасына күрә емешеКүптән инде ҡулыма ошолай ентекле, нәзәкәтле итеп биҙәлгән, полиграфик сифатына һүҙ теймәҫлек балалар китабы тотҡаным юҡ ине. Европаның классик стандарттарына ярашлы биҙәү алымдары, төҫтәр, семәрҙәр, йорт-ер, йыһаз… Май сүлмәге тышынан билдәле, тигән шикелле, бына шул ябай ғына кеүек нәмәләр ҙә китаптың тап алман (алман (ғәр.) — немец) әҙәбиәтенә мөнәсәбәтле икәнлеген күрһәтеп тора.

Йәш тәржемәсе Алһыу Хамматова ағалы-ҡустылы Гриммдарҙың әкиәттәрен тәржемә итеп кенә ҡалмаған, өс йылдан ашыу был китапты биҙәр өсөн әллә күпме эш алып барған, рәссам булараҡ юғары баһа бирерлек хеҙмәт ижад иткән. Энә менән ҡойо ҡаҙыу тиер инем Алһыуҙың был эшен. Үҙе бер ҡурсаҡ театры килгән дә сыҡҡан!
Ҡурсаҡтарҙың кейемен дә үҙе теккән, ә бит бының өсөн алмандарҙың ХII–ХIII быуаттарҙағы кейем-һалымын да, кейенеү үҙенсәлектәрен дә бар нескәлегендә белергә кәрәк. Йәғни автор, әкиәттең эстәлегенә генә түгел, шул замандың мөхитенә лә инеп китеп, тарихи, сәнғәти китаптарҙы өйрәнгән, Гриммдар йәшәгән осорҙоң үҙенсәлектәрен кәүҙәләндерә алыуға өлгәшкән.
Артабан инде был һындар, йыһаздар менән алман көнкүрешенә, тәбиғәтенә ярашлы композициялар төҙөү — үҙе бер ҡатмарлы эш. Бының өсөн ғаиләлә хатта… баҡсасы тәжрибәһен дә эшкә еккәндәр — тәбиғи килеп сыҡһын өсөн баҡсала эдельвейс үҫтергәндәр, шуны тәржемә авторы фотоға төшөргән, ә бер ҙә әллә кемдәрҙең әҙер рәсемдәрен ҡулланмаған. Йорттарҙың макеттарын да готик фахверк стилендә үҙе эшләп биҙәгән.
Алһыу бындай зауыҡты, әлбиттә, бәләкәйҙән, ғаиләһендәге ижади мөхиттән һеңдереп үҫкән. Уның бала сағындағы ҡул эштәрен хәтерләйем әле — шул саҡта уҡ рәссам буласағы һиҙелеп тора ине. Олатаһы, яҡташым Яныбай ағай Хамматовтың туған телгә мөхәббәтен, егәрлелеген, бөтмөрлөгөн, эш бүлмәһендәге төрлө телдәге һиммәтле-хикмәтле китаптарын; әсәһе — алман теле буйынса бәҫле ғилми хеҙмәттәр авторы, әҙәби тәржемәсе, шулай уҡ рәсем сәнғәтенә ғашиҡ, ғашиҡ ҡына түгел, тәбиғәтебеҙҙең гүзәл күренештәрен аҡ ҡағыҙға төшөрөргә яратҡан Гүзәл Хамматованың — ҡулы тейгән һәр нәмәне гөлгә әйләндереүен; атаһы Әнүәр Әкрәм улының комсомол эшендә ҡайнап йөрөүен, донъясыллығын, ижад кешеләренә ихтирамын; йорттарының нуры, олатаһының беренсе ярҙамсыһы, ҡурсыусыһы Фидания апайҙың татлы телен тыңлап, тәмле аштарын, наҙын күреп үҫкән, ҡанына һеңдергән, иртә ижад итә башлаған бала бит ул.
Олатай-өләсәһенең иркәһендә үҫкән берҙән-бер ейәнсәр һис кенә лә артыҡ иғтибарҙан “ҡотороп” китмәгән, киреһенсә, уны, аҫылташтың ҡырҙарын эшкәрткән кеүек, һәр яҡтан тулы тәрбиә биреп, үҙаллы, уйлы, хисле, әүҙем, кешелекле, уңған шәхес итеп тәрбиәләгәндәр. Табип һөнәрен һайлаған ҡыҙ ул эшен дә ижади итеп башҡара белә — радио, телевидение аша ла дауаланыу, ауырыуҙы алдан алыу йәһәтенән файҙалы кәңәштәрен ишетеп, күреп торабыҙ. Сығыштары матур башҡорт телендә, ҡыҙыҡһынырлыҡ итеп ҡоролған була.
Гүзәл ханым ҡыҙының бүлмәһен ябай ғына нәмәләрҙән әкиәт йорто итеп биҙәй торған булған. Алһыу үҙе лә хәҙер ҡыҙҙары Әйшә менән Наиләне шул рухта тәрбиәләй, улар ҙа ҡулдарына ҡәләм тота башлау менән рәсем төшөрөргә әүәҫләнгән. Әйшә инде 3-сө класты тамамланы, әсәһенә шул бөткөһөҙ ваҡ нағыштарҙы семәрләргә ярҙам иткән. Ни тиһәң дә, әсәһенән күргән — тун бескән…
Алһыу бәләкәй сағынан олатаһы-өләсәһе, ата-әсәһе менән төрлө ерҙә сәйәхәттә булған, һис шикһеҙ, был да онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра, аң даирәһен үҫтерә, тормошҡа киң ҡараш барлыҡҡа килә. Ололар уға төрлө ерҙән ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар алып ҡайтҡан, Гүзәл ханымдың үҙенә Яныбай ағай бүләк иткән әйберҙәр ҙә һаҡланған. Бына шулар, ғаилә йылъяҙмаһы ҡомартҡылары тип әйтәйемме, “Күмәс өй” китабына әкиәт геройҙары булып инеп урынлашҡан да инде. Улар ғаиләләге йылылыҡты, мөхәббәтте туплаған да хәҙер үҙҙәре лә һүрәттәр аша ошо хистәрҙе таратып торған кеүек.
Ҡурсаҡтар ҡатнашлығында сюжет төҙөү ҡылҡәләм менән һүрәтләүҙән күпкә ауырыраҡ, сөнки улар һығылмалы түгел. Рәссам ошо ҡатып ҡалған форманы “терелтергә”, динамика тыуҙырырға тейеш. Бала өсөн хәрәкәт мөһим бит. Алһыу ғәжәйеп оҫталығы һөҙөмтәһендә ошо ҡатмарлылыҡты еңеп сыға алған: иллюстрацияларҙағы геройҙар хәрәкәт итә, йәшәй, хатта кәйеф-холоҡтары күренеп тора! Фотоға төшөрөп алынған тәбиғәт күренештәренә лә улар бик ғәҙәти рәүештә ингән дә ултырған. Бының өсөн кесе Хамматова ҡурсаҡтар менән ҡорамалдарҙы урманға, йылға буйҙарына ла алып сығып, фотоға төшөргән, пропорцияларҙың һаҡланыуына ла өлгәшә алған. Оҫталыҡ, фоторәссам маһирлығы ла кәрәк бит бының өсөн.
Йәнә бер нәмәгә иғтибар иттем китапта: әкиәтте башлап ебәргән тәүге хәрефтәр сюжетлы итеп готик стилдә сигеп башҡарылған! Һәр хәреф — үҙе бер сәнғәт әҫәре һәм әкиәттең эстәлегенә лә тап килеп тора. Һәр биттәге текстар сите селтәрле етен ашъяулыҡ эсендәге биҙәк кеүек ҡабул ителә, байрам кәйефе тыуҙыра.
Күҙҙән ысҡындырылған бер генә нәмә лә юҡтыр был китапта. Һәр береһе айырым-айырым бер нәзәкәтле көплөккә төрөлгән дә шул уҡ ваҡытта бөтөнлөк, камиллыҡ хисе тыуҙыра.
Алһыуҙың балалар өсөн ошо рәүешле биҙәп китап сығарыу тәжрибәһе бар инде — биш йыл элек нәшер ителгән Шарль Перро әкиәттәре лә бик матур килеп сыҡҡайны. Был — башҡорт балалар әҙәбиәте өсөн генә түгел, ғөмүмән, Рәсәй кимәлендә яңы йүнәлеш, новаторлыҡ. “Күмәс өй” китабы — авторҙың киң ҡырлы ижадсы булараҡ асылыуы.
Йыйынтыҡҡа башҡорт, урыҫ һәм алман телдәрендә өс әкиәт ингән: “Тәмле бутҡа”, “Һензель менән Гретель”, “Барҡылдаҡ ҡушаматлы батша”. Уларҙы беҙ бала саҡтан урыҫ телендә уҡып, фильмдарын ҡарап үҫтек. Алһыу иһә ҡыҙҙарына донъя кимәлендә билдәле был әҫәрҙәрҙе туған башҡорт телендә яңғыратырға ҡарар иткән. Башта телдән генә һөйләһә, һуңғараҡ башҡортса яҙмаға әйләндереп, әҙер текстарҙы уҡыу яйлыраҡ та, ҡыҙығыраҡ та тигән фекергә килгән, сөнки был осраҡта телмәр байыраҡ та, һығылмалыраҡ та килеп сыға. Шунан инде китап итеп баҫтырыу теләге уянған.
Алһыу — өсөнсө быуын инде ҡалала йәшәгән башҡорт интеллигенцияһы вәкиле. Яныбай ағай ғаиләлә тыуҙырған башҡорт теле, башҡорт мәҙәниәте культы бик көслө йоғонто яһаған, бына инде дүртенсе быуын да саф башҡортса теле асылып, туған телдә һөйләшеп үҫеп килә. Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында уҡыған Әйшә шуға күрә әкиәтте нәшергә әҙерләгәндә ярҙамсыға әүерелгән, ул әсәһенең тәржемәләрен тыңлаусы, балаларса баһа биреүсе бит.
Үҙем, күп йылдар тәржемә менән шөғөлләнгән кеше булараҡ, әлегә тәжрибәһе ҙур булмаған йәш ижадсының эшен юғары кимәлдә тип һанайым. Төп нөсхәлә ҡабатлауҙар күп, бер үк һүҙҙәр йыш осрай. Шуға ҡарамаҫтан, Алһыу уларҙан ҡотолорға тырышҡан, телебеҙ байлығын оҫта файҙаланған. Мәҫәлән, рәттән ике абзацта осраған “хворост”, “reisig” (алман телендә) һүҙен бер урында — “сыбыҡ-сабыҡ”, икенсеһендә “сытыр” тип алғанына иғтибар иттем. Ҡала кешеһе бит был һүҙҙәрҙе йыш ҡуллана тип әйтеп булмай, шулай бит? Һөйләмдәр ҙә тәбиғи, уларҙың тәржемә икәнлеге онотолоп та китә хатта.
Тәржемә нескәлектәренә әсәһе өйрәткән уны. Гүзәл ханым атаһы Яныбай ағайҙың әҫәрҙәрен урыҫ теленә әйләндереп, уларға яңы һулыш өрә. Башҡа авторҙарҙың да күбеһе үҙ әҫәрҙәрен тап унан тәржемә иттерергә тырыша. Ағасына күрә емеше, ти беҙҙең халыҡ. Тап шулай – ижадсынан ижадсы тыуа.
Китаптың өс телдә сығыуы ла бик уңышлы. Уны хәҙер сит яҡтан килгән ҡунаҡтарға республикабыҙ, әҙәбиәтебеҙ йөҙө итеп бүләк итергә лә оялмаясаҡмын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 683

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 062

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 582

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 781

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 608

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 462

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 514

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 422

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 676

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 414

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 577