Таңһылыу хатта шаңҡып ҡалды: бына һиңә тыуған көн! Бына һиңә тыуған көн бүләге! Илле йәш — кеше тормошонда йәшлектән ҡала иң гүзәл миҙгел. Был ваҡытҡа уның ғүмер ағасы емешләнеп, мул ғына уңыш биреп өлгөрә. Ул шул байлыҡҡа кинәнеп, ғаиләһе, туған-тыумасалары, дуҫ-иштәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары менән гөрләшеп йылдар йомғағын һүтә. Ә Таңһылыу? Ҡайҙа уның донъяһы, йыйған мөлкәте, яҡындары ҡайҙа? Ул былай ҙа тубалға әйләнгән башын ауырттырып шаҡ-шоҡ туҡылдаған поезд тәгәрмәстәре тауышын ишетмәҫ өсөн усы менән ҡолаҡ япраҡтарын ҡаплап, шул хаҡта уйланды. Ләкин томаланып ултырып ҡына ысынбарлыҡтан ҡасып булһа икән! Таңһылыуҙың бәғерен телгеләп тыуған уйҙары вагон тәҙрәһенә барып бәрелде лә, граната кеүек шартлап, утлы ярсыҡтарын ҡабат ҡаҙаны.
— Их, кейәү, кейәү! — тип күп илауҙан ҡабарған ирендәрен сәйнәне ул.
— Тыштан ғына май сүлмәге икәнһең. Мәжлестең иң иҫтәлекле, иң ҡәҙерле нөктәһендә ҡыуып сығарҙың бит, таш йөрәк. Күҙ алдына байрам табыны килеп баҫты. Ниндәй матур, күркәм башланып китте ул. Туғандарынан бер ҡыҙы менән кейәүе генә булһа ла, Таңһылыу үҙен сит тойманы бында. Йәштәргә ҡарап һоҡланып, үҙенең йәшлеген хәтерләп ултырҙы. Күңеле күтәрелгәндән-күтәрелә, йөҙө балҡығандан-балҡый барҙы. Үҙ исеменә әллә күпме изге теләктәр ишетте, ҡосағы бүләктәр менән тулды. Кейәүе менән ҡыҙы илле йәшенә бағышлап сығарған йырҙарын башҡарғанда бәхеттән иҫерҙе, керпек остарына йәш бөртөктәре эленеп торҙо. Унан ҡыҙы ҡолаҡтарына күҙ ҡамаштырырлыҡ алҡа кейҙерҙе. Кейәүе лә бурыслы булып ҡалманы, ҡаршыһына килеп баҫты ла бәрхәттәй йомшаҡ, яғымлы тауыш менән: “Минән дә тыуған көн бүләге ҡабул ит!” — тип конверт һуҙҙы. Әй, бер ҡатлы ауыл мәжнүне, уны-быны абайламай, баш эйеп, рәхмәт әйтә-әйтә алды уны. Табын аяҡсыһы, конвертты асып, хазинаһын барламаһа, шул көйө үтеп тә китер ине, бәлки. Әммә, алдан һөйләшелгән булған, күрәһең, юҡ шул, улай итмәне. Таңһылыуҙы ғәжәпкә ҡалдырып, эсенән ҡош теле тиклем ҡағыҙ тартып сығарҙы.
— Билет! — тип тантаналы иғлан итте ул.
— Өфөнән Стәрлетамаҡҡа билет. Плацкарт. Ун беренсе вагон, егерменсе урын. Башта бер ни аңламай торҙо Таңһылыу, уйынсаҡ кейәүҙең бер-бер шаянлығылыр, тип уйланы.
— Ҡайсанға? — тип һораны һаҡал-мыйыҡлы егет.
— Хәҙер әйтәм.
— Табынсы билетты ут яҡтыһына тотоп ҡараны.
— Ун бишенә. Бәрәкалла, бөгөнгә лә баһа!
— Ә поезд нисәлә китә?
— Төнгө берҙә.
— Ваҡыт ҡыҫып бара икән, — тине һаҡалбай, сәғәтенә ҡарап.
— Әйҙәгеҙ, ашҡа әппәр итәйек тә апайҙы вокзалға оҙатып ҡуяйыҡ. Таңһылыуҙы ай-вайына ҡарамай кейендерҙеләр ҙә шау-гөр килеп алып сығып та киттеләр.
— Ебек! — тип асыуын кейәүенән ҡыҙына күсерҙе Таңһылыу.
— Яҡлашып берәй һүҙ әйтер ине, исмаһам. “Үпкәләмә! — тип өндәште күңел төбөндә йылдар буйы йәнен телеп ятҡан эске тауыш. — Үҙең ҡарап үҫтергән балаң түгел дә баһа. Байрам ашы — ҡара-ҡаршы”. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Тешен ҡыҫып, тынып ҡалды Таңһылыу. Уйы менән ғүмер шишмәһенең башына әйләнеп ҡайтты. Урман эсендә ултырған бәләкәй генә Ҡарағайлы тигән төпкөл ауылда илдә немец фашистарына ҡаршы ҡан ҡойғос алыш барған михнәтле заманда донъяға килде ул. Атаһы һуғыштан яраланып ҡайтҡан яугир ине, Таңһылыу ике йәшлек саҡта әсәһен бер яңғыҙын ҡалдырып, мәңгелек йортҡа китеп барҙы. Таңһылыу атаһын бөтөнләй хәтерләмәй, йөҙөн әсәһе менән парлап төшкән берҙән-бер фотоһүрәтенән генә белә. Тағы шуны төҫмөрләгән кеүек: түшендә ялтырауыҡ тимер күҙен ҡыҙыҡтыра, ул шуның менән уйнап ятырға ярата ине. Ә бына әсәһенә рәхмәте сикһеҙ. Ғүмер буйы ҡан баҫымы юғары булыуҙан сәләмәтлеккә туймай йәшәһә лә, ҡыҙын ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерҙе. Хәлдән килгәнсә кейендерҙе, ас йөрөтмәне. Йәше етеү менән үҙҙәрендәге башланғыс мәктәпкә бирҙе, артабан уҡырға һигеҙ саҡрымдағы Ҡамышлыға илтте. Әсәһенең һеңлеһе — Бибекәй апайҙары шунда тора ине, фатирға уларға төшөрҙө. Мәктәп һуҡмағын алты йыл буйы күрше малайы Сәфәрғәли менән тапаны. Мөнәсәбәттәре балалыҡ хистәренән сығып, һөйөү-яратышыуға әйләнгәс кенә, юлдары айырылды. Сәфәрғәли һалдат хеҙмәтенә саҡырылды, Таңһылыу район үҙәгенә күсенде. Мәктәптә үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә йөрөп оҫталығын шаҡтай шымартҡан, бәйгеләрҙә ҡатнашып тирә-яҡта танылып өлгөргән һәүәҫкәр бейеүсе ине ул. Аулаҡтарҙа бергә йөрөп үҫкән урамдаш апаһы Нурия ярҙамында мәҙәниәт йортона эшкә урынлашты. Ана шунда осрап, йөрәгендә Сәфәрғәли урынын Хөсәйен алды. Төпһөҙ күктәй зәңгәр күҙҙәре, ҡуйы бөҙрә сәстәре, мөһабәт кәүҙәһенә өҫтәп был егеткә тәбиғәт үтә моңло тауыш бүләк иткән. Концерттарҙа йыры тыңлап туймаҫлыҡ була, урамда ҡыҙҙар артынан йән атып ҡала. Таңһылыу үҙе лә, матурлыҡ таратҡанда, өлөштө мул эләктергән, исеме есеменә тап килгән таң һылыуы ине. Бындай аҫыл ҡошто егеттең дә ситкә ебәрәһе килмәне. Яңы йыл көндәрендә тәүҙә Ҡарағайлыны, унан Хөсәйендең ауылын туй тантаналары менән шаулаттылар. Ғаилә ҡороу мәшәҡәттәренән арынып, бергә тороуҙың һанап бөткөһөҙ мәшәҡәттәре менән йәшәп кенә киткәйнеләр, тормош юлдары киҫкен боролошҡа юлыҡты. ...Көндәрҙең береһендә Хөсәйен өйгә атҡа атланған сабыйҙай шатланып ҡайтып инде.
— Һөйөнсө, Таңһылыу! — тип хәбәр һалды ул.
— Мине уҡырға ебәрәләр.
— Ҡайҙа, кемлеккә? — Омскиға, пожарниктар мәктәбенә.
— Шәп икән. Ә беҙ ни-сек йә-шәл-беҙ, ни-сек тү-ҙәл-беҙ атайһыҙ ике йыл буйы? — Таңһылыу теле асылып килгән ҡыҙы Айһылыу булып һөйләште.
— Шулай ҙа бит, төплө бер һөнәрһеҙ ҡыйын. Һәр саҡтағыса, Таңһылыу был яңылыҡты ла урам аша ғына йәшәгән әхирәте Нурияға еткерҙе.
— Һин дә бар! — тип кәңәш бирҙе ул. — Торорға бер мөйөш табырһығыҙ, шәл бәйләп булһа ла туйҙырырһың тамағыңды.
— Их, шул саҡта Нурияны тыңлаған булһам! — тип өҙгөләнде ул тар вагон бүлмәһендә йәнен ҡуйыр урын тапмай. — Имеш, мин көслө, булдыҡлы, имеш, артыҡ йөк булып иргә тағылып йөрөү эшкинмәгән ебектәр шөғөлө. Имеш, айырым йәшәп мөхәббәтебеҙҙең ныҡлығын һынайбыҙ. Хөсәйене киткәс тормошо тоноҡланды Таңһылыуҙың, йәшәүе ауырлашты. Бығаса икәүләп тартҡан ғаилә арбаһына бер үҙе егелде. Көнгә сыҡһа өҫтөнә ҡырҡ төрлө эш ябырылды. Төндәрен тыныс йоҡлай алмай, баҫырылып, һаташып бөттө. Ҡалҡыу түштәре тигеҙләнеп, тулы кәүҙәһе бушап ҡалды. — Һин, булмаһа, эшкә кер, — тип өйрәтте Нурия, әхирәтенең көндән-көн кибеүенә борсолоп.
— Берҙән, аҡсаһы булыр, икенсенән, кеше араһында күңелең күтәрелер. Икәүләп йөрөй торғас, Айһылыуҙы балалар баҡсаһына урынлаштырҙылар.
— Клубҡа барма! — тип игәне Нурия. — Сабыйыңды ҡалдырыр кешең юҡ, кис эшләй алмаҫһың. Унан, ҡыҙ сағың түгел, ир ҡатыныһың, төнгө кәсептә йөрөүселәргә юлығыуың бар. Был юлы Нурияның һүҙен йыҡманы Таңһылыу. Райсоюзға келәт мөдире кәрәк ине, шунда инде. Ләкин хәйерһеҙ сәғәткә тура килде, ахыры, был аҙымы. Шул көндән башлап тормош ҡаҡты ла һуҡты уны. Яңы йыл алдынан әсәһен ерләне. Шуның менән икенсе ҡанаты ҡайырылды Таңһылыуҙың, үҙ нигеҙенә ҡайтып баш терәр кешеһе ҡалманы. Атай-әсәй йортоноң тәҙрәләренә арҡыры таҡта ҡаҙаҡланы. Яҙ етеүгә мөхәббәт донъяһына сумды. Теге саҡта Нурия киҫәткәйне лә киҫәтеүен, ләкин ир-аттың күҙе лә уйнап тора икән. Йәш, сибәр ҡатынға кемдәр генә ҡаш һикертмәне. Бигерәк тә рәйестең сауҙа буйынса урынбаҫары Рауил һағыҙаҡ кеүек йәбеште. Бында хеҙмәткәрҙәрҙең тыуған көнөн аяғөҫтө генә үткәреү ғәҙәткә ингәйне. Сират Рауилға етте. Эш көнөн алданыраҡ тамамланылар ҙа уның кабинетына йыйылдылар. Юбиляр йыйнаҡ ҡына табын әҙерләп торған икән. Әйтелгән теләктәрҙе коньяк менән йөпләй барҙылар. Мәжлесте түңәрәкләп, халыҡ таралышҡанда Рауил Таңһылыуға өндәште.
— Һеҙҙә йомошом бар ине, ҡалып тороғоҙ әле. Ҡалды Таңһылыу, һис ниндәй насарлыҡ көтмәй ҡалды. Бығаса абайлағаны юҡ ине, кабинеты артында бүлмәһе бар икән Рауилдың. Халыҡ сығып бөтөү менән шунда алып инде. Ярым ҡараңғы, аулаҡ ине. Ишеген элеп ҡуйҙы ла шашып-шашып муйынынан, ирендәренән үбергә тотондо. Ҡарышырға ла, ҡысҡырырға ла белмәй торҙо Таңһылыу. Йомшаҡ диванға ауғандарын һиҙмәй ҙә ҡалдылар...
Бер сирҡаныс алғас, һис ояты булмай икән ул ғишыҡ тотоуҙың. Аҡыл томалана, күҙ күрмәй башлай икән. Былар ҙа һаҡлыҡ сараларын онотоп ебәрҙе. Рауил хатта үҙ өйөнә ҡайтмай, Таңһылыуҙа ҡуна ҡалғыланы. Ә бер иртәлә көтөү ҡыуған ҡатындар телендә бары улар булды.
— Ишеттегеҙме, бөгөн төндә тәҙрәләрен ватып, ҡатыны Рауилды Таңһылыуҙарҙан алып сыҡҡан, ти. Ике көндән егерме саҡрым араны сабып үткән бәйге аты кеүек Бибекәй апаһы килеп инде.
— Дөрөҫмө шул хәл? Кейәүгә нисек күренерһең, нисек йәшәргә уйлайһың? — тип орошто.
— Башҡаса ҡабатланмаҫ! — тип ант итте Таңһылыу.
Ул да булмай, яман хәбәр Хөсәйенгә барып етте, боҫорғаланып ул ҡайтып етте. Көскә ялғанды аралары, саҡ-саҡ айырылмай ҡалдылар. Инде лә аҡылға килергә тейеш ине Таңһылыу, боҙоҡлоҡҡа сик ҡуйырға тейеш ине. Бер түгел, йөҙ ҡат уйланды ул был хаҡта, йөҙ ҡат үҙен аҙғынлыҡта ғәйепләне, йөҙ ҡат тыйылырға һүҙ бирҙе. Ләкин, күрәсәгенә ҡаршы, Хөсәйен китеп күп тә үтмәне шоферҙары Айрат тоҙағына ҡапты. Быныһының ҡатыны уҫалдың-уҫалы ине, көллөһөн аяҡҡа баҫтырҙы, уйнашсыны эштән ҡыуыуҙарын талап итте. Ревизия һөҙөмтәһе Таңһылыуҙы ныҡ борсоно. Үкһеп илай-илай ҡайтты ла карауат башына элмәк бәйләне. Ярай, бәхетенән, Нурия килеп керҙе.
— Тиле, иҫәр, тапҡан еңел юл!
— Нишләйем һуң, бер аҙнала түләмәһәң — төрмә, тиҙәр бит, ҡайҙан алайым ул мең дә һигеҙ йөҙ һум аҡсаны?
— Әсәйеңдең өйө бар ҙа баһа, һат шуны. Таңһылыуҙың һүнеп барған күҙҙәрендә өмөт осҡондары ҡабынды. Иртәгәһенә иртә таңдан юлға сыҡты.
— Ә, эҙләгәнеңде таптыңмы, кәнтәй, һеперелеп йөрөй торғас! — Теҙҙе генә Бибекәй тоҙлап-борослап, ҡайһы ерең ҡысый. Мәңге ирерлек, ярлыҡарлыҡ түгел ине, ярай әле еҙнәһе хәленә инде.
— Бала йәл, Айһылыу хаҡына ҡотҡарып ҡалырға кәрәк, — тине. Аҙна үтмәне, асҡысын балдыҙының усына һалды.
Таңһылыу райсоюз менән араһын өҙҙө лә, бында йәшәү мөмкинлеге ҡалмағанын аңлап, ситкә сығып китте. Яндырып һүгә-һүгә артынан һепертке ырғытып оҙатһа ла, Таңһылыуға тағы бер изгелек күрһәтте Бибекәй — Айһылыуҙы үҙҙәренә алып ҡалды.
— Һин кәнтәйгә бала биреп ебәрмәйем! — тип аҡырҙы ул. — Үҙеңде аҫрай алһаң да һәйбәт әле.
Шуға ла уның был яҡшылығы яманлыҡ булып ҡаҙалды ҡатындың йөрәгенә.
Шул китеүҙән һыуға батҡандай юҡҡа сыҡты Таңһылыу. Милиция аша эҙләтеп тә ҡаранылар, файҙаһы булманы. Иҫәнлегенә, был донъяла барлығына тамам өмөттәрен өҙгәйнеләр инде. Айһылыу Урта Азиянан һөйөнөслө хәбәр алып ҡайтты. Улар, филармонияның бер төркөм артистары, бер ай буйы туғандаш республика ҡалалары буйлап гастролдә йөрөнө. Айһылыу ҙа, Заһир ҙа — төп һөнәрҙәре буйынса врач, бынан тыш, Мәскәүҙә махсус курста Көнсығыш медицинаһын үҙләштергән табип-күрәҙәселәр ине. Шунда уҡығандан бер-береһенә тартылды, ныҡлап танышты был ике йәш йөрәк. Икеһе лә йырға-моңға ғашиҡ, сәхнә өсөн яратылған заттар ине. Заһир өҙҙөрөп баянда уйнай, йырлай, көй сығара. Айһылыу ҙа унан кәм түгел, йырсы, бейеүсе. Яҡташтары — филармонияның йәш йырсыһы, теге табындағы һаҡалтай Айрат менән һөйләшеп килештеләр ҙә бер бригада ойоштороп ебәрҙеләр. Яҡын-тирәлә сығыш яһап оҫталыҡтарын шымартҡас, йәйге ял ваҡыттарында йыраҡтағыраҡ милләттәштәре янына сәфәр сыҡтылар. Йөрөгән ерҙәрендә бар булмыштары менән балҡыны Заһир менән Айһылыу. Кис концерт ҡуйҙылар, көндөҙ ауырыуҙарҙы ҡабул иттеләр. Һәләтле йәштәр тураһындағы хәбәр тирә-яҡҡа таралды. Ҡайҙа барһалар ҙа, халыҡ ағымының иге-сиге булманы. Хатта әллә ҡайҙағы ҡышлаҡтарҙан килделәр.
Ғәҙәтенсә, Айһылыу диагноз ҡуя, Заһир дауалау сеансы үткәрә ине. Айһылыу билдән өҫтән сисенеп, уға арты менән ултырған сираттағы пациент янына килде лә ҡулын баш әйләнә йөрөтөп, тикшерергә кереште. Ус төбө тойғанды теле менән һөйләп барҙы.
— Был яҡтарға ситтән килгәнһеҙ, йәш сағығыҙҙа тетрәнгес ваҡиға кисергәнһегеҙ икән, баш өйәнәгегеҙ шунан ҡалған. — Ҡапыл Айһылыу тотлоҡто, теҙ быуындары ҡалтырап, кәүҙәһен тотмай башланы. — Ғәфү итегеҙ, һеҙ... — Ул ике-өс аҙым атланы ла хәлһеҙләнеп Заһир алдына ауҙы.
— Ни булды, аппағым?!
— Ул, беләһеңме, кем? — Айһылыу күҙ йәштәренә мансылған ҡарашын уға төбәне. Заһир ни әйтергә белмәй торған арала ҡатын аяғөҫтө баҫты, ҡулдарын алға һуҙып Айһылыуға ташланды. — Ҡы-ҙы-м!
Һуңғы егерме биш йыл ғүмерендә беренсе ҡояшлы көнө булды был Таңһылыуҙың. Унан һуң тормош күгенә ҡабат ҡара болот ябырылды.
Яман шештән Ирйегете донъя ҡуйҙы. Уны юғалтыу ҡайғыһы таралып өлгөрмәне, илдә тыныслыҡ бөттө. Иң элек төрөктәрҙе һөрҙөләр. Унан Ҡырым татарҙары ҡуҙғалды. Ниһайәт, сират Таңһылыу кеүек килмешәктәргә етте. Тамам шашты, күҙен ҡан баҫты ерле халыҡтың. Бер ғәйепһеҙ ғаиләләрҙе һуйып сығыуҙар, йәп-йәш ҡыҙҙарҙы урам уртаһында төркөмләп мәсхәрәләүҙәр, аҙыҡ-түлекте ала алмай ас ултырыуҙар — барыһын да күрҙе, кисерҙе Таңһылыу. Бына-бына донъялар тынысланыр, әллә хөкүмәт, әллә оппозиция яғында һуғышып йөрөгән берҙән-бер терәге — улы ҡайтыр тип көттө, ярты ғүмерен үткәргән йортон, тир түгеп тапҡан малын, берәмтекләп йыйған мөлкәтен ташлап китмәй торҙо. Ел-дауыллы, шомло бер кистә өмөтө һүнде. Бер отрядта булған иптәше, ҡайҙалыр үтеп барышлай инеп сығып, ҡот осҡос хәбәр еткерҙе: Ирйегете, бер ай элек үк һәләк булып, тауҙарҙа ерләнгән икән.
— Ниңә шул тиклем рәхимһеҙ һин, донъя? — тип өҙгөләнде Таңһылыу, тәҙрә аша инде яҡтырып килгән тирә-яҡҡа күҙ һалып. — Кем ҡарғышы төштө миңә, кем рәнйеше? Йәшлек хаталары, ҡылған гонаһтарымдың көйәнәген күрәмме шулай? Шул тиклем дә ҙур, ярлыҡамаҫлыҡмы икән ни яңылышлыҡтарым? Шулайҙыр. Юғиһә үҙ ҡаным, үҙ бауыр итем баш тартмаҫ ине үҙемдән. Ярай әле һин бар, тыуған ер! Ярай әле һин киң күңелле, мәрхәмәтлеһең. Минең кеүек аҙашҡан балаларыңды ситкә типмәй, ҡасан ҡайтһалар ҙа ҡабул итәһең.
Таңһылыу күңеленән таныш-белешен барларға тотондо. Иң элек, билдәле, Бибекәй апайҙарының ҡапҡаһын ҡаҡты.
— Их, һин иҫән булһаң! — тип тиле кеше кеүек уның менән һөйләшергә кереште. — Уҫал булһаң да, күңелең изге ине һинең. Онотаммы һуң, нисә тапҡыр бәләнән ҡотҡарып ҡалдың мине. Үҙеңә ғүмерҙе генә ниңәлер йәлләгән Хоҙай Тәғәлә, алтмышҡа ла етмәй китеп барғанһың. Яңы кәләшенә нисек күнеккәндер еҙнәй, нисек йәшәп яталарҙыр. Яйын тура килтереп, инеп сығам әле үҙҙәренә, еҙнәйгә рәхмәтемде еткерәм. Үҙ ата-әсәһе иҫән була тороп, һеҙҙе атай-әсәй тип йөрөткән бит Айһылыуым. Үҙ ҡыҙығыҙҙай күреп үҫтергән, уҡытҡан, кеше иткән өсөн урының йәннәт түрендә булһын, Бибекәй апай!
Унан фекере Хөсәйенгә күсте. Айһылыуҙан ишетеп белеүенсә, тормошо барып сыҡмаған. Теге саҡта уҡыуын тамамлап ҡайтыу менән ҡайғынан эскегә һабышҡан. Эскән кеше погонлы эштә эшләй ала тиме ни, тиҙҙән ул да сығып киткән. Воркутала ағаһы бар ине, шуның янына урынлашҡан. Өйләнгән, тик ни сәбәптәндер балалары булмаған. Ихтимал, ҡатынының тапҡыһы килмәгәндер. Моғайын, шулайҙыр, эскеселәрҙән кем изгелек күргән. Ана бит, тора алмаған, айырылғандар. Әле әсәһе менән ауылында йәшәй, ти. Колхозда баҫыу ҡарауыллай, ти. Ат менеп ала ла: “Аршин мал алан, хожу по дворам”, — тип йырлай-йырлай өй беренсә эсеп йөрөй, ти.
Арала иң бәхетлеһе Сәфәрғәлиҙер, моғайын. Ул бер ҡайҙа китмәй, ғүмерен ауылда үткәргән, тракторҙа эшләгән. Тәскирә исемле ҡыҙға өйләнеп дүрт ул үҫтергәндәр. Дүртеһе лә ауылда, ата-әсә ҡанаты аҫтында йәшәйҙәр, ти. Үҙҙәре бер бригада, нимәгә тотонһалар ҙа, ярҙамға кеше кәрәкмәй, ти. Береһе шофер, береһе тракторсы, береһе бухгалтер, береһе ферма мөдире, ти. “Бына кешенең бәхете, — тип көнләшә Таңһылыу. — Теге саҡта армиянан ҡайтыуын көтмәй хаталанғанмын, ахыры”.
Юҡ, уйламаны түгел, уйланы. Рауил менән Айратты ла хәтерләне Таңһылыу. Тик уларҙың артабанғы тормоштары уның өсөн ҡараңғы ине. “Ярар, Нурия белмәй булмаҫ, һорашырмын әле”, — тип ҡул һелтәне.
Нурияны иҫкә алғас, күңел офоҡтары яҡтырып китте Таңһылыуҙың. “Тотайым да туп-тура уларға барайым”, — тигән ҡарарға килде. Аҡыл өйрәтергә оҫта ул. Ата-әсә нигеҙенә ҡайтып, һарай тиклем өй һалып инделәр, бик етеш торалар, тип һөйләнде Айһылыу. Ире лә бик ипле кеше ине, моғайын, ситкә типмәҫтәр, бер яйын табырҙар әле.
Поезд тиҙлеген кәметеп барҙы-барҙы ла вокзал янына етеп туҡтаны. Таңһылыу, төйөнсөгөн күтәреп, ишеккә йүнәлде. Ҡыҙы менән кейәүенең үҙ машиналарында унан да алда килеп, вагондан сығыуын көтөп торғандарын белмәй ине әле ул.
Рәфғәт РЫСАЕВ.
Стәрлебаш районы.