Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хыялдары ашһын тормошҡа
Хыялдары ашһын тормошҡаТауҙарға, урмандарға, йылғаларға һәм күлдәргә бай, ожмах кеүек гүзәл тәбиғәтле Ғафури ерендә таланттар булмаһа, ғәжәп ҡылыр инек. Ә бына әүәл-әүәлдән иң талантлы ғалимдарҙың, шағирҙарҙың, йыр-моңдары менән үҙәктәрҙе өҙөрлөк йырсыларҙың, күңелдәрҙе тетрәтерлек образдар тыуҙырыусы актерҙарҙың тап беҙҙең районда тыуып үҫеүенә бер кем дә аптырамай бөгөн. Һүҙем —таланты менән кешеләр күңеленә яҡты нур һалыусы яҡташ артистарыбыҙҙың береһе, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры, Үзбәк ауылы егете Юнир Ғәйнуллин хаҡында.

Юнирҙең икенсе класта уҡып йөрөгән мәле. Уҡытыусы "Үҫкәс кем булам?" тигән темаға инша яҙҙыра. Кем тракторсы, кем уҡытыусы булырға теләүен яҙа. Ә космонавт булырға ул ваҡыттарҙа һәр малай хыялланғандыр. Юнир ҙә, күп уйлап тормай, беренсе хыялым — космонавт булыу, тип яҙа. Шунан, бәлки, рәссам булырмын, тип өҫтәп ҡуя. Бер аҙ уйлағас, күңеленең иң түренә йәшерелгән серен аса: ҙурайғас, артист буласаҡмын. Ошо хыялын Юнир тормошҡа ашыра. Мәктәп йылдарында һәр байрам кисәһендә уңышлы сығыш яһай. Мәҫәлән, 6-сы класта уҡығанда М. Кәримдең "Айгөл иле" драмаһындағы Карло Пиккио ролен оҫта башҡарып, тамашасы һөйөүен яулай.
Йыр-моңға әүәҫлеген һиҙептер инде әсәһе Зәкирә апай улына: "Уҡыуыңды гел “5”-кә генә тамамлаһаң, гармун алып бирербеҙ", — ти. Бының өсөн Юниргә йыл буйы тырышырға тура килә. Гармунда ул тиҙ арала уйнарға өйрәнә һәм ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһенән төшмәй ҙә. Бер концертта (ул ваҡытта мәҙәниәт йорто директоры булып Рәмил Ғимрани эшләй ине) Юнир, Рәмил ағаһының "Көт һин мине" тигән яңы йырын башҡарып, ауылдаштары алдында тағы бер һәләтен аса. Һуңғараҡ ул бейей ҙә башлай. Һәләтле егетте күреп, уға ҙур өмөт бағлап, Йәүҙәт Бикбирҙин уның менән шөғөлләнә. Был күренекле бейеүсенең беҙҙең район йәштәрен бейеү серҙәренә өйрәткән мәле була. Йәүҙәттең өмөтө аҡлана. Ул өйрәткән "Кәкүк" бейеүен Юнир әле лә сәхнәнән төшөргәне юҡ.
Шулай ҙа талантлы егеттең артист булыу теләге тиҙ генә тормошҡа ашмай әле. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡтағы 21-се техник училищела уҡый, алты йыл Үзбәк мәҙәниәт йорто директоры булып эшләй. 1987 йылда, имтихандарын уңышлы тапшырып, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Тынғыһыҙ студент йылдарында ла ваҡыт табып, курсташтары Рәсүл Ҡарабулатов, Илһам Рәхимов, Алмаз Сәйетовтар менән ауылда концерт ҡуйып, ауылдаштарын һөйөндөрөп тора.
Диплом алғас, Юнир Сибай драма театры актеры булып китә. Хәҙер 11 йыл ошонда дәртләнеп эшләп йөрөй. Уның беренсе башҡарған роле Илшат Йомағоловтың "Семәрле тәхет" трагедияһындағы Алғыр образы булһа, бөгөн ул тыуҙырған образдар 28-гә еткән. Сибай театры В. Жеребцовтың "Вәлигәме, Ғәлигәме, кейәүгә барам әле" тигән комедияһы менән гастролдә йөрөй.
— Райондан саҡырыу булһа, бәлки, үҙебеҙҙең яҡҡа ла килеп сығырбыҙ, — ти Юнир. Әйткәндәй, Сибай артистары, беҙгә 1996 йылдарҙа килеп, күңелдәрҙе күтәреп, һоҡландырып киткәйне. Шунан бирле күргәнебеҙ юҡ.
Юнирҙең ғаилә хәленә килгәндә, ҡатыны Фәүнә менән ике бала үҫтерәләр. Лилиә 6-сы класта уҡый, Ғәзинурға әле — 5йәш. Кем белә, бәлки, улар ҙа берәй саҡ атайҙары кеүек сәнғәт кешеһе булып китер. Быныһы киләсәктә, ә хәҙергә Юнир Ғәйнуллинға яңы ижади уңыштар теләге килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779