Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡанлы йылдар онотолмай
Ҡанлы йылдар онотолмайЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттары тамашасы хөкөмөнә “10 июль. Көн һәм быуат” исемле әҙәби-тарихи драма тәҡдим итте. Был үҙенсәлекле проекттың авторҙары – филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова һәм Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева.

Тамаша уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы әҙәби-мәҙәни мөхитте һүрәтләүҙән башлана. Башҡортостан радиоһы әҙәбиәт, сәнғәт яңылыҡтары менән таныштыра, дикторҙар тантаналы рәүештә осорҙоң уңыштары тураһында хәбәр итә. Экранда иһә бер-бер артлы документаль кинокадрҙар күрһәтелә. Мәскәүҙә СССР яҙыусыларының I съезы барышын, Өфө урамдарындағы демонстрацияларҙы һүрәтләгән һәм башҡа ҡыҙыҡлы күренештәр беҙҙе алыҫта ҡалған йылдар сөңгөлөнә әйҙәй.
Данлы, шаулы осорға хас күңел күтәренкелеге, ғорурлыҡ хисе тыуҙырған күренештәрҙе шомло музыка ҡаплап китә – Сталин репрессиялары ваҡиғалары һынландырыла. Сәхнәнең яҡтыртылышы, йәш артистарҙың борсоулы йөҙҙәре аша залға хәүеф тойғоһо һарҡылып инә. Төрмә иҙәнендә — халыҡ дошманы тип иғлан ителгән шәхестәрҙең ҡатындары. Улар сираттағы һорау алыуға саҡырыуҙарын шомланып көтә. Ретроспектива алымы Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар, Мәкәрим Мәһәҙиев һәм Зәйтүнә Бикбулатова, Мәстүрә һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтовтар, Сәбихә һәм Ғабдулла Амантаевтар, дипломат Кәрим Хәкимовтың ҡатыны Хәҙисә, Фатима Юлтыеваларҙың бәхетле саҡтарына әйләнеп ҡайтырға, мөхәббәт тарихын күрергә, янып-ярһып, яҡты киләсәккә оло ышаныс менән йәшәгән мәлдәрен Ҡанлы йылдар онотолмайбарларға мөмкинлек бирә. Ә төрмә ишектәренең иләмһеҙ шығырлап асылып-ябылыуы, “ҡара ҡоҙғон” тип йөрөтөлгән машинаның гөрһөлдәп килеп туҡтаған тауышы аяуһыҙ ысынбарлыҡҡа алып ҡайта.
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың атылыр алдынан йәндәрҙе телеп, ауаз ҡатыш моң булып яңғыраған “Буранбай” йыры, мәшһүр йырсының күңелдәрҙе иңрәтеп ағылған үҙ тауышы (яҙма Ҡазандан махсус рәүештә ҡайтарылған), Ғөбәй Дәүләтшиндың “Ғәлиәбаныу” көйөнә бейеүе, Һәҙиә Дәүләтшина менән Ғабдулла Амантайҙың әлегә тиклем билдәһеҙ булып, халыҡҡа күптән түгел генә ҡайтарып бирелгән шиғырҙарының яңғырауы, геройҙарҙың үҙ-ара эскерһеҙ мөнәсәбәте, саф хистәре – барыһы ла самалылыҡ, нәфислек һәм нескәлек аша бирелгән. Был оло шәхестәрҙең үҙ идеалдарына сикһеҙ инаныуы һәм шуның өсөн дә тәрәнерәк тетрәнеү кисереүе ышандырырлыҡ рәүештә еткерелде тамашасыға.
Репрессия осоронда етем ҡалған, болотһоҙ бала саҡтары бер көн эсендә юҡҡа сыҡҡан Ролена Амантаева, Роза Әлмөхәмәтоваларҙың бала сағын кәүҙәләндереүсе йәш артистар Гүзәл Ғәлләмова һәм Айһылыу Фәйезованың йөрәк тауышы уйлы, ғәмле тамашасыны тетрәндермәй ҡалманы.
Милли сәнғәтебеҙҙе ил кимәленә алып сыҡҡан Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Ғәзиз Әлмөхәмәтов ролдәре аша был сәнғәт әһелдәренең олпатлығын, аҡылын, һәләтен, фажиғәһен Нәфис Сәйетов, Зөлфир Басиров һәм Тимур Рамаҙанов тамашасы күңеленә еткерҙе.
Ғабдулла Амантай ролен уйнаусы Илнур Сәлимгәрәев, уның ҡатыны Сәбихә ролендәге Зөлфиә Ишмырҙина, ирле-ҡатынлы яҙыусылар Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндарҙы һынландырыусы Зөлмәрә Ғәбитова һәм Азат Ғайнанов, Мәстүрә Әлмөхәмәтова ролендәге Лилиә Әҙелмырҙина, Хәҙисә Хәкимованың тарихын еткереүсе Гүзәл Маликова ғаилә ҡиммәттәре, хистәр ҡайнарлығы, тоғролоҡ кеүек төшөнсәләрҙең кеше өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген төшөндөрҙө.
Зәйтүнә Бикбулатова ролен башҡарыусы Зилиә Сафиуллинаның өлөшөнә үтә лә яуаплы миссия йөкмәтелгәйне, ул был эште лайыҡлы атҡарып сығыуға өлгәште. Бөйөк актрисаның сағыу таланты, ғорур булмышы артына йәшерелгән күңел фажиғәһен тетрәндерерлек итеп башҡарҙы Зилиә һылыу. Испан драматургы Лопе де Веганың “Һарыҡ шишмәһе” драмаһынан Лауренсия монологын һөйләүе бөйөк шәхестең йәш сағын күҙ алдыбыҙға килтерҙе. Һәр хәлдә, Зилиә тамашасыны ошоға инандырҙы. Ижади ҡеүәте ҙур был ҡыҙҙың.
Сәхнәлә күрһәтелгән ваҡиғаларҙың тарихи дөрөҫлөккә тап килеүе иғтибарға лайыҡ. Был кисерештәрҙең, ваҡиғаларҙың береһе лә уйлап сығарылмаған, ә тормош тарафынан яҙылған аяуһыҙ хәҡиҡәт. Проект авторҙары драманы тамашасы хөкөмөнә сығарыр алдынан бихисап документ, публицистик мәҡәләләр, суд материалдары, махсус әҙәбиәт менән танышҡан, драма ҡанундарына тап килерҙәй, шәхестәрҙең трагедияһын тәрәнерәк һынландырырҙай ваҡиғаларҙың прототиптар тарафынан хикәйәләнгәндәренә өҫтөнлөк биргән. Хөкөм итеү менән мауыҡмай улар, драма кемделер ғәйепләүгә лә ҡоролмаған. Спектаклдә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Һәҙиә” романы, Рауил Бикбаевтың, Ҡасим Аҙнабаевтың, Миләүшә Иҙрисованың, Гөлнур Ҡасҡынованың хеҙмәттәре ҡулланылған.
Ғөмүмән, буласаҡ актерҙарҙың оло тормошҡа әҙерлекле милли кадрҙар булып аяҡ баҫыуы шатландыра. Улар театр тарихын яҡшы өйрәнгән, милли драматургияның формалашыу нигеҙҙәре тураһында уҡып ҡына түгел, сәхнәлә һынландырып та, улар кисергәндәрҙе үҙ күңеле аша үткәреп тә беләләр хәҙер.
Был етди проект нигеҙендә ҙур идея күтәреп сыҡты йәш актерҙар: “Беҙ, XXI быуат йәштәре, 1938 йылдың 10 июлен “башҡорт әҙәбиәтенең, сәнғәтенең, башҡорт йәмәғәтселегенең ҡанлы йәкшәмбеһе" тип атаныҡ. Рәсәй тарихында ундай һүҙбәйләнеш таныш булһа ла, башҡорт халҡы өсөн был йәкшәмбе илгә билдәле йәкшәмбенән, бәлки, ҡанлыраҡтыр.
Тап ошо көндә – 1938 йылдың 10 июлендә – халҡыбыҙ башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалған шәхестәребеҙҙең береһе Ғәзиз Әлмөхәмәтовты, башҡорт театрына Станиславский системаһын индергән Мәкәрим Мәһәҙиевте, башҡорт филологияһы фәне үҫешендә тос өлөшө булған Ғабдулла Амантайҙы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшинды, беренсе башҡорт профессиональ театрын төҙөгән Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙы, Башҡортостан өлкә комитетының бүлек етәксеһе Риза Әбүбәкировты, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Төхфәт Йәнәбиҙе, Башҡортостан дәүләт нәшриәте директоры, яҙыусы Булат Ишемғолдо, башҡорт драматургияһын башлаусыларҙың береһе Дауыт Юлтыйҙы, тәржемәсе, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхтәр Байымовты, БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағындағы сәнәғәт эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе Ғаффан Нәзировты юғалта.
Беҙ, XXI быуат ҡанундары менән йәшәгән йәш быуын, тарих төшөнсәһен "ҡәҙер һәм хәтер" төшөнсәһенә бәрәбәр тип һанайбыҙ. Сәхнәгә сығарырға батырсылыҡ иткән әҙәби-тарихи драмабыҙ ҙа ошо шәхестәргә ҡәҙер һәм хөрмәт йөҙөнән атҡарылды.
Йәнә шуға инанабыҙ: 10 июль Башҡортостан Республикаһы өсөн Ҡәҙер һәм хәтер көнө булыр. Ҡорбан булған шәхестәргә лайыҡлы һәйкәл ҡуйылыр. Беҙ табынып, сәскәләр һалған һәйкәл. Батырлыҡ һәм тоғролоҡ, ҡәҙер һәм хәтер һәйкәле…”
Һуңғы осорҙа театр әһелдәре, режиссерҙар ауыҙынан йыш ҡына: “Халыҡ етди спектаклдәрҙе ҡабул итмәй, тамашасының талабы түбән. Шуның өсөн дә күберәк комедия, йырлы-моңло тамашалар ҡуйырға мәжбүрбеҙ”, – тигән зарланыуҙы йыш ишетергә тура килә. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары тарафынан ҡуйылған “10 июль. Көн һәм быуат” әҙәби-тарихи драмаһы бына ошо ҡалыплашҡан фекерҙең хәҡиҡәткә тура килмәүен раҫланы. Спектаклдән һуң тамашасы менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүҙәр театрҙарҙың етди, фәһем алырлыҡ, ҡәнәғәтлек кисерерлек, уйландырырлыҡ, һиҫкәндерерлек әйберҙәргә тотонорға тейешлеген тағы ла бер ҡат иҫбатланы. Гөлсәсәк Саламатованың һәм Таңсулпан Бабичеваның үтә лә етди проектҡа йән өрөүе — минеңсә, башҡаларға ла фәһем, үрнәк алырлыҡ күренеш.
Тетрәнеп, тотош ил, милләт фажиғәһен тағы ла тәрәнерәк аңлап-тойоп сыҡты был спектаклдән тамашасы. Быға тиклем Шәйехзада Бабичтың шиғырҙары буйынса “Әлмисаҡтан һин шағир тигән Хоҙайҙың әмере бар…”, Рауил Бикбаевтың “Хазина”, Ҡәҙим Аралбайҙың “Ҡаратау тотҡоно” поэмалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә уйнап өлгөргән йәш артистарыбыҙҙың киләсәктә ҙур сәхнәләрҙе балҡытыуын күрергә яҙһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780