Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Оло ғалим хаҡында төплө хеҙмәт
Күренекле телсе, ғалим, әҙип, тәржемәсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев — башҡорт ижтимағи фекере үҫеше тарихында тәрән эҙ ҡалдырған шәхес. Уның күп яҡлы ижади эшмәкәрлеге башҡорт тел ғилеме, әҙәбиәте, публицистикаһы, фольклористикаһы, тәржемә әҙәбиәте һәм әҙәбиәт ғилеме тарихында үҙе бер этапты тәшкил итә. Ул башҡорт лингвистикаһын өр-яңы теоретик баҫҡысҡа күтәрҙе, тотош совет иле кимәлендәге киңлеккә алып сыҡты, үҙ осорондағы иң алдынғы теоретик фекер-ҡараштар менән байытты, СССР-ҙың һәм Көнбайыштың иң абруйлы тел белгестәре эштәре юғарылығындағы хеҙмәттәр яҙҙы.
Уны яҡындан белгән, аралашҡан, ғилми хеҙмәттәре, ижад емештәре менән шаҡтай таныш кеше булараҡ, 2012 йылда республикабыҙҙың “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Жәлил Кейекбаев. Тормошо һәм ижады” тигән монографияны ҡыҙыҡһынып, иғтибар менән уҡып сыҡтым. Хеҙмәт ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы. Уның авторы, күренекле әҙәбиәт белгесе, профессор Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафин, күп эҙләнгән, бай фактик һәм ғилми әҙәбиәт менән эш иткән, уларҙы эшендә урынлы ҡулланған. Хеҙмәт логик яҡтан эҙмә-эҙлекле башҡарылыуы, күҙәтеүҙәргә, яңы фекерҙәргә бай булыуы, ғилми этиканы тейешенсә һаҡлауы, стиленең уҡымлылығы менән айырылып тора. Уның менән танышҡанда, Жәлил Ғиниәт улы хаҡында бындай хеҙмәт күптән яҙылырға тейеш ине, һуңлабыраҡ булһа ла, ниһайәт, яҙылды, тип уйлап ҡуйҙым һәм ҡыуандым. Ҡыуанысым — эштең төплө фекерле, бөгөнгө башҡорт филологияһының алғы һыҙығында барған ғалим һәм педагог тарафынан яҙылыуында, энциклопедик ҡоласлы ғалимдың һәм әҙиптең тормошо, ижад юлы, ғилми эҙләнеүҙәре уның үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнатып яҡтыртылмауында, ә тарихҡа, милли мәсьәләләргә халыҡтарҙың фән һәм һүҙ сәнғәте офоҡтарына экскурс яһау юлы менән сағыштырма-типологик планда өйрәнелеүендә.
Минеңсә, профессор Ғ. Ҡунафин бөгөнгө күп кенә филологтарыбыҙ, бигерәк тә йәшерәктәре өсөн өлгө һәм фәһем булырҙай хеҙмәт яҙған, оло ғалим хаҡында күпме йылдар буйы дөйөм һүҙ һөйләүҙәрҙән ары китеп, аныҡ өлгө күрһәткән. Был, һис һүҙһеҙ, ыңғай баһаға лайыҡ күренеш.
Ғөмүмән, Ғиниәт Сафиулла улы — бөгөнгө башҡорт әҙәбиәт ғилемендә төпкә егелеп эшләгән, киң ҡарашлы, төплө фекерле ғалимдарыбыҙҙың береһе. Тикмәгә генә республикабыҙҙың ғилми йәмәғәтселеге уны яңыраҡ, июнь айында, бер тауыштан Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайламаны. Йәшермәйем, заманында минең етәкселектә фән донъяһына юл ярған ике шәкертемдең — Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың һәм БДУ-ның башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире, Башҡортостан Фәндәр академияһының академик-секретары Ғиниәт Ҡунафиндың бөгөн килеп ошондай юғары ғилми дәрәжәгә күтәрелеүҙәре өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм.
Ғ. Ҡунафиндың монографияһынан Ж. Кейекбаевтың шәхесе һәм ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар, һис һүҙһеҙ, эҙмә-эҙлекле, бер бөтөн мәғлүмәт, фәнни-рухи аҙыҡ аласаҡ. Йәш быуында ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙә, уны рухи байлыҡҡа, фәнгә, ижадҡа ылыҡтырыуҙа, ә иң мөһиме, башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә һөйөү уятыуҙа хеҙмәттең роле ҙур. Унда Жәлил Кейекбаевтың әҙәби эшмәкәрлегенең, тәржемәләренең үҙе бер оло донъя булыуы бай фактик материалдар ерлегендә, тейешле ғилми юғарылыҡта асып бирелә. Уның “Туғандар һәм таныштар” романын ғалим идея-художество кимәле буйынса ҙур талант эйәләре Һ. Дәүләтшина, З. Биишеваларҙың тарихи-революцион романдары менән йәнәш торорлоҡ ижад емеше тип иҫәпләй һәм быны ышандырырлыҡ итеп дәлилләй. Ә инде немец, венгр әҙәбиәттәренән һәм фольклорҙарынан яһаған тәржемәләрен, уның башҡорт — Көнбайыш әҙәби бәйләнештәрен, ҡобайырҙары менән фольклор традицияларын, әкиәттәре менән балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә ифрат ҙур өлөш индереүе монографияла бөтә сағыулығында яҡтыртыла.
Жәлил Кейекбаев тәү башлап башҡорт теленең дөрөҫ һөйләү ҡағиҙәләрен системалы яҡтыртты, ғилми-теоретик йәһәттән нигеҙләне. Уның “Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше” тигән хеҙмәте артистар, радио, телевидение хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар өсөн бик мөһим, кәрәкле фәнни-ғәмәли ҡулланма ғына түгел, ә артабанғы эҙләнеүҙәр өсөн мөһим проблемалар күтәргән сығанаҡ булды. Ә инде ғалимдың хәҙерге башҡорт теленең фонетикаһы буйынса хеҙмәте башҡорт өндәренең тарихи тамырҙарын барлауы, уларҙың функцияһын күтәреүе менән төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһы проблемаһына башлап юл ярҙы. Тап ғалимдың ошо йүнәлештәге эҙләнеүҙәре уға артабан төрки телдәренең генә түгел, бәлки урал-алтай телдәренең ҡәрҙәшлеге концепцияһын, билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһын эшләргә, фәнни яҡтан нигеҙләргә мөмкинлек бирҙе. Был өр-яңы асыш заманында тел ғилеме донъяһында ҙур резонанс тыуҙыра, ҡапма-ҡаршы фекер-ҡараштар барлыҡҡа килтерә. Әммә, нисек кенә булмаһын, ғалимдың “Введение в урало-алтайское языкознание”, “Основы исторической грамматики урало-алтайских языков” тигән хеҙмәттәре артабан етди тикшеренеүҙәр алып барыуға фундаменталь хеҙмәттәр булып тора. Ошо күренештәрҙең бөтәһе лә Ғиниәт Ҡунафиндың монографияһында логик эҙмә-эҙлелектә, системалы итеп, тейешле фәнни юғарылыҡта яҡтыртыла.
Йәнә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтмәй булмай: профессор Ғиниәт Ҡунафин үҙенең монографияһында беренсе тапҡыр оло әҙип һәм ғалимдың үрҙә телгә алынған һәм алынып бөтмәгән күп яҡлы ижади эшмәкәрлеген бер бөтөн фәнни һәм ижтимағи-эстетик күренеш итеп яҡтырта. Өс бүлектән торған хеҙмәт фәнни яҡтан төплө күҙәтеүҙәргә бай.
Дөйөмләштереп әйткәндә, күренекле әҙәбиәт белгесе, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ғиниәт Ҡунафин бик кәрәкле хеҙмәт яҙған. Бындай эш күптән кәрәк ине. Оло ғалим-әҙип мәрхүм булғандан һуң ҡырҡ йылдан ашыу ваҡыт уның хаҡында монографик планда эш яҙылмауы башҡорт филологияһы фәнен һис тә биҙәмәй ине. Уны уҡытыусылар өсөн өҫтәл китабына әйләнерҙәй, ә уҡыусылар һәм йәш быуын өсөн оло шәхестәрҙән өлгө алырға әйҙәрҙәй ифрат мөһим сығанаҡ тип иҫәпләйем. Уҡытыусылар, студенттар, аспиранттар, ғалимдар, әҙиптәр өсөн дә ул фәнни-методик һәм рухи-мәҙәни сығанаҡ ролен үтәйәсәк, башҡорт филологияһы тарихында уның үҫешенә этәргес бирерҙәй матур ғилми битте тәшкил итәсәк.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ,
академик, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779