“Башҡортостан — әүлиәләр иле” исемле китап донъя күрҙе. Уны билдәле йәмәғәт эшмәкәре Салауат Килдин, журналист Сәлмән Ярмуллин менән Фәнирә Ғайсина төҙөгән. Фәнирә Фәсхетдин ҡыҙынан ошо баҫма тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
— Китапты сығарыу ниәте нисек тыуҙы?
— Башҡортостаныбыҙҙа һәр башҡорт ауылы янында тиерлек әүлиәләр зыяраты бар, янында изге шишмәһе сылтырап ята. Тарихтан күренеүенсә, ислам динен тәриҡәттә тотҡан халыҡтың ғына суфыйҙары, әүлиәләре бар, һәм халҡыбыҙ уларҙы хәтерендә бик борондан ҡәҙерләп һаҡлай. Иманыбыҙ, боронғо аҫыл мәҙәниәтебеҙ быуаттар һуҙымында ҡатлам-ҡатлам ята. Был — ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге мираҫ. Халҡыбыҙҙың тарихи хәтере ныҡлы, совет власы ла уны юҡ итә алмаған. Беҙ быны китапты эшләгәндә асыҡ тойҙоҡ. Беренсе ниәтебеҙ халыҡ хәтерен дөрләтеп ебәреү булһа, икенсеһе — ҡатмарлы заманыбыҙҙа кешеләрҙең башын бутарға тырышыусыларҙың милләтте, динде тарҡатыу маҡсатындағы аҫтыртын эштәрен фашлау. Тотош илдә иманһыҙлыҡ тантана иткәндә, беҙҙә лә бәғзе берәүҙәребеҙҙә иман өҙлөгөүе кеүек нәмә бар. Диндә халҡыбыҙға хас булмаған йүнәлештәрҙе көсләп тағырға, исламды емереп, халҡыбыҙҙы аҙаштыра торған юлға төшөрөргә маташыусылар күбәйә бара.
— Китапта Башҡортостан буйынса бик күп мәғлүмәт бирелгән икән.
— Эйе, әммә был быуаттар буйы тупланған ғәйәт ҙур хазинаның бәләкәй генә бер өлөшөлөр, тим. Әүлиәләр хаҡында беренселәрҙән булып Сәлмән Ярмуллиндың мәҡәләләр яҙғанын, китап өсөн материал туплағанын белә инем. Мин дә 1997 йылдан алып экспедиция ваҡыттарында суфыйҙар, әүлиәләр тураһында риүәйәттәр йыя башланым. Салауат ағай Килдиндың ата-бабаларыбыҙ тәриҡәттә тотҡан диндең тарихын, нескәлектәрен белеүе китап сығарыуға ифрат ярҙам итте.
Башҡортостанда әүлиәләребеҙ күп булһа ла, быға саҡлы беҙ уларҙың бер нисәһен генә белә инек. Үкенес, заманалар шауҡымында күптәренең исеме хаҡһыҙ
рәүештә онотолоуға дусар булған. Ҡасандыр халҡыбыҙ араһынан сыҡҡан мәшһүр әүлиәләр милләтебеҙҙең яҙмышына, донъяуи ҡарашына, мәҙәниәтебеҙҙең үҫешенә ҙур йоғонто яһаған. Быуаттар буйы изгеләребеҙ халҡыбыҙға юғары әҙәп-әхлаҡ өлгөһө лә, яҡлаусы-һаҡлаусы ла, йолаларыбыҙ тотҡаһы ла, хикмәт эйәләре лә, милләт йәне лә, табибы ла булған. Әүлиәләребеҙ, халҡыбыҙҙы Ислам диненә саҡырып, дәғүәт эшен дә алып барған, ғилем таратҡан, телебеҙҙе, еребеҙҙе, рухиәтебеҙҙе, динебеҙҙе һаҡлаған, милләтебеҙҙе берләштереү өсөн ҙур көс һалып, Аллаһ ризалығына өлгәшкән. Аллаһтан әҙәм балаларының гонаһтарын ғәфү итеүҙе һорап, иман, бәрәкәт, илдәр именлеген теләп йәшәгәндәр. Илебеҙ, бөтә донъя, кешелек киләсәге өсөн гел доғала булғандар. Улар — тарихыбыҙҙың, мәҙәниәтебеҙҙең, ата-бабаларыбыҙ мираҫының иң ҡиммәтле өлөшө, халҡыбыҙҙың рухи байлығы, ғорурлығы.
Был хеҙмәт — Башҡортостанда ислам дине, тәриҡәттәрҙең таралыуы һәм башҡорт әүлиәләре хаҡында мәғлүмәт йыя башлауға беренсе аҙым, тәүге күҙаллау, тиер инем. Китапта халыҡ хәтерендә һаҡланған, ишетелгән изге шәхестәребеҙ тураһында фәнни-популяр мәҡәләләр тупланды. Әлбиттә, әүлиәләрҙең һаны ысынында бик күп, сөнки Әүлиә тауы, Әүлиә шишмәһе тип йөрөтөлгән урындар бихисап. Суфый әүлиәләр барған юл — тәриҡәт, Аллаһҡа яҡынайыу юлы, ата-бабаларыбыҙҙың диндәге төп йүнәлеше. Тәриҡәт башҡорт халҡының йәшәйешенә, рухиәтенә, үҙаңына тура килә, ул көслөләр, ихластар өсөн. Әлбиттә, бөтөн суфыйҙар ҙа әүлиә булмаған, әммә бөтөн әүлиәләр ҙә — суфыйҙар тәриҡәтенән. Беҙ үҙ милләтебеҙҙең һәм динебеҙҙең тарихын белергә тейешбеҙ.
— Башҡа республикаларҙа был йәһәттән ниндәй эш башҡарыла?
— Урта Азия, Кавказ республикалары суфыйсылыҡ тарихы, үҙҙәренең әүлиәләре хаҡында күптән китаптар баҫтыра, был йәһәттән беҙ уларҙан артта ҡалғанбыҙ, тип әйтергә була. Мәҫәлән, Махачкалала “Горская мудрость. Изречения выдающихся шейхов Дагестана” (2009), Үзбәкстанда “Введение в суфизм” (2010) тигән китаптар донъя күргән. Ҡаҙағстан, Санкт-Петербург ғалимдарын, хатта Сиднейҙан археолог Беттс Алисонды саҡыртып, үҙ әүлиәләре ҡәберҙәрен өйрәнәләр.
Былтыр Ысыҡ-Күлдә Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашырға тура килгәйне. Шунда “Айгине” мәҙәни-тикшеренеү үҙәге ағзалары менән таныштым. Улар Ҡырғыҙстандың тәбиғи һәм мәҙәни мираҫын, айырыуса әүлиәләрен өйрәнеү маҡсатында эшләй. “Барлыҡ ҡырғыҙ әүлиәләренең ҡәберҙәрен, изгеләрҙең биографияларын өйрәнеп китаптар сығарабыҙ, тикшерәһе бер генә район ҡалды”, — тинеләр.
Беҙҙә лә әүлиәләребеҙҙең исемен халҡыбыҙға еткереү, рухтарын терелтеү эше бара. Зәйнулла ишан Рәсүлевтең, Ғатаулла ишандың, Ғабдулла Сәйеди ишандың эшмәкәрлеге буйынса республика йыйындары үткәрелде. Халҡыбыҙ үҙ әүҙемлеге менән күп төбәктәрҙә әүлиә зыяраттарын тәртипкә килтерә, йыйылып уларҙың иҫтәлегенә-рухына аят-доға уҡый. Риүәйәттәрҙә башҡорт илендә сәхәбәләр ерләнгәне тураһында яҙылһа ла, уның ҡайҙалығын аныҡ белмәй инек. Аллаһ Тәғәлә ярҙамы менән, Салауат Килдин ағайҙың эҙләнеүҙәре аша Миәкә районының Илсеғол ауылы янындағы Нарыҫтауҙың сәхәбәләр Зәйет улы Зөбәйер менән уның улы Абдрахмандың һуңғы төйәге икәнлеге асыҡланды. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд (с.ғ.с.) сәхәбәләрен үҙе иҫән саҡта, 630 йылда, халҡыбыҙға ислам динен күндерергә ебәргән. Аллаһ ризалығына һәм сәхәбәләрҙең хөрмәтенә халҡыбыҙҙың ихлас ул һәм ҡыҙҙарының тырышлығы менән “Сәхәбәләр” мәсете төҙөлдө. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙҙа иманлылар бик күп! Бер йәйҙә мәсет төҙөп ҡуй әле!.. Һәммәһенә лә Аллаһтың рәхмәте яуһын, ризалығы булһын.
— Китаптың йөкмәткеһе лә ҡыҙыҡһындыра...
— Ул өс бүлектән һәм ике ҡушымтанан тора. Беренсе һәм икенсе бүлектәр сәхәбәләр, суфыйсылыҡ һәм әүлиәләр тураһында күренекле ғалимдарыбыҙ Айһылыу Юнысова, Илшат Насиров, Салауат Таймаҫов, Салауат Хәмиҙуллин, Әлфиә Батталова кеүек исемдәре киң билдәле журналистарыбыҙ яҙған мәҡәләләрҙән ғибәрәт. Өсөнсө бүлектә ғилми экспедициялар ваҡытында Башҡортостандың төрлө ауылдарында башҡорт әүлиәләре тураһында яҙып алынған фольклор материалдары ҡуйылған. Беренсе ҡушымтала Башҡортостандағы һәм күрше төбәктәрҙәге боронғо башҡорт ауылдары янында һаҡланған әүлиә ҡәберҙәре, изге шишмәләр һәм тауҙар исемлеген бирҙек. Икенсе ҡушымтала суфыйҙарҙың бөйөк остазы, Мәүләнә Солтан әүлиә шәйех сәйеди Мөхәммәт Назим Хаҡҡани үҙ мөриттәренә тәҡдим иткән Наҡшбәндиә тәриҡәте суфыйҙарының вазифаларын ҡыҫҡаса аңлаттыҡ. Ошо китапты эшләргә ул фатихаһын биргән.
Киләсәктә изге әүлиәләребеҙҙең, шәйех-ишандарыбыҙҙың шәхестәре, эшмәкәрлектәре ғилми яҡтан өйрәнелер һәм тарихыбыҙҙа үҙ баһаһын мотлаҡ алыр, тигән ниәттәбеҙ.
— Бик ҙур, кәрәкле эш башҡарғанһығыҙ, рәхмәт. Китапты халыҡ ҡыҙыҡһынып уҡый, күмәкләп йыйылышып тиҫтәләрсә дана алдыра икән, тиҙәр.
— Эйе, рәхмәт, ата-бабаларыбыҙ динде нисек тотҡан, нисек иманлы йәшәп, Аллаһ ризалығына өлгәшкән — беҙгә лә шулай көн итергә яҙһын.
РЕДАКЦИЯНАН. Китап менән ҡыҙыҡһыныусылар 8-927-2300007 телефонына шылтырата ала.