Йыш ҡына моңһоу уйҙар уятҡан көҙгө тәбиғәттең күңелде талпындырырҙай, бала-сағалай мауығып күҙәтерҙәй илаһи күренеше бар. Ул да булһа, ҡоштарҙың ҡанат нығытыуы, алыҫ ерҙәргә осор алдынан үҙенә күрә ҡорға йыйылып, йәштәргә тәжрибәләрен еткереүе. Тәбиғәт һулышы 95 йыллығын билдәләгән “Башҡортостан” гәзитенә туранан-тура йоғонто яһаған, тиерһең! Өфөнөң “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында уҙған юбилей кисәһенә баҫмабыҙ күптәнге уҡыусыларын, ветерандарын һәм матбуғат һөйөүселәр “туб”ын тулыландырырҙай йәш дуҫтарын йыйҙы. Алда торған 100 йыллыҡ үргә артылыр һәм киләсәккә осор өсөн ҡанаттарҙы нығытыу сараһы тиһәң дә була был осрашыуҙы, сөнки яҡындарыңдың йылы һүҙе, һиңә яҡшылыҡ теләүҙән әйткән тәнҡите, ысынлап та, бейеклеккә әйҙәй.
Байрам сараһы фойела киске 6-ла уҡ башланды. Иң тәүҙә республика баҫмалары етәкселәре “Башҡортостан”ды күркәм юбилейы менән тәбрикләне. Артабан рәсми
ҡунаҡтар һәм матбуғат байрамына килеүселәр гәзиттең бай тарихын сағылдырған фотокүргәҙмә менән танышты.
Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ваҡытлы матбуғат бүлеге “Милли матбуғатыбыҙҙың тәүге йондоҙо” тигән күргәҙмә әҙерләп алып килгәйне. Кисәнең тантаналы өлөшө алдынан барлыҡ ҡунаҡтар уны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнде.
— Был — 1917 йылдың 14 июнендә сыҡҡан һандың күсермәһе, — тип бүлек мөдире Илвира Мөслимова гәзитебеҙҙең тарихы менән таныштырҙы. — 1968 йылдың 13
мартындағы һанға иғтибар итегеҙ: “Совет Башҡортостаны”н Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләү уңайынан гәзит ҡыҙыл төҫ менән биҙәлгән.
— Баҫманың тәүге һандарынан алып бөгөнгөһөнә тиклем урын алған күргәҙмәне китапхананың үҙенә килеп тә ҡарарға мөмкин, — тип саҡырҙы китапханасылар Флорида Фәрхетдинова менән Динара Ишкилдина.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт китап палатаһының күргәҙмәһе ҡунаҡтарҙа онотолмаҫ тәьҫораттар уятты. 1919 йыл. 1941. 1945... Һарғайған, ҡағылһаң йыртылырға ғына торған гәзит һандарын ҡараған саҡта күҙ алдынан ил тарихы үткәндәй тойолдо. Уларҙы бүлек мөдире Зөлфиә Сәфиуллина менән директор
урынбаҫары Айгөл Ураҡаева алып килгәйне.
Матбуғатҡа яҙылыу осоро барғанға күрә, гәзитебеҙҙә 1930 йыл башында донъя күргән иғланға иғтибар иттек. Ул саҡта баҫмабыҙға бер йылға яҙылыу 4 һум 80 тин торған. Хаҡтар ғына түгел, гәзит һәм журналдарҙың төрлөлөгө лә хайран ҡалдырҙы. 1930-сы йылдарҙа яҡташтарыбыҙҙың “Коммунар”, “Яңы юлда”, “Башҡортостан йәштәре”, “Йәш юлсы”, “Ленин юлы”, “Трактор”, “Уктәбер”, “Һәнәк”, “Аллаһыҙ” тигән һәм башҡа баҫмаларҙы уҡыу мөмкинлеге булған.
Шөкөр, бөгөн дә туған телебеҙҙә донъя күргән йәнебеҙ теләгән гәзит һәм журналды һайлай алабыҙ. Күптәре кисә барышында уҙған матбуғатҡа яҙылыуҙа ҡатнашты. Хаҡтар һәр кемдең хәленән килерлек.
“Йәншишмә” республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите хәбәрсеһе Хәлиҙә Чембарисованың әйтеүенсә, баҫма биҙәлеш һәм йөкмәтке яғынан замана балаларына ярарға тырыша, көндән-көн үҙгәреп тора, Интернеттағы сайтын даими яңырта.
— Ҡалғандарының да ата-әсәһе балаларының туған телдә гәзит һәм журнал уҡыуына, милләтебеҙҙең лайыҡлы вәкиле булып үҫеүенә булышлыҡ итһен ине, — тине Хәлиҙә Чембарисова.
“Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррир урынбаҫары Айнар Байбулатов алдағы ике-өс йылда баҫманы алдырыусылар бермә-бер артыр тип ышана.
Башҡорт телендә сыҡҡан балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр баҫмаларының хәле менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙ юҡҡа түгел, сөнки уларҙың бөгөнгөһө — “Башҡортостан” гәзитенең киләсәге. Ошо киләсәкте беҙ, милләттәштәр, бергәләп яҙырға тейеш.
Милли матбуғаттың яҙмышына битараф булмағандар кисәлә гәзит һәм журналға дәррәү яҙылды. “Башҡортостан” гәзите үҙенең уҡыусылары араһында лотерея уйнатты. Төп бүләкте — Ҡазан ҡалаһына өс көнлөк сәйәхәтте — “Хазина-тур” компанияһы етәксеһе Камил Сиражетдинов тапшырҙы.
Ҡунаҡтар гәзитебеҙ юбилейына арналған викторинала ла ихлас ҡатнашты. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы бүлеге студенттары айырыуса әүҙем булды. Башҡа юғары һәм махсус урта белем биреү йорттарында ла милли баҫмаларға иғтибар шундай уҡ көслө булыр, йәштәр туған телдә гәзит һәм журнал уҡып, аң даирәһен киңәйтер тип ышанғы килә.
Сәхнәлә “Башҡортостан” йыры яңғырай. Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина башҡарыуындағы был йырҙы республикабыҙҙа ғына түгел, башҡа
тарафтарҙа ла яҡшы беләләр. “Башҡортостан” гәзитенең юбилей кисәһендә иһә был йыр гимн һымағыраҡ яңғыраны, залдағы шығырым тулы халыҡтың йөрәген елкендереп ебәрҙе.
Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк: республикабыҙҙың төрлө райондарында “Башҡортостан” гәзите үткәргән сараларҙа ла Әлфиә Юлсурина ҙур теләк менән ҡатнаша. Бер саҡ уны йыш борсоуыбыҙ өсөн ғәфү үтенеү рәүешендә һорап ҡуйғайныҡ: “Әлфиә апай, арыйһығыҙҙыр инде. Ялҡытманыҡмы?” Нимә тине ул: “Халҡыма хеҙмәт итеүҙән арымайым да, ялҡмайым да!..” Эйе, шундай рухлы шәхестәребеҙ күтәрә милләтебеҙ һиммәтен.
Әйткәнебеҙсә, байрам тантанаһына эркелеп килде халыҡ. “Башҡортостан”ыбыҙҙы тәбрикләргә килеүселәр араһында ил ағаһы аҡһаҡалдар ҙа, халыҡ терәге ир-егеттәр ҙә, апай-һеңлеләр ҙә, милләтебеҙҙең киләсәген һаҡлаусы йәш-елкенсәк тә бар ине.
Беренселәрҙән булып Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров һүҙ алды. Артабан “Башҡортостан”ды тәбрикләргә теләүселәр бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелде. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостандың Һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Венера Хәкимова, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы Салауат Бәхтийәров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Журналистар
союзы идараһы рәйесе Артур Дәүләтбәков, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Динир Әхмәтйәнов, Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Рәүис Нуритдинов, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Шамил Хәмитов, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Наилә Юнысова, Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Әлфис Фәйзуллин һәм башҡалар ихлас күңелдән изге теләктәрен еткерҙе.
Сыға башлағандан алып азатлыҡ рухын күтәреп, милләтте туплап, уны үҫтереү, нығытыу өсөн көсөн аямаған республикабыҙ тауышы — “Башҡортостан” хаҡында тарихи фильм күрһәтелде. Гәзитте милләттең, халыҡтың рухи байлығына әйләндергән, уның үҙ йөҙөн, үҙ тауышын булдырыуға күп көс һалған элекке баш мөхәррирҙәрҙең яҡты иҫтәлеге бер минут тын ҡалып иҫкә алынды. Шулай уҡ “Башҡортостан”дың элекке баш мөхәррирҙәре, бөгөн дә халҡыбыҙ өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе Мансур Әйүпов, Тәлғәт Сәғитов, Рәлиф Кинйәбаев үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты.
“Йәйәүләп эшкә йөрөйөм. Килә торғас, аяҡтар үҙенән-үҙе йүгертә башлай. Гәзиттә берәй хата китмәгәнме икән, тип бошонаһың. Эйе, “Башҡортостан”дың һәр дәүерҙә лә үҙ йөҙө булды, бөгөн дә уның роле бик ҙур”, — тине Мансур Әнүәр улы Әйүпов.
“Бөгөн — рухиәт байрамы, — тип һүҙгә ҡушылды Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов. — Ошо рухты тоторға, нығытырға күп көс түгелде. Гәзит коллективына уңыштар теләйбеҙ”.
Кисә йыр-моң менән аралашып барҙы. Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡоловтың ҡурай моңо, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡумыҙ сыңы йөрәктәрҙе елкендерҙе, пародия оҫтаһы Илнур Юламанов сығышы көслө алҡыштарға күмелде, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең “Байрам” бейеү ансамбле сығыш яһағанда үҙебеҙ ҙә һикереп төшөп бейерҙәй булып ултырҙыҡ, “Ҡурайсы” төркөмө иһә халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре уятты.
Байрамда бүләк биреү кеүек матур йола бар. Был юлы ла “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре бүләк алып ҡыуанды. Миңзифа Илтенбаева, Ирек Ғәлиев, Илдар Ҡолбахтин, Зөлфиә Сәғитова, Әлмирә Бикташева, Булат Әҙеһәмов, Гөлсимә Сәлихова, Сажиҙә Ғилметдинова, Миңһылыу Сәлимгәрәева, Алһыу Әһлиуллина, Дилбәр Ишморатова, Даян Мәжитов, Рәшит Зәйнуллин, Венер Исхаҡов, Марат Моратов, Рәлис Ураҙғолов, Гүзәлиә Балтабаева, Кәримә Усманова төрлө министрлыҡтарҙың Почет грамоталары менән бүләкләнде.
“Башҡортостан” биттәрендә эшҡыуарлыҡ, төрлө кәсептәр тураһында ҡыҙыҡлы мәҡәләләр даими баҫылып тора. Байрамға башҡорт эшҡыуарҙары Азат Фәйзуллин, Риф Иҫәнов, Рәйлә Фәсхетдинова килгәйне. Улар йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәрен әйтеп, редакцияға бүләктәрен тапшырҙы.
Байрам кисәһенән репортажды Лилиә НУРЕТДИНОВА, Нурзиә ХӘСӘНОВА, Салауат ӘБҮЗӘРОВ әҙерләне. Владимр КАРАБАНОВ менән Айрат НУРМӨХӘМӘТОВ