Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Театрҙа тыуҙым, шунда үлгем килә..."
"Театрҙа тыуҙым, шунда үлгем килә..."Башҡорт сәнғәтенең һүнмәҫ йондоҙо, ғәжәйеп талантлы режиссер Булат Имашевты, бәлки, йәштәребеҙ белеп тә бөтмәйҙер әле. Үкенес, мин заманында республикабыҙ сәхнәһен шаулатҡан, театр сәнғәтен үҫтереүгә бар булмышын биргән был шәхестең туғандары менән улар иҫән саҡта осраша алманым. Шуныһы ҡыуаныслы: яҡын ҡәрҙәше Резеда Имашева күренекле сәнғәт әһеле хаҡында мәғлүмәт туплау менән шөғөлләнде, танылған журналист Рәүеф Насиров иһә матбуғатта «Имаш емештәре өлгөргән саҡ» тигән мәҡәләләр менән сығыш яһаны. Ә бына РСФСР-ҙың халыҡ артисы Шамил Рәхмәтуллин 1995 йылда остазының хәтер кисәһендә режиссер сифатында ҡатнашты. Өҫтә телгә алынған журналистар, шулай уҡ Өфөләге коллегалары кисәне ойоштороуға, уның сценарийын төҙөүгә ҙур көс һалды. Күренекле райондашымды, оло талант эйәһен онотмаған кешеләрҙең һәммәһенә рәхмәт әйтергә генә ҡала. Яҙманы дауам итеп, мәшһүр режиссерҙың тормош һәм ижад юлына бер ҡараш ташлағы килә.

Булат Имашев 1908 йылда Бишбүләк районының Аҙнай ауылында тыуған. ФЗО-ны тамамлағас, «Октябрь натискы» типографияһында хәреф йыйыусы булып эшләй. Сәнғәткә мөхәббәт уны театр училищеһына алып килә. Бында Булат Имашев менән бергә буласаҡ күренекле артистар Зәйтүнә Бикбулатова, Арыҫлан Мөбәрәков, Рим Сыртланов, Ғабдулла Шамуҡов һәм башҡалар уҡый. Буласаҡ артист был йылдарҙа байтаҡ образ ижад итә. Нисек кенә ауыр булмаһын, ситтән тороп Мәскәүҙә Луначарский исемендәге Театр сәнғәте институтының режиссерҙар факультетын тамамлай. 1937–1939 йылдарҙа Булат Имашев Башҡорт дәүләт драма театрында баш режиссер булып эшләй, шул уҡ ваҡытта сәнғәт техникумында ла уҡыта. Был осорҙа ул яҡташыбыҙ Риза Ишмораттың «Данлы осор», Тажи Ғиззәттең «Ташҡындар», Николай Гоголдең «Өйләнеү», Алексей Островскийҙың «Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр» һәм башҡа әҫәрҙәрҙе сәхнәләштерә.
Булат Имашев сәхнәлә беренсе булып Салауат Юлаев образын һынландыра. 1940 йылда опера һәм балет театрының баш режиссеры итеп тәғәйенләнә. Бер нисә йылда талантлы сәхнә әһеле «Ҡарлуғас», «Ҡасҡын», «Һаҡмар», «Ашҡаҙар», «Аҡбуҙат» операларын ҡуя.
Һуңыраҡ Булат Имашев республиканың көньяҡ-көнсығышына юллана. Унда ул башҡаларға үрнәк булырлыҡ театр коллективы ойошторорға ниәтләй. Маҡсатына өлгәшеү өсөн Совнарком кабинеттарын күп тапарға тура килә. Талантлы режиссерҙың һәләтен күреп, Учалынан уны Өфөгә эшкә саҡырып ҡарайҙар, әммә Имашев баш ҡалаға кире ҡайтмаясағын белдерә. Былар тураһында көндәлектәре лә асыҡ һөйләй.
Өфөлә Леонид Андреевич Иванов атлы кеше менән әңгәмәләшкәндә ул былай ти: «Мин нәҡ Учалыла опера театрын асырға хыялландым. Был башҡорт һәм татар театрҙарына кадрҙар әҙерләү өсөн база буласаҡ. Уйлауымса, бында талантлы кешеләр күп. Уҡытып сығарғанда, ике-өс йылда урта квалификациялы театр хеҙмәткәрҙәрен үҫтерергә була. Тормош бының дөрөҫлөгөн күрһәтер.
...Мин профессиональ-ғилми драма театрын ойоштороусыларҙың береһе булып иҫәпләнәм, актер һәм йырсы кадрҙарҙы әҙ әҙерләмәнем, үҙем дә шул театрҙа тыуҙым, шунда үҫтем, шунда үлгем килә. Директорлыҡ ижади эшемде быуҙы, кәртә булды. Үҙ театрымды яратам, уның өсөн бөтәһен дә бирәм, театр хеҙмәткәрҙәрен дә бик ихтирам итәм...»
Көндәлектәренә ҡарағанда, тынғыһыҙ Булат Имашев етәкселегендә 38 көн тигәндә Учалы колхоз-совхоз драма театры эш башлай. Өс-дүрт йыл эсендә ул нығынып өлгөрә, сәхнәгә ете ҙур спектакль ҡуйыла. Унда һәләтле актерҙар тәрбиәләнә. Иң сағыуҙары тип Әлим Усманов, Рафиға Хәбибуллина, Ураҙбай Мәсәлимов, Ғариф Ғәйфуллин, Шәмсиә Мөбәрәкова һәм башҡаларҙы атарға мөмкин. Ижади коллективтың беренсе ағзалары булған был кешеләр Булат Имашевтың эшен дауам итә.
…Шулай гөрләп килгәндә, 1948 йылда Учалы драма театры нишләптер ябыла. Көнләшеүселәр ҙә, «дошмандар» ҙа булғандыр, әлбиттә.
Төрлө хыял менән янып-көйөп эшләп йөрөгәндә, талантлы сәнғәт әһеленең ғүмер ебе өҙөлә. “Кропачев” станцияһында Булаттың үле кәүҙәһе табыла. Уның ни өсөн үлтерелгәнен асыҡ ҡына белеүсе юҡ.
Ғәҙел, тура һүҙле, ҙур ойоштороу һәләтенә эйә шәхестәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ йәшәмәй. Ә халыҡ Имашевтың изге, эскерһеҙ эшен онотмай. Оноторға хаҡы ла юҡ. Ул бит — шундай дәһшәтле заманда театр ойоштороу өсөн бөтә көсөн, булмышын, йәнен-тәнен биргән шәхес. Ярай әле Хөкүмәтебеҙ үҙ эшенә мөкиббән бирелгән мәшһүр кешенең хеҙмәтен үҙ ваҡытында баһалаған. Булат Имашевтың БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булыуы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеүе яҡташтарына ла, ғөмүмән, театр сәнғәтен һөйөүселәр өсөн дә ҙур ғорурлыҡ булып тора. Беҙ уны күреп белмәйбеҙ, әммә Булат Имашевҡа ниндәйҙер мөнәсәбәте булған, бергә эшләгән ҡайһы бер шәхестәр менән миңә заманында осрашып һөйләшергә тура килгәйне.
СССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Заһир Исмәғилев былайыраҡ хәтерләне: «Булат Имашев башҡорт халҡының мәшһүр артисы, иҫ киткес талантлы режиссер, үткер күҙле аҫыл егет булып күңелдә ҡалған. Шуныһы бик аяныс: ул донъя менән бик иртә хушлашты. СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков менән РСФСР-ҙың халыҡ артисы Хөсәйен Ҡудашев Булаттың үле кәүҙәһен алып ҡайтты. Бик тә ҡыҙғаныс, сөнки бындай шәхестәр һирәк тыуа...»
Әңгәмә барышында РСФСР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Баныу Вәлиева былай тигәйне: «РСФСР-ҙың халыҡ артисы, барыбыҙҙың да яратҡан йырсыһы, талантлы етәксе, мәрхүм Радик Гәрәевте күптәр хәтерләйҙер. Мин бик сибәр, ыҫпай, хәрәкәтсән Булат Имашевты 40 йәше лә тулмаған, һөлөк кеүек ошо егет менән сағыштырам. Ул сәхнәгә килеп сыҡһа, ҡояш сығып, бөтә донъя яҡтырып киткәндәй була ине. Уның таланты алдында күптәр баш эйҙе заманында. Ул минең хәтеремдә остаз, бөтә яҡлап уңған оло шәхес булып уйылып ҡалды».
Күренекле режиссерҙың улы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Урал Имашевтың атаһын күрмәүе генә бик тә аяныс... Күп йылдар үтһә лә, яҡташтары күренекле сәхнә йондоҙо Булат Имашевты онотмай, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Бишбүләктә бер урам Булат Имашев исемен йөрөтә, Аҙнай ауылы мәктәбендәге бер бүлмәлә данлыҡлы райондашыбыҙҙың музейы урынлашҡан. Ундай арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең ижад, тормош юлы — беҙҙең өсөн үрнәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779