Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөҙимәндәрҙең йөҙө яҡты
Йөҙимәндәрҙең йөҙө яҡты— Мәктәптәре ҡайҙа икән? — Ғафури районының Йөҙимән ауылына килеп инеп, апаруҡ барғас, юлдаштарымдан шулай тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Ғәҙәттә, күпселек ерҙә белем усағы ике ҡатлы итеп кирбестән һалына, мин бында тигәндәй әллә ҡайҙан күренеп тора.
— Мәктәп бинаһы иҫкерәк инде, — тине “Табын” гәзите мөхәррире Мәрхәбә Собханғолова, уңайһыҙланғандай.
— Шулай булһа ла мах бирмәйҙәр, — тине район хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Әлфиә Шаһиева. — Тырыштар, шәптәр. Районда үҙ йөҙҙәре бар. Күптән түгел генә Таңсулпан Рәхмәтуллинаға “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” исеме бирелде.
Ул арала машинабыҙ тәпәшерәк кенә мәктәп алдына килеп туҡтаны. Байтаҡ йылдар элек һалынған ағас бинаны, яңыраҡ булып күренһен типме икән, тыштан кирбес менән көпләп ҡуйғандар. Беҙҙең ҡарашты һиҙеп торған мәктәп директоры Венера Аллабирҙина:
— Мәктәбебеҙ бәләкәйерәк булһа ла, күңелебеҙ харап киң беҙҙең, — тине уйынлы-ысынлы. — Ауыл китапханаһы таралырға торғас, үҙебеҙгә өйҙәш итеп алып, бер бүлмәбеҙҙе биреп ҡуйҙыҡ. Йән рәхәте хәҙер, шул китап, был баҫма кәрәк тип әллә ҡайҙа барып йөрөйһө түгел.
— Балалар китап уҡыймы һуң?
— Нисек инде уҡымаһын! — Венера Ибраһим ҡыҙы һорауыма ғәжәпләнгәндәй итте. — Нәфис әҙәбиәткә, гәзит-журналдарға ҡарата ла ҡыҙыҡһыныу ҙур.
Тик бына китап магазины ауылда ғына түгел, районда ла юҡ. Гел генә Өфөгә сабып булмай бит. Шуға ла һәр форсатты ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. Күптән түгел Сәйетбабала Жәлил Кейекбаевтың юбилейы үткәйне, шунда бер мең һумға китап һатып алдыҡ. Харап матур, эстәлекле баҫмалар сыға хәҙер, тик беҙгә килеп етмәүе генә йәл.
Директорҙың һүҙҙәре уйға һалды. Бөгөн бәғзеләрҙең, хәҙер халыҡ китап уҡыуҙы онотто, рухи аҙыҡҡа иҫе лә китмәй, тип зар илауын йөҙимәндәр кире ҡаға түгелме?
Аллаға шөкөр, кешеләр күңеленә нур сәсеүсе, яҡтылыҡ өләшеүсе сығанаҡҡа, гәзит-журналдарға рухи мәккәгә ҡараған кеүек табыныусылар бар ул, бар. Йөҙимән мәктәбе коллективының “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына ҡушылыуы шуның асыҡ дәлиле түгелме ни?!
— Башҡалар ҙа беҙҙән өлгө алып, гәзиткә яҙылып, рухи аҙыҡ, күңел йыуанысы табыр, үҙенең серҙәше, кәңәшсеһе итеп тойор, — ти улар.
Булмышы менән ысын уҡытыусылар тупланған коллективта. Улар үҙ фәндәре буйынса һабаҡ биреп кенә ҡалмай, ә балаларҙы киң ҡарашлы, булдыҡлы, изге күңелле шәхес итеп үҫтереүгә көсөн йәлләмәй. Башланғыс класс уҡытыусылары Р. Заһиҙуллина, Р. Яхина, Л. Ғәлимова белем өлкәһендә яңы стандарт буйынса әүҙем эш алып бара. Г. Шәмсетдинова менән Э. Ғөбәйҙуллина урыҫ теле һәм әҙәбиәте серҙәрен аса. Бөгөнгө заманда инглиз теленең мөһимлеген яҡшы аңлай уҡыусылар. Шуға ла Р. Шәмсетдинова апайҙарының дәресен көтөп алалар. Тарих дәрестәре лә йәнле үтә бында. Ф. Ғүмәрова үткәндәр хаҡында ғына түгел, республикала, илдә, донъяла барған үҙгәрештәрҙе түкмәй-сәсмәй балалар күңеленә һеңдерә.
Йөҙимәндәр районда, республикала үткән ярыштарҙа йыш ҡына призлы урындар яулай. Былар барыһы ла — уларҙың ныҡышмалылыҡ, сәмселлек, уҡытыусылары Д. Сафиуллиндың талапсанлыҡ емеше. Радик Шәрәфетдинов, Айрат Мусин, Фирүз Фәхриев, Алмас Рәхимов, Физалиә Шәрәфетдинова, Илфат Заһиҙуллин маһир спортсылар булараҡ танылған.
Т. Рәхмәтуллина, Г. Ишбулдина, Ф. Иҙрисова балаларҙа туған телебеҙгә һөйөү уята. Ә. Заһиҙуллин менән уҡыусылар Башҡортостаныбыҙҙың экологияһы темаларына ғилми-эҙләнеү эштәре алып бара. Әлбиттә, эҙмә-эҙлекле шөғөлләнеү, тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай — Әлфиә Иҙрисова, Алһыу Рәхмәтуллина, Гөлназ Ямалетдинова, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындарҙы яулаған.
Ауыл тормошон эшһеҙ күҙ алдына килтереп булмай. Хеҙмәт дәресендә, “Ағасты һырлап эшләү” түңәрәгендә уҡытыусы З. Иҙрисов уҡыусыларға эш ҡоралдарын ҡулланырға өйрәтә. Балалар төрлө конкурстарҙа, йәрминкәләрҙә ихлас ҡатнаша, маҡтау һүҙҙәрен ишетә, улар эшләгән әйберҙәрҙе ауыл халҡы ҙур теләк менән һатып ала.
Бер төптән булғас, эштәре көйлө, йөҙҙәре яҡты йөҙимәндәрҙең. Ә шулай ҙа күңелде нимәлер семетеп алғандай булды. Уларҙың да заманса, балҡып торған ҡупшы мәктәптә белем алырға, эшләргә хаҡы барҙыр бит...
Венер ИСХАҠОВ
Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780