Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тере һының — йөрәк түрендә
Тере һының — йөрәк түрендәХәким Ғабдрахман улы Ғиләжевтең тормошо һәм ижады хаҡында байтаҡ яҙғаным бар, әммә яратҡан кешем, уҡытыусым һәм ҡәләмдәшем, ғәжәп сағыу тәбиғәтле шәхесте уҡыусының күҙ алдына ниндәй сихәтле һүҙҙәр аша тере итеп килтереп баҫтырыу әмәлен таба алмам кеүек.

Күҙ алдымда сағауыл таштан юнып эшләнгәндәй ҡырыҫ һәм ғорур, ләкин күңелемә йылылыҡ һирпеүсе, үҙенә тартыусы һын баҫып тора. Мин уны һәр яҡлап бик тә яҡшы беләм кеүек. Әммә кешене камил беләм тип әйтеү мөмкинме икән? Әҙәм балаһы, уның тормошҡа, кешеләргә, әйләнә-тирә мөхиткә мөнәсәбәте шул тиклем ҡатмарлы, бөгөнгөһө кисәгеһенә оҡшамаған, ә иртәгәһе, быны ул теләйме-юҡмы, тағы бүтәнсә буласаҡ. Бигерәк тә уны уратып алған донъя ҡатмарлы, кешеләр төрлө-төрлө һәм улар, моғайын, шәхестең үҙ-үҙен тотошона үҙгәрештәр индереп тороусы күҙгә күренмәҫ көстөр...
Туҡта, был фекер үҙе үк Хәким Ғиләжевтең характерына асыҡлыҡ керетә түгелме? Әлбиттә, көндәлек тормошта, йәмғиәттә булып торған үҙгәрештәргә ҡарап, заманға, үҙгәреш мәленә ҡулайлашырға, яраҡлашырға тырышыусы әҙәмдәр йыш осрай. Ә Хәким Ғиләжев, мин белә-белгәндән алып, тормошта булып үткән әллә ни хәтлем үҙгәрештәргә, хатта ҡырҡа боролоштарға ла артыҡ иғтибар итмәй, ҡырыҫ холоҡло, тура һүҙле, үҙ намыҫына, йәшәү, шулай уҡ ижад принциптарына тоғро яҙыусы һәм Кеше булып ҡалды.
Бына ҡултыҡ таяҡтарында көскә хәрәкәт итеүсе фронтовик, пединститут студенты 1946 йылда ихтыяр көсө бәрелеп торған ниндәй юлдар яҙа:
Аҡһап ҡайттым — намыҫым
аҡһаманы,
Уҡ-һаҙағым әҙер көрәшкә.
Бәлки, янғын бөтмәгәндер янып,
Әле лә мин — һалдат, иптәштәр!
Ә инде уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында, ниндәйҙер шайтан ҡотороғо СССР тигән ҙур ил тарҡалған мәлдә, илһөйәр шағир йөрәгенән:
Алышырға ҡалмаған көс —
ҡартлыҡ!..
Ҡайҙа Галиция! Курск дуғаһы!
...Дерьмократтар идеалды
ғына түгел,
Һатып эсте илен, туғанын! —
тигән утлы юлдар атылып сыға.
Күңел үңкәләгән, ҡайҙа барып бәрелергә, нимәгә тотонорға белмәй йөрөгән саҡтарҙа Хәким ағайҙың һәр һүҙенә тәрән мәғәнә һалынған шиғыр китаптарын ҡулға алам да 50 йылға яҡын бергә үткән юлдарҙы барларға тотонам. Әҫәрҙәр ижад итеүҙән тыш ни хәтлем ҙур эштәр башҡарған ул! Үҙ алдына ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу, уның һөҙөмтәһен күреү өсөн бөтә һәләтен биреп тырыша ине. Стәрлетамаҡ институтында беҙҙе әҙәбиәттән уҡытҡан йылдарында уҡ уның ошо сифаттарын күреп һоҡлана инем. Хәким Ғиләжев килеп эшләй башлағас та уҡыу йортонда рухи тормош үҙгәреп киткәндәй булды. Филология факультетында ойошторолған әҙәби түңәрәккә ижадҡа ынтылышы булған студенттар бүтән факультеттарҙан да ихлас ылыҡтырылды, "Ашҡаҙар" исемле стена гәзитен, үҙе буяуҙар һатып алып, ул ысын рәссамдарса матур итеп биҙәй, гәзиттә баҫыласаҡ шиғыр һәм мәҡәләләрҙе күҙ уңынан үткәрә. Аҫҡы ҡаттағы ҙур коридорға эленгән был гәзит институттың тере берәмегенә әүерелде.
Ҙур әҙәби кисәләр ныҡлы әҙерлек менән гөрләп-шаулап үтә ине. 1950 йылда Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 70, 1951 йылда Һаҙый Таҡташтың тыуыуына 50 йыл тулыуға арналған кисәләргә Хәким Ғиләжев Өфөнән күренекле яҙыусыларҙы ла саҡырғайны. Унда Хәким ағай үҙе доклад менән сығыш яһаны. Мәжит Ғафуриҙың тормошона арналған спектакль ҡуйылды, Һаҙый Таҡташ шиғырҙарын уҡыуға конкурс үтте, һәүәҫкәрҙәр йыр һәм бейеү буйынса оҫталығын күрһәтте. Институтта ул уҡытҡан ике йыл эсендә булып үткән бындай сараларҙы һанап бөткөһөҙ. Ә 1951 йылда сығарылыш кисәһе уңайынан "Ашҡаҙар" тигән әҙәби журнал сығарҙыҡ. Ғөмүмән, бөгөнгө Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһына ана шул көндәрҙә ойотҡо һалынғандыр, тим.
1954 йылда Хәким Ғиләжев "Башҡортостан" гәзитенә эшкә килде. Бер бүлмәлә ултырып эшләһәк тә, уның тормошондағы был мәлгә туҡталып тормайым. Редакцияға килгән һәр төрлө материалды ҡарап, төҙәткеләп, баҫырға әҙерләп ултырыу уның кимәлендәге шөғөл түгел ине. 1955 йылдың октябрендә "Әҙәби Башҡортостан" журналының яуаплы мөхәррире итеп ҡуйылғас иһә ул, тар йылғанан ҙур диңгеҙгә килеп сыҡҡан карап кеүек, иркенләп, ниндәйҙер бер сәм менән эшләргә тотондо. Ә республикалағы берҙән-бер әҙәби журналдың хәле шәптән түгел ине: тиражы ни бары 2400 дана, йөкмәткеһе ярлы, хатта тышҡы күренеше лә ҡарар күҙҙе йәлеп итерҙәй түгел. "Мин эште журнал тышындағы "Әҙәби Башҡортостан" тигән һүҙҙәрҙе үҙ ҡулдарым менән яҙып үҙгәртеүҙән башланым", — тип көлөмһөрәп иҫкә ала ине ул был көндәрҙе.
Ана шунан китә лә инде журналдың абруйын һәр яҡлап күтәреү маҡсатындағы күп яҡлы эш. Иң беренсе сиратта, әлбиттә, баҫыласаҡ әҫәрҙәрҙең художество кимәленә ныҡлы иғтибар. Редакцияла бергә эшләгән саҡтарҙан беләм: Хәким Ғиләжев ҡаты ҡуллы, талапсан мөхәррир ине. Ул, авторының кем булыуына иғтибар итеп тормай, әҫәргә ҡарата үҙ фекерен ярып әйтә, кәрәк икән, кешегә яҙмаһын камиллаштырыу өсөн кәңәштәр бирә.
Бынан тыш, баҫманы пропагандалау, тиражын арттырыу өсөн ниҙәр генә эшләнмәне! Журналдың ҡайһы бер һанын ниндәй ҙә булһа районға бағышлау ғәҙәткә инде. Хәтерҙә ҡалыуынса, был эш Ҡырмыҫҡалы районынан башланды. Унда партия райкомының беренсе секретары булып Ғәзим Аллаяров эшләй ине. Уға барып, журнал өсөн мәҡәлә яҙыуын һораным. Ғәзим Аллаяров гәзиттәрҙә йыш ҡына сығыш яһаны, әҙәбиәтте лә үҙ иткән шәхес ине. Ул район тормошо тураһында бик һәйбәт мәҡәлә әҙерләне, ә мин кешеләре хаҡында очерк яҙҙым. Ошоноң киләһе йылына районда журналды алдырыусылар һаны бермә-бер артып китмәһенме! Һәм был сара артабан эҙмә-эҙлекле дауам итте. Һәр йыл башында бөтә райондарҙың гәзиттәрендә баҫыу өсөн ағымдағы йылда журналда ниндәй әҫәрҙәр донъя күрәсәге тураһында материалдар әҙерләп, почта аша ебәрә инек. Уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәреү юлға һалынды. Журналдың йөкмәткеһен төрләндереүгә лә ныҡлы иғтибар бирелә ине. Хатта спорт, сит илдәрҙәге ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында ла айырым рубрика булдырылды. Мөхәррир реклама мәсьәләһен дә күҙҙән ысҡындырманы. Бер йыл шулай шырпы ҡаптары "Ағиҙел" журналының тышлығындағы күренеш менән сығарылды.
Ә инде журналдың исемен үҙгәртеү, күләмен арттырыу өсөн көрәш ете йылға тартылды, сөнки был эштәр ул саҡта Мәскәү хуплауы аша ғына хәл ителә ине. Яҙыусылар союзы менән берлектә тырыша торғас, аҙаҡ килеп, был мәсьәлә лә яйға һалынды.
Хәким Ғиләжевтең журналдағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙе туҡтатып, йомғаҡлау рәүешендә шуны ғына әйтә алам: ул Яҙыусылар союзына эшкә күскәндә тираж 40 мең данаға барып еткәйне.
Яҙыусылар союзы идараһында ла миңә, әҙәби консультант булараҡ, Хәким Ғиләжев менән бергә эшләргә тура килде. Ул вазифаһына яңы дәрт менән тотондо. Артыҡ күп кешенән тормаған был ойошманың эше ярайһы уҡ ҡатмарлы ине. Дөйөм әҙәби процесты ойоштороуҙан тыш, әҙиптәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу, ялын ойоштороу, әҫәрҙәрен китап итеп баҫтырыу һәм башҡа көндәлек эштәр муйындан. Әҙип йөгөн күтәргән ҡайһы бер кешеләрҙең үҙен ҙур шәхес итеп тойоу сиренән ҡотолмауы теге йәки был мәсьәләне хәл иткәндә ярайһы уҡ ауырлыҡтарға ла дусар итә ине.
Нисек кенә булмаһын, Хәким Ғиләжев яҙыусыларҙың етәксеһе булған осорҙа ла үҙ булмышына хыянат итмәне: намыҫ сафлығы, дөйөм эште шәхси мәнфәғәттәрҙән өҫтөн ҡуйыу, үҙ маҡсатыңа өлгәшеү өсөн һис ниндәй ҡаршылыҡҡа ҡарамай алға ынтылыу...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына ошондай холоҡ-фиғеле уның эшендә лә, тормошонда ла киҫкенлек тыуҙырып ҡуя ине. Ошо һүҙҙәремде иҫбатлау өсөн бер генә хәлде иҫкә төшөрөп үтәм.
1970 йыл баштарында Хәким Ғиләжев яңы идея менән яна башланы: ниңә әле беҙҙең яҙыусылар тыныс урын эҙләп, әллә ҡайҙарҙағы ижад йорттарына йөрөй? Ҡарт яҙыусылар алыҫ сәфәр тураһында уйлай алмай, кеҫә яғы таҡыр йәш әҙиптәрҙең дә бындай мөмкинлеге юҡ. Хәлдән ҡотолоу сараһы берәү: үҙебеҙҙә ижад йорто асырға кәрәк.
Хәким Ғиләжев был эшкә үҙенә хас дәрт һәм ныҡышмалылыҡ менән тотондо. СССР һәм РСФСР Яҙыусылар союздарына, уларҙың әҙәби фондтарына барып, бының кәрәклеген раҫланы. Аҙаҡ килеп, РСФСР Яҙыусылар союзы үҙенең әҙәби фонды иҫәбенән Башҡортостанда ижад йорто төҙөү өсөн 500 мең һум аҡса бүлергә ҡарар итә. Ул саҡта был бик ҙур аҡса ине. Артабан әлеге эште тормошҡа ашырыу өсөн практик саралар башланды. Союзыбыҙҙың әҙәби фондына һәр эштә ҙур тәжрибә туплаған Дмитрий Швецов етәкселек итә ине. Тейешле ойошмаларға йөрөп, ул тиҙ арала "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһы эргәһенән ижад йорто төҙөү өсөн ер бүлдерҙе. Проект кәрәк, ә уның хаҡы ҡиммәт кенә икән. Кәңәшләштек тә әҙер документ табыу маҡсаты менән Дмитрий Филимонович менән икәүләп "Башгражданпроект" институтына киттек. Директоры — билдәле архитектор Козлов. Бик тә итәғәтле, үҙен әүәлге зыялыларса тотҡан кеше (миңә уның менән дауаханала бер палатала ятырға тура килгәйне). Беҙҙе ихлас ҡабул итте, ниәтебеҙҙе хупланы һәм кәрәкле әҙер проектты эҙләү өсөн институттың Цюрупа урамындағы оҫтаханаһына барырға ҡушты. Шылтыратып әйтеп ҡуйған, күрәһең: унда беҙҙе ихлас ҡаршыланылар һәм ярҙам иттеләр. Бер ни тиклем генә үҙгәреш индереп, проектты ижад йорто төҙөүҙә файҙаланып була ине.
Ошонан аҙаҡ Дмитрий Швецов "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһына барып, ижад йорто төҙөлгән хәлдә, унда йәшәүселәрҙе шифахана ашханаһында туҡландырыу тураһында ла һөйләшеп ҡайтты.
Ә берҙән-бер көн килеп бөтә был тырышлыҡтар селпәрәмә килде лә ҡуйҙы.
...Хәким Ғиләжев, үҙе менән Союздың сәркәтибе Вәзих Исхаҡовты һәм Дмитрий Швецовты эйәртеп, Мәскәүгә юлланды. Ижад йортон төҙөтә башлау өсөн вәғәҙә ителгән аҡсаны Башҡортостандың Яҙыусылар союзы иҫәбенә күсертеү ине маҡсаттары. Шул уҡ ваҡытта Ғиләжев РСФСР Яҙыусылар союзы үткәргән кәңәшмәлә лә ҡатнашырға тейеш ине. Кәңәшмә алдынан уға баш шаңҡытҡыс һүҙ әйткәндәр: "Һеҙҙә ижад йорто төҙөлмәйәсәк, сөнки ҡайһы бер мәшһүр әҙиптәр уны кәрәкһеҙ тип һанай". Хәким Ғиләжев үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышып ҡарай, әммә файҙаһыҙ. Ижад йорто төҙөү, шулай итеп, хыялда ғына ҡалды.
Хөрмәтле уҡыусы! Мин был мәҡәләлә күренекле шағир, прозаик, драматург, публицист Хәким Ғилә-жевтең күп яҡлы ижадына туҡталып торманым. Уның йәшәү маҡсаттары, әҙәби тормоштағы көндәлек эштәре хаҡында бер ни тиклем һөйләп үтеүҙе кәрәкле таптым. Үҙ ваҡытында, әлбиттә, уның хеҙмәттәренә баһа ла бирелде. БАССР Юғары Советы депутаты, партияның Өлкә комитеты ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты булды ул. Иң мөһиме — ҡәләмдәштәренең, әҙәбиәтте һөйөүселәрҙең уға булған ихтирамы.
Аҙаҡтан шуны әйтәйем: Хәким Ғиләжевте алдан иҫкәртеп, сәбәбен әйтеп тә тормаҫтан, көтмәгәндә генә эштән сығарҙылар. Беҙҙең заманда етәкселәр алдында бил бөкмәй, баш бирмәй, ҙур маҡсат менән дөрөҫлөк юлынан атлаусыларҙы өнәп еткермәнеләр. Быуаттар артылышында ла дауам иткән был яман сир берәй килеп бөтөр, моғайын.
Хәким ағай 1990 йылда:
Ғүмер тигәнең үтте-китте,
Етмеш тупһаһында беҙ.
Яу рубеждарын алған кеүек,
Әле туҡһанын да беҙ
Яуларбыҙ.
Моңобоҙ менән
Моңһоҙҙарҙы уятып,
Яугир булып ҡаршыларбыҙ
Егерме беренсе быуатты! —
тип яҙғайны, тик бөгөн тәндәрен — снаряд ярсыҡтары, йөрәген намыҫ сафлығы өсөн көрәш сатҡылары телгеләгән фронтовик-шағирҙың туҡһанын үҙенән башҡа ғына билдәләйбеҙ. Әммә уның тере һыны — беҙҙең йөрәк түрендә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779