10 апрелдә баш ҡаланың Конгресс-холында «Моң бүлешеп йәшәйек» тигән ҙур концерт программаһы тәҡдим ителә. Зөһрә ФӘЙЗУЛЛИНА йырсы дуҫтары менән өфөләрҙе ҡыуандырмаҡсы. Биш йыл элек тә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында уның ижад кисәһе үткәйне. Ҙур залға һыйманы тамашасылар. Һәр сығыш иғлан ителеү менән ҡулдар үҙенән-үҙе алҡышларға тотондо. Моң-көйҙәр йырсыларҙың тауыш үҙенсәлегенә ҡарап ижад ителгән тиерһең, килешле, сағыу, аһәңле, йөрәккә үтеп инерлек яңғыраны. Ә бит быларҙың барыһы ла авторҙың ҡаҙанышы, йәғни Зөһрә Хәдит ҡыҙының уңышы тиһәм, һис арттырыу булмаҫ.
Ул бит — шағирә, композитор, драматург, республика байрам-бәйгеләрендә сценарийҙар ижадсыһы тигән һәләттәрҙе бергә туплаған үҙенсәлекле шәхес. Шуға Конгресс-холда үтәсәк тамашаны, Зөһрәне белгән бик-бик күптәр кеүек, түҙемһеҙлек менән мин дә көтәм һәм ошо айҡанлы уның хаҡында бер нисә һүҙ әйткем килә... Ижадҡа бай тормош юлы, саф шишмәләй сыңрау 200-ҙән ашыу йыры, балалар күңелен арбарлыҡ әкиәттәре, легендалары, бихисап шиғыры хаҡында, үҙе генә күрһәтә белгән педагогик оҫталығы һәм башҡа һөнәрҙәре тураһында бер тынала һөйләп бөтөү мөмкин түгел.
Һирәк-һаяҡ осрашыуҙарҙың береһендә Зөһрә: «Мин оҙон тиҫбелеләр нәҫеленән», — тигәйне. Белеүебеҙсә, ябай тиҫбе утыҙ өс төймәнән тора. Ә оҙон тиҫбе ошо һан йөҙ тапҡырға ҡабатланған төймәләрҙән йыйыла һәм уны тик Сәғүд Ғәрәбстанына хаж ҡылған кешеләргә генә алып ҡайтыу хоҡуғы бирелә. Тимәк, Фәттәховтар быуынынан Аллаһы Тәғәләне хөрмәтләп-ҙурлап хаж ҡылыусылар күп булған, улар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең иң ҙур бүләгенә лайыҡ булып ҡайтҡан. Фәттәховтарҙың шәжәрә ағасын күргән кеше лә һоҡланмай ҡалмай: уның тармағы һайын фани донъялыҡта тамъян тигән арыҫландың һөйләп бөткөһөҙ атаҡлы азаматтары — бейҙәре, тархандары, кенәздәре, Яуыз Иван батша ярандары менән һөйләшеүҙәр алып барған Шәғәле-Шаҡман, күрәҙәсе, кеше ышанмаҫлыҡ ғәҙәттән тыш һәләттәргә эйә Хөснөтдин хажи хәҙрәт, Зөһрәгә яҡыныраҡ быуындарҙан ейән-ейәнсәрҙәрен доға уҡырға, изге китаптарҙы һанларға, үҙ-үҙеңде тотоу, хәҙергесә әйтһәк, этика, әхлаҡ ҡағиҙәләренә өйрәткән, баҙыян табаҡ-ҡалаҡтарға тиклем эшләгән атаһы яғынан өләсәһе Бәҙрисафа һәм тағы бик күп һөнәр эйәһе бар. Әсәһе яғынан өләсәһе (уның да исеме Бәҙрисафа) халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарған.
Шаян, йор һүҙле, ҡумыҙсы инәйҙең балалары – Маһинуры «Ғилмияза»ны, Сәрәһе – «Урал»ды, Яңылбикәһе (Зөһрәнең әсәһе, 45 йыл балалар зиһененә дәрес менән бергә халыҡ аҡылын да һала белгән) «Һандуғас»ты башлаһа, Уралы — гармунда, кейәүе Шәрифйән ҡурайҙа ҡушылған. Һәм шуныһы: ошо тиклем ҙур ғаилә ныҡ аралашып, дуҫ йәшәгән. Бөйөк Ватан һуғышының ҡан ҡойолған иң ауыр яуҙарын үтеп, Ленинград фронтында ҡулын юғалтып ҡайтҡан өлкән лейтенант Хәдит Закир улы Фәттәхов замандаштары араһында бынамын тигән тарих уҡытыусыһы, һуңынан мәктәп директоры вазифаһын алып барған, бик оҫта бейеүсе лә булып танылған, һуғышҡа тиклем үк гармун һатып алып, үҙаллы уйнарға өйрәнгән.
Тыныс тормошта оҙон ғүмер кисерергә яҙмаған уға. Шуны һиҙенепме, ул фронт юлдары, утлы яуҙа башын һалған дуҫтары тураһында бик күп хәтирәләрен балаларына илап һөйләгән. Алға китеп әйтәйек: Зөһрәнең ошо иҫтәлектәр нигеҙендә тыуған, атаһының һәм тотош совет халҡының күңеленә мәңге уңалмаҫтай яра һалған фронттағы юғалтыу хисе һуңынан йыр-балладаға әйләнәсәк «Өсмөйөшлө хаттар» тигән шиғырында сағылған. Ошо вәхшәтте үҙе кисергәндәй йөрәгенән үткәреп уйланғанғалыр, ифрат халыҡсан яңғырай был йыр.
Һөйләп бөткөһөҙ тарихи солғанышты өйрәнеп, бай рухи зиннәтте ишетеп-күреп, булмышына һеңдереп үҫкән Зөһрә. Шуға уның зиһен-күңеле, эске халәте быуаттар төпкөлөнән үҫеш-үҙгәреш-тәр аша килгән әллә күпме ҡан-гендан туҡылған тип әйтеү дөрөҫөрәк булыр. Шуға фани донъяға аяҡ баҫҡанынан алып һәр боролмала уның яҡты осҡоно ҡала бара. Ул осҡондоң исеме – Моң, ишеткән һәр кемде әсир иткән Зөһрәнең Моңо! БДУ-ның филология факультетында Зөһрә лекцияларҙан ҡалған ваҡытын бейеү, драма, әҙәби түңәрәктәргә, саңғы ярыштарына, гәзиттәрҙә шиғырҙарын баҫтырыуға бағышланы. Ә төркөмдәштәрен ул «Студенттар маршы»н ижад итеп ҡыуандырҙы. Ул йыр һуңынан һәр юғары уҡыу йортоноң гимнына әйләнде, тиһәк хата булмаҫ.
Тыуған районы Әбйәлилдә бер нисә йыл эшләп, Сибайға күскәс, Зөһрә Хәдит ҡыҙы ҡалалағы мәктәп-интернатта уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Педагогик коллективтағы татыу мөхит, Зөһрәнең үҙенең балалығын хәтерләтеп кенә торған, ауылдан килгән саф күңелле балалар «эшлә лә эшлә» тигән кеүек дәртләндереп кенә торғандай. Шуның өҫтәүенә күңелендәге мөлдөрәмә тулы хистәре лә шиғыр юлдарына теҙелеп кенә тора, күптәре моңға ҡушылып китә. Ноталар менән таныш булмағас, уларҙы хәтерҙә тотоуы ла ҡыйын була. Кеше белмәгән эш булмаҫ, тип ул фортепьяно һатып ала, ноталарҙы үҙаллы өйрәнә. Мәктәптә уҡыусыларҙың әүҙемлеген уятыу, кескәй йөрәктәрендә ижад ҡуҙы тоҡандырыу өсөн «Ҡурсаҡ» тигән балалар театры ойоштора Зөһрә Хәдит ҡыҙы. Мәктәпкәсә йәшендә үк ҡустыһы Зағафуран менән атаһы һөйләгән әкиәттәрҙе уйнап ҡараған «тәжрибәһе»нә таянғандыр.
Ауыл мәктәбендә, телевизор кеүек мөғжизәләр юҡ заманда, һабаҡташтары менән төрлө ваҡиғалар уйлап сығарып, уларҙы үҙҙәренсә уйнап күрһәтеүҙәре ижад бөрөләре булғандыр. «Ҡурсаҡ» театрында Зөһрә үҙе режиссер, үҙе ҡуйыусы, үҙе ойоштороусы, ҡайһы берҙә роль башҡарыусы булып та китә. Шуға өҫтәп яҙған әкиәттәре (уны балалар менән мотлаҡ тикшергәс кенә сәхнәләштерәләр) байтаҡ йыйыла. Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына килгән балалар бәләкәй генә спектаклдә ҡатнашыуҙан да ифрат теремекләнеп, етдиләнеп китәләр. Бер үк ваҡытта Зөһрәнең бай йөкмәткеле дәрестәре маҡтап телгә алына, өлгө итеп төрлө мәктәптәргә таратыла.
Тап ошо йылдарҙа, бирелеп-кинәнеп балаларға белем орлоҡтары сәскән ваҡытта, ижады уны республикабыҙҙа билдәле шәхес итеп күтәрә. «Кисерегеҙ», «Шакирйән», «Тәңкә һалдым», «Ҡырҡтытау», «Танго», «Илекле ҡыр», «Атай» һәм башҡа моң-көйҙәре йырсыларҙың репертуарынан төшмәй. «Зөһрә Хәдит ҡыҙының шиғыры ла, көйө лә уйландыра, тетрәндерә, күңелгә ятҡас, йырлағы килеп кенә тора», — ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин.
Әбйәлил районында Фәттәховтарҙың шәжәрәһенә арналған республика байрамын Зөһрәнең «Шәғәле Шаҡман» кантатаһы биҙәне. Сибайҙа йәшәлгән ғүмере артабан «Атайсал» гәзитенең баш мөхәррире, «Сулпан» балалар театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе йөгөн тартыу менән бергә бара. Ҙур ижад тураһында һүҙ барғанда, байрам, тантана, бәйге-конкурс, фестиваль кеүек мәҙәни тормоштоң бөткөһөҙ хәстәрҙәре, «Зөһрә апай, яҙ инде, Зөһрә апай, нисегерәк итәйек...» — тигән мөрәжәғәттәр, үтенестәр, һорауҙар, кәңәштәр тураһында әйтеү артыҡ кеүек тойолһа ла, уның башланғысында үткән сараларҙың маҡтаулы урындар алыуын күҙ уңында тотһаҡ, бында ла геройыбыҙҙың ҙур хеҙмәт һалыуы күренә.
Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Әлмира Ҡыуатова бына нимә ти: «Сценарийҙар төҙөгәндә темаға ярашлы рухлы йыр йә шиғыр кәрәк булһа, беҙҙе Зөһрә апай ҡотҡара. Ундай кеше тураһында күп ҡырлы талант эйәһе, тиҙәр. Теге йәки был артистың кисәһен әҙерләгәндә, тап уның асылына ғына хас һыҙаттарҙы таба белә».
Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Зөһрә Хәдит ҡыҙының йөҙө яҡты. Уның янында, уның етәкселегендә арҡаҙаш булыуҙы бәхеткә һанай күптәр. Студент йылдарынан уҡ кешеләргә ҡарата ипле, әҙәпле булыуы уның тәрбиәле-тәртипле мөхиттә үҫкәнлеге хаҡында һөйләй. Ярамаған эш-ҡылыҡ, хатта ауыр һүҙ ысҡындырыу ҙа уның холҡона хас түгел. Яҙыҡ һүҙ әйткән кеше булһа, уны Зөһрә тәнҡитләмәй, әммә яуап та бирмәй, «яңылышаһың түгелме?» тигәндәй, шул кешегә төбәп ҡарап, бер аҙ шымып тора ла ҡарашын ситкә бора.
Зөһрәнең ижады ярҙарына һыймаҫ йылға шикелле тулҡынланып ағыуын дауам итә. «Арҡайым» тигән боронғо башҡорт ҡаласығын күреп танышыу ошо исемдәге йыр булып урғылған. Был – еләкле тауҙары ла, ҡоштары һайрап торған туғайҙары ла, сылтыр шишмәләре лә булған ысын мәғәнәһендә башҡорт далаһы моңо, уны тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел. Елгә сайҡалған ҡылған йыры ла, һаумал ҡымыҙ күбеге лә, тибендә йөрөгән, ҡолон имеҙгән башҡорт аттарының сабырлығы ла күҙ алдына килеп, илеңә, милләтеңә булған һөйөүҙе тағы ла арттыра төшә. Ошо һәм байтаҡ башҡа йырҙарын тыңлағандан һуң Мәскәү журналисының һоҡланып һәм ғәжәпләнеп: «Һеҙ ҡайһы консерваторияла талантығыҙҙы үҫтерҙегеҙ?» — тип һорауы Зөһрәнең композитор булараҡ юғары профессионализмы, йырҙарының камиллығы тураһында һөйләй.
Ошонда оҙаҡ йылдар БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе вазифаһын етәкләгән Рәшиҙә Солтанованың һүҙен килтереү урынлы булыр. «Зөһрә — исеме есеменә тап килеп кенә торған, яҡты уйлы, яҡты күңелле, яҡты ижадлы саф йөрәкле ҡыҙҙарҙың береһе», — ти ул төркөмдәшебеҙ тураһында. Эйе, Зөһрә Фәйзуллинаның оҙаҡламай буласаҡ концертында тап шундай яҡты ижад өлгөләрен, йәшлеккә хас таҙа хыялдарға үрелгән тойғоларын, ил-ер тураһындағы һыҙланыу ҡатыш һөйөү, әсәй булып, күкрәгеңә ҡыҫып, сабыйыңды үҫтергәндәге һүҙ менән аңлатып булмаҫтай хистәр тулҡынын, ысын мөхәббәт йырҙарын ишетеп һоҡланырыбыҙға ышанам. Быға исемдәре күптән билдәле, сәхнә түрен хаҡлы балҡытҡан йырсыларыбыҙ ярҙам итәсәк.
Һүҙемде тиҫбе тураһындағы хикәйәттән башлағайным. Ике йыл элек Зөһрәбеҙ Мәккәгә барып, изге урындарға хаж ҡылып, күңелен, зиһенен, уйҙарын яңы тәьҫораттар менән байытып ҡайтты. Ҡайтты ғына түгел, ул атай нигеҙен ҡоротмай-һыуытмай, Зағафуран, Әҙип, Йәмил ҡустылары кеүек, Фәттәховтар данына яңы ырыҫ өҫтәп йәшәүсе ҡустыһы Хәлилгә оҙон тиҫбе бүләк итте...