Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Вәлидиҙәр рухы рәнйемәһен
Вәлидиҙәр рухы рәнйемәһенКүңел төпкөлөнән һарҡып, һыҙланып сыҡҡан, һағыштан ғына торған моң ағыла:
...Күрше лә генә тороп,
күрә йөрөп,
Янмай микән уның
йөрәккәйе, һай кем,
Кис ятҡанда...

Әкрен генә йылға ағышы кеүек, ярһыу шарлауыҡтарһыҙ, көсәнеүһеҙ генә ағылған йән һағышы йөрәктәрҙе айҡай, күңелдәрҙе тетрәтә. Был моңда ғүмерлеккә тыуған еренән, иленән айырылып, халыҡ моңона һыуһап, һағынып йәшәгән арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең йән ғазабы ишетелә.

Магнитофон таҫмаһына ҡасандыр яҙып алынған ошо тауышты берәй ваҡыт яҡташтары, ерҙәштәре күҙ йәштәренә төйөлөп тыңлар тип уйланымы икән бөйөк милләттәшебеҙ?!
Ишембай районының Көҙән ауылына Әхмәтзәки Вәлидиҙең йорт-музейына килгән бер төркөм Башҡортостан яҙыусылары өсөн шәхестең тауышын тыңлау иң тетрәткес мәлдәрҙең береһе булғандыр, моғайын.
— Һеҙ, яҙыусылар, Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормош юлы, ижады, ғилми хеҙмәттәре менән яҡшы танышһығыҙҙыр. Шуға был хаҡта ентекләп һөйләп тороуға ҡарағанда, ҡыҙы Иҫәнбикәнең хәтирәләре, Төркиәнән килгән ҡунаҡтарҙың иҫтәлектәре, үҙебеҙ сит илгә барғанда алып ҡайтҡан тәьҫораттарыбыҙ тураһында әйтеп үтеү ҡыҙыҡлыраҡ булыр, — тип музейҙың элекке һәм хәҙерге директорҙары Кәрим менән Илдус Шәйәхмәтовтар күп кенә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре менән уртаҡлашты.
Бына, мәҫәлән, шуларҙың береһе. Әхмәтзәки Вәлидиҙең улы Сүбидәй бер ваҡыт бәләкәй сағында тотлоға башлаған. Атаһы ял көнөндә малайы менән уйнаған-уйнаған да, үҙенең тунына төрөп, бәйләп, карауаттағы мендәр өҫтөнә ырғытҡан. Бала ҡурҡышынан аҡырып илай башлаған. Был хәлде ҡарап торған әсәһе лә, апаһы ла — бөтәһе лә аптырап илашҡан. Бер аҙҙан Әхмәтзәки тунды сискән. Эсенән килеп сыҡҡан Сүбидәй һин дә мин тотлоҡмай-нитмәй һөйләшеп алып киткән. Шул саҡ Әхмәтзәки яҡындарына борон-борондан башҡорт халҡында ҡурҡыуҙы ҡурҡыу менән дауалап бөтөрөүҙәре тураһында һөйләп биргән.
Вәлидиҙәр рухы рәнйемәһенЙәнендә лә, ҡанында ла ғүмере буйы башҡорт рухы йәшәгәнгә нисек һоҡланмаҫһың! Ошо рух ҡыҙы Иҫәнбикәгә генә түгел, уның ҡыҙы Сараға ла күскән. Башҡортостанға бер тапҡыр килеүҙән генә лә ҡайһы бер һүҙҙәрҙе эләктерә һалып, аҙаҡ үҙаллы өйрәнептер, күрәһең, Төркиәгә барған музей директоры Кәрим Фәтҡулла улы һәм Илдус Шәйәхмәтов менән Американан телефон аша башҡортса аралашҡан. Ейән-ейәнсәрҙәренә лә милли рухты биргән шәхестән күбебеҙгә үрнәк алаһы бар түгелме?! Беҙ бит Башҡортостанда йәшәп тә, балаларыбыҙ менән йүнләп башҡортса аңлаша алмайбыҙ.
Күренекле яҡташыбыҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең музейына килеп ингәс тә, кешеләр: "Һаумы, Әхмәтзәки!" — тип иҫәнләшә икән. Ысынлап та, уның ҙур өҫтәл артында ултырған балауыҙ һыны хас тере кеүек итеп эшләнгән. Иң аптыратҡаны: нисек уның күҙендәге һағышты шул тиклем бирә алдылар икән?! Ғәжәпләнеп оҙаҡ-оҙаҡ ҡараһаң да, был серҙе асырлыҡ түгел.
Иҫ киткес тәьҫораттар менән хисләнеп тә, тетрәнеп тә ҡайттыҡ беҙ бөйөк яҡташыбыҙҙың тыуған төйәге Көҙән ауылынан. Клубта үткән осрашыуҙа халыҡ алдында сығыш яһап, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, ишембайҙарҙың яҡташы Ноғман Мусин, күренекле прозаиктар Йыһат Солтанов, Мәрйәм Бураҡаева, ошо төбәктә тыуып үҫкән танылған шағир Риф Мифтахов, Әхмәтзәки Вәлидиҙең туғандары хаҡында очерк яҙған, аралашып йәшәгән шағирә Фәниә Чанышевалар бөйөк шәхесебеҙ хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уға бәйле хәтирәләрен һөйләне.
Күренекле әҙиптәр Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Хәсән Назар, Рәйеф Әмиров, Барый Ноғоманов, Дилә Булгакова, Айҙар Хөсәйенов, Тамара менән Хисмәт Юлдашевтар, Мөнир Вафин, Любовь Колоколова, Миҙхәт Әбделмәнов шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Әйткәндәй, был сәйәхәт Миҙхәт ағайҙың ярҙамы менән ойошторолған икән, шундай изгелекле кешеләр күберәк булһын ине ул. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шағирә Ғәлиә Кәлимуллина яҙыусыларҙы үҙҙәренең белем усағына ла ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Әгәр ошондай сәйәхәтте Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойоштормаһа, Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған яҡтарына, уның йорт-музейына ҡасан килер инек әле? Күмәк сәфәрҙәр өлкән йәштәге яҙыусылар өсөн Ҡырмыҫҡалы районына — күренекле шәхестәребеҙ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Шәриф Бикҡолдоң йорт музейҙарына, Дәүләкәнгә — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың, Дүртөйлөгә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең йорт-музейҙарына ла ойошторолдо. Бер төркөм әҙиптәр Силәбе яҡтарында ла йөрөп ҡайтты.
Бындай сәфәрҙә икенсе тапҡыр ғына булыуыма ҡарамаҫтан, тәьҫораттарым да, рәхмәттәрем дә сикһеҙ. Ҡасандыр, СССР тигән илдә йәшәгәндә, бөтә союздаш республикаларҙа, сит илдәрҙән Германияла, хатта Вьетнамда йөрөп ҡайтҡан кеше булараҡ, эргәләге генә Асылыкүлгә, Ирәмәлгә бара алмағаныма үкенә инем. Быйыл йәй генә изге тауыбыҙ Торатауҙың башына күтәрелергә насип итте. Үҙебеҙҙекеләй ғәжәп матур ерҙәр бер ҡайҙа ла юҡ. Быны йәшәй-йәшәй нығыраҡ аңлайһың. Сит төбәктәрҙең экзотикаһы, әлбиттә, бер миҙгелгә ҡыҙыҡтыралыр ул, әммә тыуған ерҙең аҡ ҡайындары, саф шишмәләре, тауҙары, урмандары һағындыра. Вьетнамда булғанда, мәҫәлән, ҡыҙыҡ ҡына тойғо кисерергә тура килде: ике аҙна тирәһе йөрөй торғас, банандарҙан, ананастарҙан ғына түгел, хатта бер-беребеҙҙән ялҡа башланыҡ. Тиҙерәк Башҡортостанға ҡайтҡы килде. Германиянан ҡайтышлай, уларҙың сит-ят ризығынан ялҡып, Брест ерендә, сик һыҙығын үткәс, шундағы борщты рәхәтләнеп ашағаныбыҙ һаман да хәтерҙә.
Сит яҡтарҙа йөрөү һәйбәттер. Әлбиттә, кеҫәһе ҡалын кешеләргә. Тик башта үҙеңдең ғәзиз тыуған төйәгеңде белеү мөһим. Йәйҙең йәмле көндәрендә Миәкә районының Илсеғол ауылындағы изге Нарыҫтауға — Әүлиә шишмәһенә, Аҡмулла музейына, Учалы районындағы Әүлиә шишмәһенә, Европа менән Азия киҫешкән ергә, Ирәмәлгә, Баймаҡ районындағы изге әүлиә Мөжәүир хәҙрәт ҡәберенә, Арҡайымға, Көйөргәҙе районындағы Кинйә, Баязит Бикбай, Рәшит Солтангәрәев музейҙарына ла сәфәр ойошторорға мөмкин. Башҡорт рухлы эшҡыуарҙарға ошондай изгелектәр ҡылыу ҙа ҙур сауап булыр ине.
Тағы бер һүҙем бар. Яҙыусылар килгән икән, барып, ҡарап, сығыш яһап ҡына китмәйек, урындағы район хакимиәте етәкселәре менән осрашайыҡ, мәктәптәрҙең хәле, экология мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынайыҡ. Яҙыусы һүҙе матбуғатта ишетелһен, яҙыусы ҡәләме урындағы мәсьәләләрҙе хәл итергә лә ярҙам итһен ине. Хәйер, ундай мәсьәләләр менән йөрөр өсөн икенсерәк төркөмдәр ҙә ойошторолорға тейештер. Торатауҙарыбыҙ зыялылар ярҙамына мохтаж. Ҡырағай туризм "сәскә атҡанда", тәбиғәтебеҙ ҡорой, урмандарыбыҙға, ерҙәребеҙгә ситтәр хужа. Ҡайҙа ошондай саҡта яҙыусыларыбыҙ һүҙе? Баҫылырға, өндәшмәҫкә өйрәтелгән халҡыбыҙҙы битарафлыҡ йоҡоһонан уятыр өсөн зыялыларыбыҙ һүҙе ҡайҙа? Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев әйткәнсә, илебеҙҙә илебеҙҙе һағынып йәшәгәнгә Әхмәтзәки Вәлидиҙәр кеүек шәхестәребеҙҙең рухтары рәнйемәйме икән?!
Ошондай уйҙарға ла һалды Ишембайҙағы сәфәребеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779