Районыбыҙ бейеүгә һәм йырға, ҡурай һыҙҙырыуҙа оҫталығы менән республикабыҙҙа күптән танылыу алған. Мәһәҙейҙәрҙең данлыҡлы “Элгеләү” фольклор коллективы, “Бөрйәнем”, “Гөлдәр” вокаль ансамблдәре, “Моңдаръя” баянсылар һәм “Мәсемташ” ҡурайсылар төркөмдәре, “Осҡон” балалар бейеү коллективы күптән инде “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемен алып, әленән-әле тамашасыларҙы ҡыуандырып тора. Ижади һәләтеңде үҫтереү өҫтөндә эшләү, һәр сығыш һайын ошо исемде яҡлау, үҙеңдең ижадың аша уй-теләктәреңде еткерә белеү кәрәк.
Исем есемгә тап киләме? Был көндә мәҙәниәт һарайы байрамса кейенгән балалар, ҡурай, баян тотҡан ир-егеттәр, милли кейемдәге ҡыҙҙар һәм инәйҙәр менән тулды. Райондың
йыр-бейеүгә маһир үҙешмәкәр коллективтары “халыҡ” исемен алыу һәм яҡлау өсөн ижади бәйгегә йыйылды.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолған үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының IV “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика фестивалендә ҡатнашыусыларҙы комиссия рәйесе – халыҡ артисы, хореография буйынса баш белгес Рәфис Хәйруллин, вокал-хор жанры буйынса әйҙәүсе белгес – Наталья Кондакова, инструменталь жанр буйынса әйҙәүсе белгес Элита Йыһангирова баһалаясаҡ. Фестивалдең төп маҡсаты – урындарҙа халыҡ ижадын, үҙешмәкәр сәнғәтте һаҡлау, уны үҫтереү, уларға “өлгөлө” һәм “халыҡ” исемен биреү.
— Өфө эксперт комиссияһы ҡарамағына бөгөн 13 коллектив килде, – тине район мәҙәниәт һарайы методисы Гөлсинә Сәғитова. — Коллективтарҙың етәүһе “өлгөлө” һәм ”халыҡ” исемен раҫларға әҙерләнһә, алтауһы был исемгә тәүге тапҡыр дәғүә итә. Һәр ҡайһыһы күптән тупланып, ауылдарында ғына түгел, район күләмендәге концерттарҙа сығыш яһап, танылыу яулаған. Етәкселәре лә оҫта, костюмдары ла үҙ ерлектәренә нигеҙләнеп тегелгән. Беҙ, район мәҙәниәт һарайында эшләүсе белгестәр, уларға сығыштарҙы музыкаль яҡтан биҙәү, фонограмма яҙыу, режиссура эштәре буйынса ярҙам күрһәттек.
Бейеү, йыр, сәхнәләштерелгән йолалар менән ҡурай моңо... Бына ҡайҙа ул Бөрйән хазинаһы, Бөрйән гәүһәрҙәре! Сара «Мәсемташ” һәм “Аҡбуҙат” ҡурайсылар коллективтарының сығышы менән башланып китте.
Сәхнә артындағылар тулҡынланып сират көтә. “Гөлдәр” халыҡ вокаль ансамбленең етәксеһе Гөлдәр Зыянбаева менән шул арала һөйләшеп өлгөрҙөк.
— Ансамблде үҙегеҙҙең исемегеҙ менән атанығыҙмы?
— Юҡ, әлбиттә. Уның “Гөлдәр” булып китеүе үҙе бер ҡыҙыҡ хәл инде. 1995 йылда беренсе тапҡыр сығыш яһай башланыҡ. Шул осорҙа район мәҙәниәт йортона концерт алып килгәйнек. Инде сәхнәгә сығырға тип торабыҙ. Минән иғлан итеү өсөн ансамблдең исемен һорайҙар икән. Ҡабаланып торған саҡ. Абайламай, исемемде һорайҙар икән, тип “Гөлдәр” тинем. Сәхнәнән беҙҙе “Гөлдәр” тип иғлан иткәс, аптырап киттем. Шунан китте инде.
— Халыҡ исеме ҡасан бирелде?
— 2003 йылда алғайныҡ. Уны бит әленән-әле раҫлап та торорға кәрәк. Бөгөн комиссия ҡарамағына өс йыр тәҡдим итмәксебеҙ.
— Коллективығыҙ тотороҡло буғай...
— Шулай. Бер-беребеҙгә өйрәнгәнбеҙ, ярты һүҙҙән аңлап торабыҙ. Мәҙәниәт бүлегенә рәхмәтлебеҙ, һүҙ юҡ, костюмдар менән дә, йырҙарыбыҙҙы музыкаль яҡтан биҙәү буйынса ла ярҙам итеп торалар.
— Йырҙарығыҙҙы халыҡ яратып тыңлай. Репертуарҙы нисек һайлайһығыҙ?
— Репертуар — үҙебеҙҙең ҡарамаҡта. Район мәҙәниәт һарайы методистары, бигерәк тә Дилә Сәғәҙиева, сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Роза Хәсәнова ярҙам итә. Күп кенә йырҙарыбыҙ райондашыбыҙ Резеда Әминеваның репертуарынан алынған. Бөгөн тәҡдим итәсәк ике йырыбыҙҙы ла сәхнәгә сығарырға ул ярҙам итте. Телефон аша булһа ла һөйләшеп, кәңәшләшеп, ике тауышҡа ҡуйырға өйрәнеп алдыҡ.
Әлмираның рухы ҡыуаныр Сәхнәлә эш ҡайнай. Бейеүселәр менән йырсылар бер-береһен алмаштырып тора. “Мираҫ” фольклор коллективы халыҡ йырҙары менән бергә “Ҡатыҡ тәмләтеү” йолаһын алып килгән. Инәйҙәр баҙыян һауыттарға ҡатыҡ ҡойоп алып, сәхнәгә сығырға әҙерләнә. “Мираҫ”тарҙың береһе, Зәкиә апай Суфыянованан һорайым:
— Тулҡынланаһығыҙмы?
— Юҡ, бындай мәртәбәле жюри алдында беренсе тапҡыр сығыш яһаһаҡ та, ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Район үҙәге, төрлө ауылдар буйлап концерт ҡуйып, күптән сәхнәгә өйрәнеп бөткәнбеҙ. Күрше райондарҙа ла сығыш яһағаныбыҙ бар. Быйыл ғына ла Баймаҡ яҡтарында булып, сәхнәләрен дер һелкетеп таҡмаҡлап бейеп ҡайттыҡ. Бөгөн беҙ күрһәтәсәк “Ҡатыҡ тәмләтеү” йолаһының телевизион варианты менән хатта тотош республика халҡы таныш. Халыҡ исемен яулау “Мираҫ”ты ойоштороусы тәүге етәксебеҙ Әлмира Рахманғолованың изге хыялы ине. Бөгөн уның был хыялын тормошҡа ашырырбыҙ, тип уйлайым. Шулай булһа, Әлмирабыҙҙың рухы ҡыуаныр ине.
— Уңышлы сығыш яһап, “халыҡ” исемен алырға яҙһын һеҙгә!
Башҡорт бейеүҙәре менән бер рәттән төрлө халыҡ бейеүҙәрен алып килгән “Азамат” һәм “Арғымаҡ” хореографик ансамблдәре лә беренсе тапҡыр “өлгөлө” исемен яуларға килгән.
— “Азамат” – Байназар мәктәбе бейеү коллективы, 1999 йылда ойошторолдо. “Арғымаҡ” – сәнғәт мәктәбенән, 2002 йылдан эшләп килә, – тип һөйләй ике хореографик ансамблдең дә етәксеһе Айгөл Буранова. – Бейеүҙәрҙе үҙем ҡуям. Костюмдарҙы ла эштән һуң үҙем тегәм. Балалар сос, сәхнәлә янып йөрөйҙәр. Ике коллективыма ла уңыштар теләйем.
“Ялҡын” менән “Осҡон” хореографик ансамблдәренең дә һәр сығышын тамашасыларҙың көслө алҡышы оҙатып барҙы. Етәкселәре Айгизә Исламғолова менән Марсель Мөхәмәтйәнов булған коллектив күптән инде башҡа район сәхнәләрен дә дер һелкетә.
Бер юлы алты коллектив исем яуланы Фольклор коллективтарының сығышы ла жюри ағзаларын битараф ҡалдырмағандыр. Мәһәҙей ауылынан — “Элгеләү”, Ҡолғонанан — “Тамъян гәүһәрҙәре”, Килдеғолдан — “Умырзая”: һәр ҡайһыныһы үҙенсәлекле, халыҡсан.
Яңы ғына сығыш яһап, сәхнәнән төшкән ”Умырзая” фольклор ансамбле ағзаһы Рәйлә Миндеғолова һөйләй:
— “Умырзая”ға ун йыллап йөрөйбөҙ инде. Ауылда үткән бер концертты ла ҡалдырмайбыҙ. 57 йәштә булһам да, мин дә ҡалмайым. Ҡайһы берҙә бармайым тип ултырам да сығып китәм. Бер-беребеҙгә өйрәнгәнбеҙ, айырылаһы килмәй. Етәкселәребеҙ ҙә шәп. Бер олоно, бер кесене тыңла тигәндәй, Ғәлимә апай Шәрәфуллина менән Резеда Исхаҡова беребеҙҙе лә ситкә типмәй алып йөрөтәләр.
— Кейемдәрегеҙ бигерәк үҙенсәлекле. Боронғо ҡомартҡы икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора.
— Шулай. Һәр кейемебеҙ тигәндәй иҫтәлекле. Ҡайһыларын үҙебеҙ тегеп алғанбыҙ. Бына быныһы – Миндеғоловтарҙың тамғаһы. – Рәйлә апай төрлө тәңкә, ынйы-мәрйен менән биҙәлгән һаҡалына төртөп күрһәтә. — Быуындан быуынға килә ул.
Сәхнәлә “Бөрйәнем” халыҡ вокаль ансамбле сығыш яһай. “Халыҡ” исемен күптән йөрөткән был коллектив бөгөн исемен раҫларға килгән. Вокаль ансамблдәрҙән Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыларының “Гөрөлдәк” ҡыҙҙар коллективы ла үҙенең моңло йырҙарын тәҡдим итте. Күптән инде “халыҡ” исемен йөрөткән “Мәсемташ”, “Моңдаръя” инструменталь ансамблдәре лә исемдәрен раҫлап сығыш яһаны.
Йыр-моңға бай концерт тамамланды. Инде төн уртаһы етеп, сығыштар бөтөүгә ҡарамаҫтан, бер кем дә ҡайтырға уйламай. Һәр кем жюри баһаһын көтә.
— Бөгөн коллективтарҙы сәхнәгә сығарыу өсөн ҙур хеҙмәт һалғанығыҙ күренеп тора, — тине комиссия рәйесе Рәфис Хәйруллин. – Эшләү дәүеремдә бер юлы алты коллективҡа исем биреүҙе иҫләмәйем. Миңә сығыштар бик тә оҡшаны. Кейемдәрегеҙ матур, музыкаль биҙәлештәр ҙә еренә еткереп башҡарылған. Бөгөндән республикабыҙҙың һәр ҡайһы тарафына сығыш яһарға юллана алаһығыҙ. Бында, әлбиттә, мәҙәниәт бүлеге етәкселегенең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Әйтергә кәрәк, үҙешмәкәр халыҡ коллективтарын костюм менән тулыландырыу буйынса Бөрйән районы балтастарҙан ғына ҡалыша һәм республика буйынса икенсе урында тора.
Һөҙөмтәләр буйынса “халыҡ” исемен раҫларға килгән барлыҡ коллективтар ҙа был исемгә лайыҡлы тип табылды. “Өлгөлө” хореографик коллективтар исемлегенә “Арғымаҡ” инһә, “Ялҡын”, “Азамат” бейеү ансамблдәре хаҡлы рәүештә халыҡ исемен йөрөтөүгә лайыҡ тип табылды. Фольклор ансамблдәренән халыҡ исемен “Умырзая”, “Мираҫ”, “Тамъян гәүһәрҙәре” алды. “Гөрләүек”тәр ижади үҫешеп, икенсе йыл халыҡ исемен яулар тигән өмөттә таралышты.
— Бөгөн уңышлы сығыш яһап, баш ҡала белгестәре тарафынан юғары баһа алған коллективтарҙың барыһын да еңеүҙәре менән ҡайнар ҡотлайым. Яңынан-яңы үрҙәр, ижади уңыштар теләйем. Һеҙҙең өсөн ихлас ҡыуанам. Хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, — тине ҡотлау телмәрендә район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаева.
Шулай булһын. Халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, телен һаҡлап торған ижади коллективтарыбыҙ һәр саҡ шулай сәхнә түрҙәрендә балҡып торһон, илһам шишмәләрегеҙ шиңмәһен.
Фәриҙә АЙЫТБАЕВА.
Бөрйән районы.