Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Затлы һандыҡЯҙыусы һәм публицист Зөфәр Толомғужиндың исеме гәзит уҡыусыларға, әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Милли матбуғатта әҫәрҙәре, мәҡәләләре әленән-әле донъя күреп тора. Һәр береһе үҙенсә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс һәм ғибрәтле. Автор күтәргән мәсьәләләр башында аңы булған һис кемде битараф ҡалдырмай уйландыра, хисләндерә, фәһем бирә. Уларҙың һәммәһе тиерлек халҡыбыҙҙың бөгөнгө хәленә, киләсәк яҙмышына бәйләнгән.

Һуңғы йылдарҙа Зөфәр Ғәли улы “Шәжәрә тәрбиәгә эйә” исемле береһенән-береһе тос өс китап әҙерләп сығарҙы. Был баҫмалар эш өҫтәле артына ултырып, тәҙрәгә, офоҡҡа бағып уйланыуҙан, хыялланыуҙарҙан ғына барлыҡҡа килмәгән. Улар — авторҙың райондан районға, ауылдан ауылға йөрөп башҡарған күп йыллыҡ тынғыһыҙ хеҙмәт емеше.
Миҫал өсөн быйыл “Ғилем” нәшриәтендә донъя күргән өсөнсө китабына иғтибар итәйек. Уға инеш һүҙендә Зөфәр Толомғужин, һуңғы йылдарҙа илдә, республикала барған хәл-күренештәр тураһында һүҙ йөрөтөп, башҡорт ауылдарының яҙмышы, быуындар бәйләнеше, милли рух, милли аң, атай-олатайҙарҙан килгән ғөрөф-ғәҙәт, бөгөнгө йәштәр, уларҙың үткәндәргә һәм киләсәккә ҡарашы кеүек мөһим мәсьәләләрҙе ҡуҙғата. Халҡыбыҙҙың бөгөнгө демографик хәле айырыуса хәүефләндерә әҙипте. “Милләт яҙмышы өсөн борсолоу һәм уны һаҡлап алып ҡалыу — бар зыялылар өсөн дә көнүҙәк мәсьәлә”, — ти ул. Уны кисекмәҫтән хәл итергә кәрәк. Юғиһә туған телен онотҡан ата-әсә һәм ҡолаҡҡа ятмаған ят исемдәр йөрөткән, үҙ телен белмәгән балалар сылбырының йылдан-йыл нығына, ишәйә барыуы милләтте юҡҡа сығарыуы ихтимал тигән фекер әйтә. Уныңса, ғаиләлә тәрбиәләнгән саҡта уҡ һәр бала затын, нәҫелен, бер нисә быуын атай-олатайҙарын, инәй-өләсәйҙәрен белергә тейеш, сөнки “тамырын тойоп, үҙ еренә ереккән ағас ҡына нығый, ә тамырһыҙы — ҡорой”. Был һүҙҙәргә тәрән мәғәнә, тапҡыр кинәйә һалынған.
Замандаштарыбыҙҙың нәҫел ағасын, зат-ара шәжәрәһен аяҡҡа баҫтырыу өсөн Зөфәр Ғәли улы ҡайҙа йәйәүләп, ҡайҙа ат-арба, ҡайҙа машина менән йөҙҙәрсә ауылды йөрөп сыҡҡан, ҡалаларҙа булған. Әлеге китапҡа ул Архангел, Ейәнсура, Белорет, Бөрйән, Ишембай, Миәкә һәм Ырымбур өлкәһенең райондарында йөрөп туплаған бихисап генеалогик мәғлүмәтте индергән. Ошо төбәктәрҙәге ауылдарҙа йәшәгән оло һәм урта быуын кешеләре менән осрашып, атай-олатайҙарын асыҡлаған, нәҫел сылбырын, туғанлыҡ ептәрен барлаған. Барыһын да ҡағыҙға теркәгән, бер нисә быуынлыҡ шәжәрәләр төҙөгән.
Әлбиттә, нәҫелде белеү-белмәү төрлө кешелә төрлө кимәлдә. Ҡайһы берәүҙәр (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундайҙар һирәк осрай) ете-һигеҙ быуын, хатта унан да артығыраҡ нәҫел-нәсәбен әйтеп бирһә, икенселәр олатай-өләсәйҙәрен көскә хәтерләй. Шунлыҡтан китапта 10-15 кешенән торған нәҫелдәрҙе лә, 300-ҙән уҙып киткәндәрен дә бирергә тура килде, ти автор. Күп һанлыларҙың шәжәрәһен биреү өсөн ул башта олатайҙар быуынын күрһәтеп, махсус билдәләр, тамғалар ҡулланыу аша һәр атаның балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен айырым атап сыҡҡан.
Мәҫәлән, Архангел районының Аҙау ауылындағы Садиҡовтарҙың нәҫел сылбыры 11 быуынды тәшкил итә. Туғыҙынсы быуындағы ҡайһы бер күп балалы атайҙарҙы барлыҡ тоҡомо менән автор айырым урынлаштырған. Баҡтиһәң, Садиҡовтар ошо ауылдағы Мөлөковтар, Ялаловтар, Зөфәровтар, Масковтар, Йәмнихиндар һәм Шәмиғоловтар менән бергә “Башмаҡтар” ҡушаматлы бер зат-ара булып йәшәй икән.
З. Толомғужин ошо аранан Фәнияз Садиҡовҡа айырым туҡтала. Уның бик әүҙем публицист һәм ижадсы булыуын билдәләй, “Матур йәшәүҙәргә ни етә?!” исемле шиғырының тексын да килтерә.
Үҙе йөрөп сыҡҡан һәр ауылдағы зат-ара тураһында ғәйәт ҡыҙыҡлы, ҡиммәтле мәғлүмәт туплаған автор. Халыҡтың замандаштар хәтерендә һаҡланған нәҫел-нәсәбен ҡоро теркәү менән генә сикләнмәй, улар хаҡында йәнле, мауыҡтырғыс итеп хикәйәләй. Был йәһәттән “Ишле ғаилә — милләт терәге”, “Балаһын да баҡҡандар — исемен дә тапҡандар”. “Туған тел — ҡиммәтле хазина ул”, “Исемдәр тарих һөйләй” кеүек бүлексәләр айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Уларҙа авторҙың донъяға ҡарашы, гражданлыҡ позицияһы ла ярайһы уҡ асыҡ сағылған.
Зөфәр Толомғужиндың “Шәжәрә тәрбиәгә эйә” тигән китабы бөгөн уҡып, иртәгә онотола торған баҫма түгел, сөнки автор бөгөнгөбөҙ өсөн дә, киләсәк өсөн дә мөһим эштәр башҡарған, халҡыбыҙҙың хәтерен яңыртҡан, унан затлы һандыҡ яһаған. Был китаптың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ икәнлегенә һис кенә лә шигем юҡ.
Миңлеғәле НӘҘЕРҒОЛОВ,
филология фәндәре докторы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779