Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухиәт Мәккәһе
Рухиәт МәккәһеБашҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғонов менән әңгәмә ҡорорға тип барғанда Аҡмуллалары, Бабичтары, Ғафуриҙары, Һәҙиәләре, Зәйнәбтәре, Мостайҙары, Назарҙары, Рәмиҙәре һәм башҡа бик күп талантлы шағир-яҙыусылары булған башҡорт әҙәбиәте тураһында уйландым. Башҡортто юҡҡа ғына тәбиғәт балаһы тимәгәндәр шул! Ана бит, әле телгә алған исемдәр йондоҙлоғона ғына ла хайран ҡалырлыҡ та баһа! Ә исемдәре аталмағандар?! Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡорт иле — таланттар төйәге. Ошо ижади ҡәүемде берләштереп торған Яҙыусылар союзы үҙенә күрә бер рухи Мәккә булып һынланғандай.

— Риф Ғәлим улы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе вазифаһында эшләүегеҙгә бер йыл булып та килә. Шулай ҙа һеҙ Союзда яңы кеше түгел, оҙаҡ йылдар рәйес урынбаҫары булдығыҙ. Ә бына "дилбегә"не үҙ ҡулығыҙға алғас, идараның эш йүнәлеше ниндәйерәк юҫыҡта үҙгәрҙе?
— Эйе, Союздың эше миңә таныш, 13 йылдан ашыу рәйес урынбаҫары булдым. Ни генә тиһәк тә, етәксе ҡулы аҫтында булғанда үҙең теләгәнде эшләү мөмкинлеге сикле. Ә инде үҙеңә "руль" тоторға яҙғас, хыялдарыңды бойомға ашырыу маҡсатынан юлды һайлау ирке бар.
Шуныһы теңкәмә тейә торғайны: Союз башҡарған эшкә әҙиптәрҙе йәлеп итеүҙә ғәҙеллек булманы, гел бер үк кешеләр ҡатнашты. Иң беренсе ғәҙеллекте алға ҡуйҙым. Ижадсы Яҙыусылар союзында ағза булып тора икән, ни өсөн әле беҙ уны башҡаларҙан айырып ҡарарға тейеш?! Әлбиттә, бөтәһе лә Мостай Кәрим йә Муса Ғәли була алмай, манараларҙың бейеклеге төрлөсә. Сағыштырыу өсөн әйтәм: ағас япраҡтары өҫтә лә, аҫта ла бар, һәм ул шуның менән гүзәл дә. Мин Союзды ла шундай бер мөһабәт ағас итеп күҙ алдына килтерәм.
Әлбиттә, ҡайһы бер иптәштәр, ни өсөн уның йә тегенең кисәһен үткәрәһегеҙ, тип ризаһыҙлыҡ белдерә. Ундайҙарға яуап шул: Союз өсөн ижад кешеләренең барыһы ла тигеҙ. Берәүҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырырға тейеш түгелбеҙ. Мәҫәлән, быйыл иҫән йә вафат булған бер генә яҙыусының да юбилейы үткәрелмәй ҡалманы.
Тураһын әйтергә кәрәк: Яҙыусылар союзы идараһына әҙиптәр йөрөмәй башлағайны, беҙ бөгөн ошо быуаны йырып ебәрә алдыҡ.
— Матбуғат биттәренән уҡып торабыҙ, һуңғы осорҙа яҙыусылар төрлө төбәктәргә йыш сәфәр ҡыла башланы.
— Белеүегеҙсә, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙа туризмды үҫтереү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. Уға ярашлы, тыуған илебеҙҙең төрлө төбәгендәге иҫтәлекле урындарға яҙыусыларҙың сәфәрен ойошторҙоҡ. Бына, мәҫәлән, эргәлә генә ятҡан Ҡырмыҫҡалы районында Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың, Шәриф Бикҡолдоң йорт-музейы бар. Өлкән йәштәге егермеләгән әҙипте шунда алып барҙыҡ. Баҡтиһәң, күптәренең ошо йорт-музейҙа бер тапҡыр ҙа булғаны юҡ икән.
— "Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе булараҡ, миңә лә Дәүләкәндә үткән шундай сәфәрҙә ҡатнашырға тура килде. Ысынлап та, бик файҙалы, фәһемле сара был.
— Эйе, унда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың бына тигән йорт-музейы эшләй. Был осрашыуҙан да яҙыусыларҙың кәйефе күтәрелеп ҡайтты. Шулай уҡ халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуған төйәге Дүртөйлөгә утыҙлаған әҙипте алып барҙыҡ. Уның йорт-музейында булдыҡ, һәйкәленә, ҡәберенә сәскәләр һалдыҡ, башҡорт гимназияһы уҡыусылары менән осраштыҡ...
— Ошондай саралар киләсәктә лә дауам итер, моғайын...
— Әлбиттә. Беҙ үҙебеҙгә генә бикләнеп ятырға тейеш түгелбеҙ, яҙыусы халыҡ араһында булғанда ғына, кешеләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе йөрәге аша үткәреп, әҫәрҙәрендә уларҙың тормошон сағылдыра ала. Бына, әйтәйек, хәҙер мәктәптәр ябыла. Яҙыусыларыбыҙ ошо хаҡта, ғөмүмән, көнүҙәк проблемаларҙы күтәреп төрлө осрашыуҙарҙа, матбуғат биттәрендә сығыш яһай.
— Былтыр бер төркөм яҙыусылар Башҡортостан Республикаһы Президенты менән осрашҡайны...
— Мин ошо вазифамда эш башлағас та Президент менән осрашыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайным. Йәшерен-батырын түгел, элек Зыя Нурыев заманында яҙыусылар республика башлығы менән осрашҡан, шунан һуң бер тапҡыр ҙа осрашыу булғаны юҡ. Рөстәм Зәки улына рәхмәт, беҙҙе ҡабул итте. Уға тиклем мин Татарстан яҙыусыларының сираттағы съезында булып ҡайтҡайным, күршеләрҙең эше беҙҙекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Уларҙы өлгө итеп, Президентыбыҙға үҙебеҙҙең хәлде аңлатырға тырыштым. Һөҙөмтәләр булыр тип өмөтләнәбеҙ.
— Башҡортостан яҙыусыларының Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән ижади бәйләнеше бармы?
— 1812 йылғы Ватан һуғышына 200 йыл тулыу айҡанлы егерме яҙыусы Мәскәүгә барып, Бородино панорамаһын күреп, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһында 1812 йылғы һуғышта башҡорттарҙың ҡатнашыуы тураһында "түңәрәк өҫтәл" ойоштороп, сығыш яһап ҡайтты. Ошондай саралар, әлбиттә, Башҡортостан Яҙыусылар союзының абруйын күтәрә.
Шуныһы ла һөйөнөслө: былтыр беҙгә микроавтобус бирҙеләр. Был да эшебеҙҙе күпкә еңеләйтте. Юғиһә, бер осрашыу үткәреү өсөн районға шылтыратып, транспорт һорарға кәрәк. Унан килеп алалар, килтереп ҡуялар. Күпме мәшәҡәт! Ә хәҙер ултырҙың да киттең.
Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарында Башҡорт әҙәбиәте көндәре үткәрҙек. Ошо төбәктән сыҡҡан әҙиптәребеҙ Кәтибә Кинйәбулатова, Динә Талхина, Рамаҙан Шәғәлиевтәрҙең яҡты рухын хөрмәтләп баш эйҙек.
Әйтергә кәрәк, халыҡ беҙҙе ихлас ҡабул итте. Әҙәбиәткә, әҙиптәргә мөхәббәт бар уларҙың күңелендә. Киләсәктә ошо эште дауам итергә уйлайбыҙ. Һамар, Ҡурған, Ырымбур, Һарытау яҡтарына ла сәйәхәт ҡылып була бит.
Быларҙан тыш, уҙған йыл ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә хәрби-патриотик темаға яҙылған әҫәрҙәргә конкурс иғлан иттек. Шулай уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзы үҙ премияһын булдырҙы. Ул ҡаһарман шәхесебеҙ Мөхәмәтша Буранғолов исемен йөрөтә.
Был саралар ҙа яҙыусыларыбыҙҙы илһамландырыр тип уйлайым.
— Йәштәр менән эш нисегерәк ҡуйылған?
— Йәш ижадсыларҙың семинарҙарын үткәреүҙе яйға һалып алдыҡ тиергә була. Туймазы, Дүртөйлө ҡалаларында ошондай саралар үтте лә инде.
Күптән түгел Яҙыусылар союзының тамаша залында БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыған 22, Өфөнөң юғары уҡыу йорттарынан 30-лаған йәш ҡәләмдәштең ижады менән таныштыҡ. Өлкән быуын яҙыусылары уларға кәңәштәрен бирҙе, тәжрибә уртаҡлашты.
Әлбиттә, башҡараһы эш һәм хыялдар күп. Яңыса алымдар ҡулланырға, һәр йәһәттән яңылыҡ индерергә ынтылабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779