Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәҙәниәтле Мәҙәниә
Автобуста кемдеңдер беҙҙәй бармағы менән ҡаты итеп бөйөрөнә төртөүгә, Фәүриә ах итеп ҡалды. Кем былай йәмһеҙ ҡылана тип артына боролоп ҡарауға, ауыҙын бейәләйҙәй йырып торған ауылдашы Мәҙәниәне күрҙе. Ҡыҙыҡай бөтә халыҡҡа ишетелерлек итеп:
— Сәләм! — тип һөрән һалды ла, онотоп ҡуймайым тигәндәй, үпкәһен әйтеп ҡалырға ашыҡты. — Ай-һай, ҡалай эре ҡыланаһың. Баянан бирле бер автобуста киләбеҙ, килештереп күрмәмеш булып тораһың. Үҙем теге баштан кеше йырмаслай-йырмаслай яныңа саҡ килеп еттем дәһә. Эй һин ғүмер баҡый шулай ҡыландың инде.
— Кит, нимә һөйләйһең, күрмәнемсе, — тине Фәүриә.
Бер урамда уйнап үҫкән, инде байтаҡтан күҙгә-башҡа салынмаған ауылдашын осратыуға Фәүриә һәләк шатланды.
— Өфөгә ниндәй елдәр ташланы? — тип һораны ул.
— Сессияға килдем!
Фәүриә аптырап:
— Сессияға? — тип һораны ла, ауылдашының хәҙер унынсы йыл педагогия институтында ситтән тороп уҡыуын иҫенә төшөрөп, телен арҡыры тешләне. Унан һүҙҙе икенсегә бора һалды:
— Хәлдәр нисек?
— Ал да гөл.
— Ауыл яғына ҡайтҡаның бармы?
— Бына әле ауылдан килеүем. Бустыйға ҡайтҡанмын, кәйефем ҡырылып килде, — тип теҙҙе Мәҙәниә.
— Ниңә улай, бер-бер хәл булмағандыр?
— Үҙең беләһең бит инде, ауылда рәхәтләнеп һөйләшерҙәй йүнле кеше бармы, өйөрлө необразованныйҙар. Бигерәк мәҙәниәтһеҙҙәр инде. Шуға өйҙән дә сыҡманым. Өйҙә лә инде, Хоҙайым, әсәйем, саҡ ҡына китап тотор әмәл юҡ, ҡыҙым, бәрәңге утар кәрәк, ҡортона ағыу һиптерер кәрәк, шулайтайыҡ, былайтайыҡ тип пакуй бирмәй. Как будто донъяла шуларҙан башҡа нәмә юҡ. Әй, онота яҙып торам, әсәйем анау ҡупыҡ Әхмәтте бисәһе ҡыуып ҡайтарған шикелле тип һөйләй ине...
Мәҙәниә ауылдашына тағы әллә күпме яңылыҡты бүҫкәртер ине. Көтмәгәндә яңылыш ҡына ҡағылған ир уның барса уйҙарын бүлде. Мәҙәниәнең төҫө боҙолдо. Ул күҙен зәһәр алартып теге әҙәмгә ташланды.
— Һыйыр һымаҡ өҫкә менеп киләһегеҙ, күҙегеҙгә ботаҡ үҫкәнме ни?
Ҡыҙыҡай иргә ғәфү үтенергә тип ҡыймылдаған иренен асырға ла ирек бирмәне.
— Исмаһам, оялмайһығыҙ ҙа, мәҙәниәтһеҙ, беләбеҙ инде һеҙҙең кеүектәрҙе, салбар кейеп ир булыуығыҙҙы әйтер инем. Ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәт итергә өйрәнер инегеҙ.
Мәҙәниәтле ҡыҙҙың нотоғонан ҡолағы тонған ир, бараһы туҡталышына ла етерлек сыҙар әмәле ҡалмай, “тфү” тине лә автобустан төшөп ҡалды.
К. МӘСӘЛИМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779