Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхетле драматург
Бәхетле драматургНаил Ғәйетбай — башҡорт драматургияһында иң уңышлы эшләгән яҙыусыларҙың береһе. Ул — илленән ашыу пьеса авторы. Шуларҙың барыһы ла тиерлек профессиональ театр сәхнәләрендә ҡуйылған.

Пьесалар, кешеләр кеүек, төрлө яҙмышлы була. Наил Ғәйетбайҙың 10 – 15-әр йыл бер театрҙың сәхнәһенән төшмәгән әҫәрҙәре бар. Улар исемлегенә "Аты барҙың — дәрте бар" (М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында — 16, Яр Саллы татар театрында 20 йыл бара), "Әстәғәфирулла" (Ҡазандың К. Тинчурин исемендәге татар дәүләт драма театрында 15 йылда 750 тапҡыр уйналды), "Студенттар" (М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә инде 11 йыл тамашасыларҙы ҡыуандыра) комедияларын индерергә була. Ошо уҡ пьесалары, тағы тиҫтәнән ашыу әҫәре Башҡортостан һәм Татарстан театрҙарының барыһында ла тиерлек, улай ғына түгел, бик күп халыҡ театрҙарында сәхнәләштерелде.
Наил Ғәйетбай — бәхетле драматург. Уның һәр әҫәрен көтөп алалар, бар яҙғаны сәхнәләштерелә бара. Әлбиттә, яҙыу стилен, характерҙарҙы биреү ысулын, көслө конфликтлы әҫәрҙәрен үҙ иткән театрҙар бар. Улар иҫәбенә иң алда А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма, Туймазы һәм Әлмәт татар дәүләт театрҙарын индерергә була. Был коллективтарҙа драматургтың ун биштән ашыу пьесаһы сәхнәләштерелде һәм оҙаҡ йылдар буйы тамашасыларҙы ҡыуандырып килә.
Ни өсөн Наил Ғәйетбайҙың әҫәрҙәре күпләп ҡуйыла һәм уңыш ҡаҙана? Был хаҡта уйлағанда, иң тәүҙә шуны әйтергә кәрәк: ул сәхнә ҡанундарын яҡшы белә һәм режиссерға, актерға, тамашасыға ни кәрәклеген тойоп яҙа.
Драма әҫәре өсөн мөһим булған категориялар аша Наил Ғәйетбайҙың нисек эш иткәнен ҡарап китәйек. Пьесаға иң кәрәкле нәмәләрҙең береһе — ваҡиға. Драматургтың һәр әҫәре бер-береһенә эҙмә-эҙлекле бәйләнгән хәлдәрҙән тора. Ғәйетбайҙың ваҡиғалары ябай, ваҡ түгел, улар персонаждарҙы конфликт хәленә ҡуя, ниндәй ҙә булһа ғәмәл ҡылырға мәжбүр итә. Төп ваҡиғалар яҙыусының һәр геройына ҡағыла, шуға ла уның буш йөрөгән персонажы юҡ. Ошо сифаттары өсөн әҙиптең әҫәрҙәрен артистар яратып уйнай.
Пьесаның хәрәкәтте күрһәтеүсе әҫәр икәнлеген дә һәр саҡ иҫендә тота автор. Уның яҙғаны нисек кенә ҡатмарлы булмаһын (мәҫәлән, "Еңеү", "Төн", "Һуғыштың йөҙө икәү", "Алыш бармы, атыш бармы?" һәм башҡалар), унда хәрәкәт һыҙығы ярылып ята. Был хәрәкәт геройҙарҙың уйынан, маҡсатынан килеп сыға һәм характерҙарҙы асып һала. Ошо яҡтан драматургтың персонаждары һис тә "ҡатнашыусылар" түгел, ә "хәрәкәт итеүселәр". Геройҙарын хәрәкәт иттереү өсөн драматург уларҙы даими ҡурҡыныс хәлгә, упҡын ситенә килтереп ҡуя, сөнки тормошона, яҙмышына хәүеф янаһа ғына, образ вайымһыҙ ҡалмай.
Наил Ғәйетбайҙың пьесаларындағы ваҡиғалар һәр персонаж өсөн конфликтлы хәл тыуҙыра. Мәҫәлән, "Юлдар ярҙа өҙөлә" драмаһында ауылдағы өйҙәренең ҡарауһыҙ ҡалыуына (әсәләре үлә) өс туғандың иң олоһо Әшрәф менән уртансыһы Сәлимә ҡыуана, сөнки өйҙө һатып, береһе дачаһын төҙөп бөтөргә итә, икенсеһе машина алырға өмөтләнә. Ә туғандарҙың иң кесеһе Айрат һатыуға ҡаршы, ул ҡаланан ҡайтып ошонда төпләнмәксе. Драматург әҫәренең идеяһын асыу өсөн көрәш ойоштора, персонаждарын шуға йәлеп итә, иң мөһиме — тамашасыларҙың мөхәббәтен ошо көрәшеүселәрҙең береһенә бирергә онотмай.
Әҙиптең әҫәрҙәрендә иң төп иғтибар биргән әйбере — геройҙарының характеры. Ошо яғы менән уның персонаждары хәтерҙә ҡала. Ҡотлобай һәм Һатыбал, Октябрина менән Закирйән ("Аты барҙың — дәрте бар"), Усман Сабирович менән Алмас ("Студенттар"), Миҙхәт менән Хәбирә ("Иреңде миңә һат") кеүек тиҫтәләгән геройҙары тере кеше кеүек күҙ алдында оҙаҡ онотолмай һаҡлана. Характерҙарҙы бирә белеү — Наил Ғәйетбайҙың иң ҙур оҫталығы. Мәҫәлән, "Бер мәл санаторийҙа" комедияһында Таһира образын Нурия Ирсаева башҡарыуында бар тамашасы көлә-көлә һоҡланып ҡарай. Әммә персонаждың ҡыҙыҡлы килеп сығыуы иң алда драматургтың оҫталығына бәйле, әлбиттә.
Наил Ғәйетбайҙың маһирлығы хаҡында китаптар сығарырлыҡ, диссертациялар яҡларлыҡ. Уның бер генә әҫәрен яҡшылап тикшереп тә, драма ижад итеү өлкәһендә күп нәмәгә өйрәнергә була. Беҙ Наил Ғәйетбайҙы иң алда комедиялар оҫтаһы тип беләбеҙ. Ысынлап та, уның утыҙҙан ашыу комедияһы бар, һәм улар театрҙарҙа яратып ҡуйыла. Драматург йәш быуынға ла ҙур иғтибар бүлә. Балалар өсөн тиҫтәнән ашыу пьесаһы бар, улар барыһы ла сәхнәләштерелгән.
Күптән түгел генә халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бала сағы тураһында "Теүәтәй һәм Өфө" тигән пьеса ижад итте (халыҡ шағиры тураһында тәүге пьеса!). Ул шунда уҡ ике театрҙа сәхнәләштерелде. Яҙыусы тағы ла театрҙарҙың һорауы буйынса башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ҙың сәхнә вариантын яҙҙы. Әҫәрҙе сәхнәләштергән режиссер Сәлихйән Әфләтуновтан: "Урал батырҙың бер нисә инсценировкаһы бар. Ниңә тағы берәүҙе яҙҙырырға булдығыҙ?" — тип һорағас, былай тип яуап бирҙе: "Эпос, һис һүҙһеҙ, телгә бай ҡомартҡы, уны һоҡланмайынса уҡыу мөмкин түгел. Әммә әҫәрҙе шул көйө ҡуйып булмай, сәхнә ҡанундарына ҡулайлаштырырға кәрәк. Эйе, "Урал батыр"ҙың бер нисә инсценировкаһы бар, әммә уларҙа эпос бер ниндәй үҙгәрешһеҙ диалогка ғына әйләндерелгән, шуға сәхнәлә уйнауы ауыр. Наил Ғәйетбайға, тәжрибәле драматург булараҡ, мөрәжәғәт иттек, һәм ул сәхнә ҡанунына тап килгән әҫәр эшләне, конфликтты көсәйтеү, характерҙарҙы асыу өсөн бер нисә ваҡиға, хатта образдар өҫтәне һәм ҡыҙыҡлы әҫәр килеп сыҡты. Тамашаны балалар яратып ҡарай".
"Урал батыр" спектакле быйыл "Театр яҙы" фестивалендә Мәскәү тәнҡитселәре тарафынан юғары баһаланды һәм Ҡазан ҡалаһында, Ҡаҙағстан, Төркиә илдәрендә үтәсәк театр фестивалдәренә саҡырыу алды.
Наил Ғәйетбайҙың тарихи пьесалары ла байтаҡ. Ул халҡыбыҙҙың тормошондағы мөһим ваҡиғаларға, данлыҡлы шәхестәренә бағышланған тиҫтәнән ашыу сәхнә әҫәре ижад итте. Күптән түгел генә драматург халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич тураһындағы комедияһын тамамланы.
— Ниңә шундай мәшһүр шәхес хаҡында комедия яҙҙың? — тигән һорауға әҙип былай тип яуап ҡайтарҙы:
— Бабичтың бик шаян булыуы, төрлө уйҙырмаларға оҫталығы хаҡында ишетеп, уҡып беләбеҙ. Шуға комедия яҙҙым. Әҫәрҙең исеме лә "Шәйехзада Бабич — атҡаҙанған әртис" тип атала. Әлбиттә, уның оҫта шағир, батыр яугир булыуына ла иғтибар бирҙем. Әйткәндәй, үрҙә һанап киткән тарихи пьесаларҙың барыһы ла тиерлек драматургияға бағышланған төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулаған, театрҙарҙа уйналған.
Наил Ғәйетбайҙың әҫәрҙәре Башҡортостанда ғына түгел, Татарстанда, шулай уҡ Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә һәм башҡа илдәр, хатта Америка Ҡушма Штаттары театрҙары сәхнәләрендә уйнала. Беҙ йыш ҡына был хаҡта ишетмәй ҙә ҡалабыҙ, сөнки Наил Ғәйетбай үҙе шаулап йөрөмәгәс, ҡайҙан беләйек? Шуның өсөн бер тапҡыр Нәжиб Асанбаев Наилде әрләп тә ташлағайны: "Ниңә премьераларың хаҡында беҙҙән йәшерәһең? Әллә юлыңдан барып, һинең кеүек әҫәрҙәребеҙҙе күп ҡуйҙырырбыҙ тип ҡурҡаһыңмы?" "Һөйләнеп йөрөүе уңайһыҙ бит", — тип яуап бирҙе Ғәйетбай баҫалҡы ҡына. Шул тыйнаҡлығы арҡаһында ул әҫәрҙәрен төрлө премияларға тәҡдим итмәй, маҡтаулы исемдәр даулап йөрөмәй. Ә үҙе бик күптәргә төрлө исем, премиялар алырға ярҙам итте.
Асанбай тигәндәй, ярты йыллап элек уның менән Наилдең драматургия өлкәһендә күп һәм уңышлы эшләүен иҫәпкә алып, уға берәй юғары исем юллау тураһында Президентыбыҙға мөрәжәғәт итергә тип һөйләшкәйнек. Әммә өлгөрмәнек: Нәжиб Асанбай ҡаты ауырып китте, аҙаҡ вафат булып ҡуйҙы. Һәм бына Наил Ғәйетбайға 65 йәш тулған осорҙа шул һөйләшеү иҫкә төштө лә йәмәғәтселеккә һорау бирмәксемен: "Наил Ғәйетбай үҙенең ижады менән, башҡарған эштәре өсөн (театрҙар, журналдар асыу һәм башҡалар) күптән юғары бүләккә лайыҡ түгелме ни?!" Ошо һүҙҙәрҙе минең генә түгел, ә мәшһүр драматургыбыҙ, мәрхүм Нәжиб Асанбайҙың һорауы ла итеп ҡабул итһәгеҙ ине. Мәсьәләне, моғайын, Мәҙәниәт министрлығы хәстәрләргә тейештер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780