Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Диңгеҙ һәм тыл һалдаты
Диңгеҙ һәм тыл һалдатыАҡыллы хәтер ҡалдырмаҫ, ахмаҡ хәтер һаҡламаҫ. Боронғоларҙың ошо тапҡыр һүҙҙәренә асылда ике мәҡәл булырлыҡ мәғәнә һалынған. Хәтерҙән сыҡмаған, күңелдән китмәгән берәй яҡын кешеңде иҫкә төшөргәндә, донъя-тормош мәшәҡәттәренән арынып, уның хаҡында һаман да бер йылы һүҙ әйтә алмай борсолғанда, ниңәлер, әлеге мәҡәлдең икенсе өлөшө йөрәкте өйкәп ҡуя. Ахмаҡлыҡ юҡ, тиһең үҙ алдыңа ғына. Ә бына ваҡытты ҡәҙерләп, файҙалана белмәү "ахмаҡлығы" бар, әлбиттә.

Ярар, был — фәлсәфә. Мәҡәлдең тәүге өлөшөнә күҙ һалайыҡ. Аҡыллы хәтер ҡалдырмаҫ... Һүҙ алып бараһы ағай кеше нәҡ ана шундай ир-егет булды. Ипле аҡыл-кәңәшен бирергә, мөмкин булғанда ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған үтә ихлас, әҙәбиәтебеҙҙә темаһын үҙенең һәм аралашҡан кешеләре биографияһынан тапҡан, еңел уҡымлы тел-стилдә ижад итеүсе әҙип, һәйбәт ойоштороусы, маһир мөхәррир ҙә ине ул. Алып барған һүҙем — яҡташым яҙыусы Әмир ағай Гәрәев тураһында.
Миңә Әмир ағай менән тәүҙә Башҡортостан китап нәшриәтендә (1971 — 1975 йылдарҙа), унан үткән быуаттың 90-сы йылдары башында "Ағиҙел" журналы редакцияһында бер ни тиклем бергә эшләү шатлығы тейҙе. Һуңғараҡ, ул хаҡлы ялға сыҡҡас, аралашыу-әңгәмәләр тағы ла йышайҙы. Бер көн ул:
— "Һәнәк"те уҡый торғас, башымда йөрөгән хәл-ваҡиғаларҙың береһен ҡағыҙға төшөрөп булашҡайным. Ҡарарһың әле, нимә килеп сыҡҡандыр, — тип алдыма "Юмореска" тип атаған ике бит ярымлыҡ әйберен һалды.
— Туҡта, ағай, хәҙер үк ҡарайбыҙ уны, — тип мин әҫәрҙе бер тынала уҡып та сыҡтым. Бәй, сюжеты ла, яҙылышы ла яңы, беҙҙеке был, эләктең, яҡташ, "Һәнәк"кә тигәс, ҡулын ҡыҫҡас, Әмир ағайҙың йөҙө яҡтырып китте.
Башҡаларға ҡамасауламаҫ өсөн һүҙҙе коридорҙа дауам иттек. Унда мин:
— Ағай, һинең һәр әйбереңде уҡып барам, — тигәс, аптырап ҡалды.
Иң башта мин уның иҫтә ҡалған китаптарынан "Беҙ диңгеҙгә китәбеҙ", "Аҡсарлаҡтар һыуға төшә", "Диңгеҙ елдәре", "Боролмала", "Һандуғас сыбығы" тип исемләп һананым да:
— Ҡалған икеһе нисек атала әле? — тип башты уға борҙом.
— Етте, яҡташ, юҡ менән булма, быныһына рәхмәт, — тип, ул еңелсә генә һөйөп ҡуйҙы.
Башҡаса һүҙ ҡуйыртманым. 1973 йылда донъя күргән "Беҙ диңгеҙгә китәбеҙ" исемле тәүге китабын, моғайын, беренселәрҙән булып уҡығанмындыр. Яңыраҡ, ошо мәҡәләне яҙыр алдынан, мин уға тағы ла бер күҙ һалдым. Моряктарҙың ҡыйыулығына, ниндәй генә осраҡта ла юғалып ҡалмауҙарына, ауыр хеҙмәттәрен көйәләнмәй, ир-егеттәрсә башҡарыуҙарына һоҡландым. Ҡарт моряк Ғилман ("Диңгеҙ тоҙо" исемле хикәйәнән), радист Фәрүәз ("Беҙ диңгеҙгә китәбеҙ"), Хәмзә ("Ҡырыҫ елдәр"), боцман Виталий Волинский, матрос Сафа Саматов ("Хәтер тулҡындары") кеүек диңгеҙ йөрәкле ҡыйыуҙар бер ауырлыҡ алдында ла юғалып ҡалмай, сөнки уларҙы Ватанға һөйөү, тоғролоҡ, дуҫлыҡ берләштерә.
2012 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте шағир Муса Ғәли, ғалим-яҙыусы Зиннур Ураҡсин һәм минең ике яҡташым — шағир Яҡуп Ҡолмой менән яҙыусы Әмир Гәрәев — тураһында "Әҙиптәр хаҡында хәтирәләр" исемле күләмле китап баҫтырып сығарҙы. Иҫтәлектәрҙә Әмир ағайҙың ябайлығына, ихласлығына, һәр урында теләһә кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға торған йомарт, ҙур йөрәкле кеше булыуына һоҡланалар, тормошона, ижадына ҡағылышлы хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләйҙәр.
Бер ваҡиға иҫемдән сыҡмай. 1972 йылда нәшриәт хеҙмәткәрҙәре өсөн тип ике бүлмәле фатир бирҙеләр. Беҙҙең ғаилә сиратта беренсе тора ине, ләкин торлаҡты минән алдараҡ эшләгән апайға бүлгәндәр, шуға Иҫке Өфөләге бер бүлмәле, эҫе һыуы, ваннаһы булмаған фатирға барырға тейеш булып сыҡтыҡ. Быға ла бик ныҡ шатландыҡ. Миңә нәшриәттең профсоюз ойошмаһына яңы ғариза яҙырға кәрәклеген әйтһәләр ҙә, оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡыйыулыҡ етмәне. Шулай йыл ярым самаһы ваҡыт үткән дә киткән. Бер көн иртән эшкә килеү менән оҙаҡ йылдар буйы нәшриәттең нәфис әҙәбиәт бүлегендә өлкән мөхәррир булып эшләгән Мәһиҙә апай Игебаева: "Һөйөнсө!.. Ҙур һөйөнсө!" — тип миңә ҡарап йылмайҙы. Ни әйтергә лә белмәй аптырап ҡалдым. Баҡһаң, нәшриәткә тағы өс һәм ике бүлмәле фатир бүленгән икән. Мәһиҙә апай менән Әмир ағай миңә ике бүлмәле фатирҙы бирергә кәрәклеген ныҡ яҡлап сыҡҡан. Тиҙ генә ғариза яҙҙырҙылар. Шулай итеп, көтмәгәндә Пушкин урамындағы яңы йорттан фатирлы булып ҡуйҙым. Күңелемдә ғүмер буйы уларға рәхмәт тойғоһо йәшәй.
Әмир ағай ябай, йомарт кеше ине. Тағы бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Йыл аҙағында китап сығарыу планы үтәлмәй башлаһа, полиграфкомбинатҡа ярҙам йөҙөнән, нәшриәт ир-егеттәрен дә рулондар күсерергә һәм башҡа эштәргә ебәрер инеләр. Кискә табан ныҡ арыта. Баш мөхәррир булһа ла, бындай эштәрҙән Әмир ағай ситтә ҡалмай торғайны. Улай ғынамы, ҡайһы саҡ бер төркөм хәлһеҙләнгән ир-аттың тамағын туйҙырырға, күңелдәрен күтәрергә ҙур булмаған фатирына алып китер ине. Иптәше Фәниә апай асыҡ йөҙ, тәмле һый менән ҡаршы ала торғайны.
"Ағиҙел" журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡарғанда ла ул күптәргә, бигерәк тә йәштәргә, ярҙам итеү сараһын эҙләне. Бер хәл әле лә иҫтә. Әмир ағай урамда осрашҡанда, ниңә беҙгә шиғырҙар килтермәйһең әле, тип өндәште. Ике йыл элек байтаҡ ҡына шиғыр биргәнемде әйттем. Ярар, һорап алып ҡарармын, тине Әмир ағай. Бер саҡ ул (мин Матбуғат йортонда эшләй инем) бүлмәһенә инеп сығыуҙы һораны. "Давай, тағы ла өҫтә, күберәк итеп бирәйек", — тип шиғырҙарымды миңә һуҙҙы. Ҡараһам, биргән әҫәрҙәремдең өстән бер өлөшө лә юҡ. Шул хаҡта әйткәс, "Фәләндең этлегелер, үҙе әҙәбиәткә йүнле морон төртмәгән, тиҫтерҙәренә юл бирмәй, бөйөк булып йөрөп ята, ярар, һөйләшермен үҙем, тине. Бер ай ҙа үтмәне, шиғырҙарыңды уҡып кит, тип, мине яңынан саҡырҙы.
Һәр кемгә ихтирам, күңел киңлеге, ихласлыҡ, әҙәм тормошо-яҙмышына битараф булмау, хәстәрлек кеүек гүзәл сифаттар, моғайын, әсә һөтө һәм тәрбиә менән инә торғандыр. Ғәҙәттә, улар тормоштоң әсеһен-сөсөһөн ныҡ татыған, донъя ауырлыҡтарына бер-береһенән ярҙам алып түҙгән, туғанлыҡ-дуҫлыҡ тойғоһоноң нимә икәнен аңлаған нескә йәнле кешеләргә хас. Бөйөк Ватан һуғышын үҫмер генә булып ҡаршылаған Әмир ағай Гәрәев ана шундайҙарҙың береһе ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779