Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош күренештәре
“Ирем юҡ бит...”

Урта йәштәрҙәге бер ир Өфөнән тыуған яғына ҡайтып бара. Ара алыҫ ҡына, әммә машинаһы яңы булғас, мәшәҡәт тыуҙырмай, көйлө эшләй. Хужаһы иһә – талант эйәһе: ҡурайҙа ла һыҙҙыра, йырлай ҙа. Шуға күрә рулдә ул, кассета тыңлауға ҡарағанда, үҙе йырлап барыуҙы хуп күрә. Әле лә шулай көйләп ҡайтып килеүе. Юл ыңғай туҡталышта бер ҡатынды ултыртып ала. Унан да тартынып тормай егет, йырлауын дауам итә. Береһен бөтөүгә, икенсеһен башлай. Юлаусыға инде төшөп ҡалырға ваҡыт, ләкин ул уйламай ҙа. Шоферҙан күҙен алмай, һаман уның моңон тыңлауын белә. Ахыр сиктә машина хужаһы, түҙемлеге бөтөп, ҡатындан:
— Апай, төшмәйһегеҙме ни? – тип һорай.
— Эй, ҡустым, ирем юҡ бит минең. Ә һин йырың менән күңелемде арбаның, – ти ҡатынҡай.
— Аңлайым һеҙҙе, әммә мине өйҙә ғаиләм көтә, – тип юлдашын бер ауылда төшөрөп ҡалдыра “йырсы”.

Моңдоң милләте булмай

Һабаҡташым ағаһы менән поезда килә. Купела бер мәрйә лә була. Рәйес һәр ваҡыт үҙе менән ҡурайын ала һәм, уңайы тура килгәндә, уйнап ебәрә. Туғаны менән һөйләшеп бара торғас, үҙенән-үҙе ҡурай тураһында һүҙ сыға. Рәйес түҙмәй, ҡурайын алып, “Буранбай”ҙы уйнай башлай. Мәрйә тәҙрәгә ҡараған да ниндәйҙер уйға сумған. Ара-тирә егеттәргә лә күҙ һирпеп ала. Уйнап бөткәс, ҡурайсы ҡатындан һорай ҡуя:
— Һеҙ шым ғына тыңлап ултырҙығыҙ, мин уйнағанда ниндәй тойғо кисерҙегеҙ?
— Һөйләшкәнегеҙҙе аңламайым, ә бына көйҙә ниндәйҙер тәрән мәғәнә, һағышлы тарих ята. Аттарҙың тояҡ тауышы, бығау сыңлауы, ҡатын-ҡыҙҙың сеңләүе ишетелгәндәй.
— Эйе, дөрөҫ әйттегеҙ. Был йырҙы башҡорт халҡы үҙенең ҡаһарман улы Буранбайға арнап сығарған. Азатлыҡ хаҡына көрәшеп, баш һалмағаны өсөн уны һөргөнгә ебәргәндәр.
Ысынлап та, йөрәккә үтеп ингән ҡурай моңон аңлау өсөн телде белеү кәрәкмәйҙер.

“Өшөп киткәйнем шул”

Шабырҙап ямғыр ҡоя. Көн кисләп бара. Егет менән ҡыҙ туҡталышта тора. Машиналар күп үтә, ләкин, тырышып-тырышып ҡул күтәрһәләр ҙә, берәү ҙә туҡтамай. Ә ямғыр шәбәйә генә. Бәхеттәре бар икән, ниһайәт, бер изгелеклеһе эргәләренә килеп үк туҡтай. Ни хәл итәһең, йөк машинаһының кузовында ғына урын бар икән. Ҡуҙғалып китәләр. Ямғыр бер аҙ әкренәйгәндәй була, көн дә асылыңҡырай. Шул саҡта ғына йәштәр кузовтағы табутты абайлап, йөрәктәре жыу итеп ҡала. Шулай шөбһәләнә-шөбһәләнә бер ауылға етәләр. Ямғыр туҡтай, көн асыла. Егет менән ҡыҙ, бил яҙып алырға булып, урындарынан торһа, табуттың ҡапҡасы асылып китә лә, унан бер ир башын күтәрә. Йәштәр телһеҙ ҡала.
— Ҡурҡтығыҙмы ни? Ямғыр ҡойоп яуа башлағас, өшөп киттем дә табут эсенә инеп ятҡайным шул, – ти ”мәйет”.
Фаил ҠЫЛЫСБАЕВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779