Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүге һындың тарихы
Тәүге һындың тарихыБашҡорт халҡының бөйөк улы Салауат Юлаевтың исемен һынлы сәнғәттә беренсе булып мәңгеләштергән скульптор Исидор Григорьевич Фридрих-Хар 1890 йылда Грузияның Кутаиси ҡалаһында виноград үҫтереүсе ғаиләһендә донъяға килә. Ун дүрт йәшенә тиклем атаһы ҡарамағында йәшәй, бәләкәйҙән һүрәт төшөрөү менән мауыға. Сабый сағынан уҡ ул хәтерле, зиһенле булыуы менән ата-әсәһен һоҡландыра, мәктәпкә төшмәҫ үк үҙе ишеткән әкиәттәргә ололарса сюжетлы һүрәттәр төшөрөп, ололарҙы аптырата.
Атаһы, улымдан ҙур кеше сығыр тип өмөтләнһә лә, ишле ғаиләне ҡарауы ҡыйынға тура килгәнгә күрә, яңы ун дүрте тулған үҫмерҙе үҙ тамағын үҙе туйҙырһын өсөн тире эшкәртеү оҫтаханаһына урынлаштыра. Бер ваҡыт Исидор эшләгән ергә ниндәйҙер скульптор туҡтала. Үҫмер ғүмерендә беренсе тапҡыр балсыҡтан әүәләп эшләнгән һындарҙы күреп телһеҙ ҡала! Уның да шулай эшләгеһе, рәссам булғыһы килә. Эштән бушаған арала үҫмер балсыҡтан аттар, ҡоштар, кешеләр һынын әүәләй башлай. Уларҙы килештереп эшләй буласаҡ скульптор, оҫта ҡулдарына барыһы ла һоҡлана!
1914 йылда, Беренсе донъя һуғышы башланғас, Исидорҙы хәрби хеҙмәткә алалар. Яңы егермеһе тулған һалдат яуҙа ҙур батырлыҡтар күрһәтә, ләкин ҡаты алыштарҙың береһендә ныҡ яралана. Уны Һамар госпиталенә дауаланырға оҙаталар.
1918 йылда Рәсәйҙә Граждандар һуғышы башлана. Ил өсөн ауыр был йылдарҙа Исидор Фридрих-Хар күренекле революционер Михаил Кадомцев менән таныша, уның етәкселегендә Һамарҙа аҡ чехтарға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Тап шул ваҡытта ул беренсе тапҡыр Салауат Юлаев хаҡында ишетә. Буласаҡ рәссамды исеме халыҡ теленән төшмәгән батырҙың яҙмышы, шәхесе бик ҡыҙыҡһындыра. Егет уның хаҡындағы легендалар менән таныша башлай.
И. Фридрих-Хар өсөн һуғыш тиҙ генә тамамланмай, ул Төркөстанда баҫҡынсыларға ҡаршы барған ҡаты алыштарҙа ла ҡатнаша. Ниһайәт, граждандар һуғышы тамамлана, Исидор Григорьевич Мәскәүгә яҡын Томилино ҡаласығындағы балалар йортона урынлашып, шунда рәсем уҡытыусыһы булып китә. Балаларҙы ифрат яратҡан һалдатҡа мөғәллим булып эшләүе бик оҡшай. Эштән бушаған ваҡытта ул балсыҡтан төрлө фигуралар әүәләй, сюжетлы ваҡиғаларҙы ла, кеше портреттарын да һынландыра. Бер ниндәй ҙә махсус белеме булмаған рәссамдың педагог һөнәрен үҙаллы ижади эш менән үрелдереп алып барыуы оҙаҡ ҡына дауам итә. Уның керамика, фаянс, балсыҡ, таш, фарфор, ағас кеүек материалдарҙан эшләнгән барлыҡ һындары ла иҫ киткес матур килеп сыға! “Иптәшемде һуңғы юлға оҙатҡанда” (1927), “Ваня Фаворский” (1934), “Малай һәм алмалар” (1956), “Малай“ (1938), “Азербайжан колхозында байрам”, “Аквариум” (1962) кеүек скульптуралары рәссамдың иң талантлы эштәре иҫәпләнә, бөгөн уларҙың барыһы ла Третьяков галереяһында һаҡлана.
Йылдар үткән, оҫталығы артҡан һайын рәссам граждандар һуғышы ваҡытында ишеткән 1773–1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы, Емельян Пугачевтың көрәштәше Салауат Юлаев менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына — скульптурала башҡорт батыры бюсын эшләргә ҡарар итә. Әлбиттә, милли геройыбыҙҙы һынлы сәнғәттә беренсе булып һынландырған скульптор Салауат Юлаевты үҙенсә күҙ алдына баҫтырған. Бейеклеге 70 сантиметр самаһы булған был ағас скульптурала үҙ ғүмерендә күпте күргән аҡһаҡалдай етди ҡарашлы, көслө ихтыярлы урта йәштәрҙәге ир-азаматты күрәбеҙ. Уның беҙҙең күҙ өйрәнгән башҡа “Салауат”тар менән бөтөнләй уртаҡлығы юҡ икән, быға аптырарға ярамай — автор фантазияһы бит. Скульптура өсөн ағас мәңгелек материал түгел, ул ваҡыт үтеү менән туҙа, ярыла, шул сәбәпле Салауаттың һынында төрлө составлы буяу эҙҙәре һаҡланыуына ла ғәжәпләнергә түгел. Иң мөһиме — И. Фридрих-Харҙың Рәсәй тарихында беренселәрҙән булып башҡорт халҡының милли батырын скульптурала кәүҙәләндереп, башҡаларға юл ярыуы!
Башҡортостан Хөкүмәте И. Фридрих-Харҙың Салауат бюсын 1926 йылдың 16 мартында Мәскәүҙәге Мәҙәниәт министрлығына хат яҙып һоратып ала. Скульптура 1927 йылда Италияла Рәсәй рәссамдарының һынлы сәнғәт күргәҙмәһендә ҡуйыла, И. Фридрих-Харҙын тыуыуына 80 йыл тулыу уңайы менән 1973 йылда Мәскәүҙә ойошторолған һынлы сәнғәт күргәҙмәһендә лә күрһәтелә. Бөгөн был ҡомартҡы — М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы милке.
Әйткәндәй, 1973 йылда Мәскәүҙә бөйөк башҡорт батыры Салауат Юлаев образын беренсе булып скульптурала һынландырған талантлы Рәсәй рәссамы И.Г. Фридрих-Харҙың үҙенә лә һәйкәл ҡоялар. Талантлы рәссам яҡты донъя менән 85 йәшендә Мәскәү ҡалаһында хушлаша.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779