Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған ерҙең тартыу көсө
Тыуған ерҙең тартыу көсөӘй, замандаш!

Бөтә нәмә тоғро үҙ затына,
Үҙгәрә тик төҫтәр, самалар.
Яралалар яңы төшөнсәләр,
Иҫкеләре туңып ҡалалар.

Кеше шуның барлап барыһын да
Мейеһенән иләп үткәрә.
Яҙмышына киртеп тамға һала,
Кеше йәшәй, тимәк, үҙгәрә.

Бар тәбиғәт Ваҡыт хөкөмөндә,
Таба төҫөн, таба есемен.
Әй, замандаш, күтәр Ваҡыттан да
Юғарыраҡ кеше исемен.

Башҡорт бәләһе
Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп,
Әйҙә, йырла, башҡорт балаһы.
Халыҡ йырынан.

Кемдәр генә һине йырлатманы;
Йыр-моңға бай башҡорт, йәнәһе.
Ауыр тойолһа ла әйтмәй булмай,
Бер ҡатлылыҡ — башҡорт бәләһе.

"Любезники-любизар"ы менән
Париждарҙа алды көрәгә.
Еңеүсегә — ҡымыҙ, ә ағыуҙы
Кем эсерҙе Ҡаһым түрәгә?

Петроградты һаҡлап ҡанын ҡойғас,
"Порт-Артур"ҙы уйнай ҡурайҙа.
Большевиктар, рәхмәт урынына,
Бабичыңды тотоп турайҙар.

"Ирәндек"те йырлап туй үткәреп,
Төрлө милләт ҡыҙын алаһың.
Балаларың туған телен белмәй,
Үҙ илеңдә телһеҙ ҡалаһың.

Намаҙ уҡыр әбей хәмер эсеп,
"Ҡоҙаса"ны йырлап көлдөрә.
Егерменсе быуат аҙағында
Бер ҡатлылыҡ беҙҙе бөлдөрә.

Көнгәк

Сал тарихтан бөгөнгәсә
Халҡым өсөн изге тау һин.
Маңҡорт түгел башҡорттарға
Булдың яҡын, булдың дәү һин.

Яу ҡупһа ла, дау ҡупһа ла,
Ата-бабам һиңә килгән.
Сисеп булмаҫ төйөндәрҙе
Кәңәш ҡороп сисә белгән.

Бөгөн килеп сал түбәңә
Замандашым һалмай һуҡмаҡ.
Йола тотмаҫ ил башына
Төшөр бәлә, төшөр туҡмаҡ.

Түбәң буйлап шом таратып,
Бүре генә олормо икән,
Ғорур башҡорт бер маңҡортҡа
Әйләнер ҙә бөлөрмө икән?

Һаумыһығыҙ, ырыуҙаштар!

Мәләүез төбәгендә Тамъян,
Ҡыпсаҡ, Юрматы ырыуҙарына
арнап стела ҡуйылды.

Һаумыһығыҙ, ырыуҙаштар,
Һаумыһығыҙ, йәштәр, ҡарттар.
Хәлдәрегеҙ арыу, шәпме,
Нисек әле һеҙҙең эштәр?

Тыуған ерҙең тартыу көсө
Арта бара йылдар менән.
Беҙҙең яҙмыш бәйләнгән бит
Кендектәге ҡылдар менән.

Сәстәремә сал ятһа ла,
Имсәгеңде һаман имәм.
Һинән генә алам тәүфиҡ,
Һинән генә алам иман.

Ят яҡтарҙың ере ташлы,
Тамыр йәйеү үтә ауыр.
Ғүмер буйы асфальт тишеп
Кибә йөрәк, яна бауыр.

Беҙҙең заман — һалҡын заман,
Күңел өшөй йылы юҡҡа.
Күпме меҫкен ғазаплана
Алға барыр юлы юҡҡа.

Тамъян, Ҡыпсаҡ, Юрматыһы
Бер туғандай тойһон үҙен.
Замандашым, бөгөн беҙгә
Кәрәк өмөт, кәрәк түҙем.

Ел иҫте, тип тәгәрләргә
Ҡамғаҡ түгел минең халҡым.
Аҡтамырҙай ерҙә үҫер,
Ҡояш булып күктә балҡыр.

Вокзалдамын

Вокзалдамын. Һуңғы минуттарҙың
Тыңлап торам төрлө тауышын.
Һүрән генә һүнә оҙатыуҙар,
Гөлтләп ялмап ала ҡауышыу.

Тәгәрмәстәр, суйын ҡылды сиртеп,
Ялҡытҡыс көй генә һуҙалар.
Ә вагондар, телеп перрондарҙы,
Йылан һымаҡ шыуып уҙалар.

Вокзалдамын. Һине көн дә көтәм.
Минуттарым минең сәғәттәй.
Һағына белгән, мотлаҡ, көтә белә,
Бөтмәҫ көтөү генә кәрәкмәй.

Бына тағы бер йыл...

Бына тағы бер йыл үтеп бара,
Ҡояш байыштары яҡын буғай.
Һинән сәләм булып ҡулын һуҙған
Көҙҙөң һәр биҙәге ялҡын буғай.

Көҙгө күңел һиҙгер була икән
Ғәзиз әсәһенең сер-һүҙенә.
Һаубуллашып ҡоштар ҡанат ҡаға,
Быҫҡаҡ ямғыр яуа ер йөҙөнә.

Тыуған ауылыма һирәк ҡайтам,
Һыуһаһам да, әсәй, ҡәҙереңә...
Йылдар япраҡ һымаҡ ҡойолалар,
Ҡойолалар һинең ҡәбереңә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 733

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782